БЫЯУ
Быялаһы булмаған. □ Без стекла. Быялаһыҙ тәҙрә. ■ Быялаһыҙ тәҙрәле, һалҡын, ташландыҡ өйҙә ятыу онотолдо. Д. Юлтый.
БЫЯУ и. диал. ҡар. буяу. Аҡ быяу. Зәңгәр быяу. Быяу һатып алыу.
БӘ, бә-ә-ә (Р.: ме; И.: imitation of bleat(ing); Т.: me) оҡш.
Кәзә, һарыҡ баҡырған тауышты белдергән һүҙ. □ Ме (подражание блеянию коз, овёц). Бә-ә-ә итеу. ■ [Буре] кәзә булып мыҡырлап ебәргән: «Бә-ә-ә, бә-ә-ә!.. Бала-ҡайҙарым, ишек асығыҙ!» Әкиәттән.
БӘБЕКӘЙ и. диал. ҡар. бәпес. ■ [Өләсәһе — Гузәлгә:] Эшләргә өйрәнерһең әле, рәхәтләнеп уйнап ҡал, бәбекәйем. Ф. Рәхимғолова.
БӘБЕРҘӘК (бәберҙәге) и. диал. ҡар. ҡатмар. ■ [Гөльямал] оҙон бәберҙәкле сыбар кулдәк өҫтөнән тәңкәләр менән тулған уҡалы елән кейгән. Я. Хамматов.
БӘБЕРКӘ [рус. оборка} (Р: оборка; И.: frill; T.: fırfır) и. диал.
Балитәк; ҡатмар. □ Оборка. ■ [Гөльямал] байрамдарҙа ғына кейә торған бәберкәле кулдәге өҫтөнән куп мәрйенле тушелдереген һалып, сәсен икегә ярып урҙе. Я. Хамматов.
БӘБИТӘК (бәбитәге) и. диал. ҡар. балитәк. Бәбитәкле кулдәк.
БӘБӘЙI и. диал. ҡар. бәпес. ■ Үҙегеҙҙе бәбәй урынына көнләйем. И. Насыри.
БӘБӘЙ II и. диал. ҡар. балитәк. Кулдәк бәбәйҙәре.
БӘБӘЙ ИТӘК (итәге) и. диал. ҡар. балитәк. ■ Өйҙән йәш кенә ҡыҙмы, ҡатынмы сыҡты. Ул бәбәй итәкле кулдәк .. кейгән. Н. Мусин.
БӘБӘЙЛӘҮ (бәбәйлә-) ҡ. диал. ҡар. бәпесләү. ■ [Айтуғанов көлөп ҡуйҙы:] .. Батталовтың ҡатыны бәбәйләне. Шуға ашығам. Р. Ғабдрахманов.
БӘБӘК I (бәбәге) [боронғо төрки бәбә-к ‘бала’] (Р: зародыш; И.: germ; T.: bebek) и.
1. Үҫә торған һәр нәмәнең башланғыс яралғыһы. □ Зародыш, зачаток. Теш бәбәге.
2. Яңы ғына шытып сыҡҡан йәш үҫенде.
□ Ростки. Үҫемлек бәбәге. ■ Көн курергә ынтылған ыуыҙ ғына бәбәк тә ниндәй ҡаты асфальтты тишеп сыға. Ф. Иҫәнғолов.
3. Сәскәнең үҙәгендәге емешлек. □ Плодник, пестик. Бәбәк ярыу. Сәскә бәбәге. ■ [Бал ҡорто] оҙон томшоғон сәскәнең һары һеркәле бәбәгенә батырҙы. Ф. Иҫәнғолов. Сәскәләрҙең бәбәктәре һөйләйҙәр миңә: «Беҙҙең ерҙә тик матурлыҡ, тик йәшәу еңә!» Ғ. Әмири. Сәскәләрҙең алһыу-ҡыҙыл бәбәктәрендә ынйы бөртөктәре һымаҡ эре ысыҡ тамсылары йылтырай. Ә. Вәли. Умырзая сәскәләренең бәбәктәренә .. иртәнге тамсылар ҡунған. Ф. Әсәнов.
4. Орлоҡто, бөрөнө йомоп торған көп.
□ Оболочка, кожура семян. ■ Бәбәктәрен тишеп ҡояш нурына ынтыла бәрәләр. М. Тажи.
5. диал. ҡар. бәпкә II. Бәбәк ашы.
БӘБӘК II (бәбәге) (Р: веко; И.: eyelid; T: göz kapağı) и.
1. (йәки күҙ бәбәге) Күҙ ҡабағының керпек үҫкән сите, керпек төбө. □ Веко. Куҙ бәбәге. Аҫҡы бәбәк. Өҫкә бәбәк. ■ [Мөлөк ағайҙың] атылып сыҡҡан куҙ йәштәре, бәбәктәренән ашып, битен йыуып ағып төштө. Т. Хәйбуллин. Емеш ағаһының куҙ бәбәгендә ҡара ҡурғаш кеуек ауыр йәш тамсыһы куреп ҡалғандай булды: бәлки, куҙ йәшен башҡалар курмәһен өсөн ҡабаланғандыр ҙа. 3. Биишева. Куҙ бәбәген шәмәртеп, йөрәк итен һыҙлатып, ҡыйғас ҡашлы һылыуҙар йәрен ҡалған оҙатып. А. Игебаев.
2. диал. Күҙ ҡараһы. □ Зрачок. Муйыл кеуек ҡара бәбәк.
3. (йәки ҡолаҡ бәбәге) диал. ҡар. йәрпесәк I. Колаҡ бәбәгенә алҡа тағыу.
БӘБӘК III (бәбәге) (Р: стебель лука; И.: the stem of the onion; T.: soğan sapı) и. диал.
Һуғандың орлоҡ бирә торған һабағы.
□ Стебель лука, образовывающий семена.
БӘБӘК БӨРӨЛӘРЕ (Р: почки выводковые; И.: deciduous buds; T.: tomurcuk) и. бот.
Сәскәле үҫемлектәрҙән ҡойолоп йәш үҫенте барлыҡҡа килтереүсе бәрәләр; үрсеү
486