Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 485


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БЫЯЛАҺЫҘ
Ҡалын йүкәнән үрелеп, туҙ бауҙар менән ҡапланған, ҡырҙарынан бау менән тартыла торған киндер тегелгән сабата. □ Лапти, сплетённые из толстых полос лыка, прикрытых берестяными лентами; вверху по краю к ним пришито сукно, затягивающееся шнурком. Бышымлы сабата уреу.
БЫШЫР-БЫШЫР оҡш. кар. шыбыр-шыбыр. ■ [Алтынбай ҡарт:] Нимәһе, мал урларға йыйынған кеуек, бышыр ҙа бышыр?! Ул ни тигән эш?! 3. Ураҡсин.
БЫЯҠ (быяғы) (Р.: эта сторона; И.: this side, this way; T.: bu taraf) и. ҡыҫҡ. ф. һөйл.
Был яҡ. □ Эта сторона. ■ Ҡыу, тиҙерәк ҡыу! Быяҡҡа ҡайыр! Я. Хамматов.
БЫЯЛА [фарс. ‘пияла; чаша’] (Р.: стекло; И.: glass; Т.: сат) и.
1. Кварц ҡомон иретеп, махсус ысул менән эшкәртеп яһаған үтә күренмәле ҡаты нәмә. □ Стекло. Аҡ быяла. Куҙлек быялаһы. Тәҙрә быялаһы. Быяла киҫәге. Быяла заводы. Быяла һауыт. ■ Таиба әбей, ширләп тонған тәҙрә быялаһы утә ниҙәрҙер курергә теләгән һымаҡ, бик оҙаҡ тышҡа ҡарап, тынып ултырҙы. 3. Биишева. Ауылды тулған ай яҡтыһы ҡаплаған. Уның һалҡын нурҙары тәҙрә быялаларында ялтырай. Һ. Дәүләтшина. Ҡуҙыйкурпәс атаһының көмөш көҙгөһөн ташлап ебәргәйне, икһеҙ-сикһеҙ булып йәйелеп ятҡан диңгеҙ аша бөгөлөп-һығылып торған быяла купер һалынды, ти. Халыҡ ижадынан. Иртән тороуға батшаның иҫе-аҡылы китеп тора, ти: Көмөшбайҙың йортонан алып уның һарайына саҡлы быяла купер һалынған, куперҙең ике яғында ике шишмә ағып ята, ти. Әкиәттән. Сафа .. Гөлнур алдында бөгөлөп-һығылып куҙлек быялаларын һөртәштәрҙә. М. Тажи.
2. диал. ҡар. тәҙрә. Быяланан тышҡа куҙ һалыу.
БЫЯЛА КҮБӘЛӘГЕ (Р.: стеклянница; И.: hornet moth; T: cam kanatlılar) и. зоол.
Емеш ағастары ҡоротҡосо булған үтә күренмәле ҡанатлы күбәләк. □ Стеклянница (лат. Sesüdae). Быяла кубәләге ҡанаттары.
БЫЯЛА ҠАНАТ и. ҡар. быяла күбәләге.
Быяла ҡанаттар сәскә ҡуна.
БЫЯЛАЛАНЫУ (быялалан-) (Р: становиться стеклянным; И.: become lifeless; T: gözleri donmak) ҡ.
Туң, мәғәнәһеҙ, бәғерһеҙгә әйләнеү (куҙ-ҙәргә ҡарата). □ Становиться стеклянным, безжизненным, неподвижным, жестоким (о глазах). ■ Старостаның .. куҙҙәре быяла-ланды, шәмәрҙе. Ж. Кейекбаев.
БЫЯЛАЛАУ (быялала-) (Р: стеклить; И.: glaze; T: camlamak) ҡ.
Быялалы итеү, быяла ҡуйыу. □ Стеклить, застеклять, остеклять. Тәҙрәне быялалау. ■ Ләкин әле яңы йортта эш куп һаман да. Тәҙрәләрҙе лә кәрәк быялаларға. М. Сөндөклө.
БЫЯЛАЛЫ (Р.: застеклённый; И.: glazed; T: camlı) с.
Быяла ҡуйылған. □ Застеклённый, со стёклами. Быялалы шкаф. Быялалы ишек. ■ Турбаш яғына сыға торған ишек төбөндәрәк быялалы шкаф ултыртылған. Ғ. Дәүләтшин. Юлдаш, серле шыбырлап, булмәнең бер мөйөшөндә яҙыу өҫтәле янында торған быялалы шкафҡа курһәтте. 3. Биишева.
БЫЯЛА МАМЫҠ (мамығы) (Р: стекловолокно; И.: glass fibre; T: cam elyafı) и.
Быяла саңы ҡушып, мамыҡҡа оҡшатып яһалған синтетик материал. □ Стекловолокно. Быяла мамыҡ сәнәғәте.
БЫЯЛА СҮС и. ҡар. быяла мамыҡ. Быяла сус етештереу.
БЫЯЛАСЫ (Р: стекловар; И.: glassblower; T: camcı) и.
1. Быяла ҡайнатыусы. □ Стекловар, стеклодув.
2. Ишек, тәҙрәгә быяла ҡуйыусы, быяла ҡырҡыусы. □ Стекольщик, стеклорез. ■ Бик ярата был ҡарт уҙ эшен, һөйәк һаплы алмаз ҡулында. Бер кем әйтмәй ләкин йылы һуҙ ошо быяласы турында. М. Сөндөклө.
БЫЯЛАҺЫҘ (Р: без стекла; И.: without window glasses; T.: camsız) c.
485