БӘҒЕР
лып тыуҙы ла Дилбәрҙең төндәрен ҡараңғы тамуҡҡа әйләндерҙе. Г. Ғиззәтуллина.
2. эйл. ф. бәғерем. Ҡәҙерле күргән кешегә иркәләп, яратып әйтелә. □ ласк. Родимый, сердечко моё, душенька. ■ Барыбер бүтәндәргә ҡыҙыҡмам, йәнем, бәғерем, һине онотмам. А. Игебаев. Сәйҙел бәғерем, бөгөн мин ниндәй шат, ҡыуанысым һыймай үҙемә. Ғ. Сәләм.
♦ Бәғер ите иң ҡәҙерле, йөрәккә яҡын булған зат. □ Самое дорогое, ценное. ■ Бала, бала... Ахыры, ҡарттар юҡҡа: «Бала -бәғер ите», — тимәгән. Ғ. Сәләм. Бәғер итен ашау (телеү) бик ныҡ үртәп әрнетеү, йәнде ғазаплау. □ Терзать душу. Бәғер киҫелеү күңел ғазабы кисереү, өҙгөләнеү. □ Душа разрывается на части. Бәғер(ем) киҫәге ҡәҙерле күргән кешегә яратып әйтелә. □ ласҡ. Родимый, сердечко мое, душенька. Бәғер көйөү эстән көйөү, күңел әсенеү. □ Сильно горевать, убиваться. Бәғер ҡатыу хис-тойғо нескәлеге бөтөү, ҡаты хис уяныу. □ Стать жестоким, немилосердным. Бәғер ҡороу 1) бик ныҡ ҡайғырыу, әсенеү. □ Сильно горевать, печалиться. ■ Көнө-төнө бәғерем ҡорой исемем һалдат булғанға. Бәйеттән. Тәҡәтем юҡ, бәғерем ҡорой етем ҡалған балаға. Бәйеттән; 2) теңкә ҡороу. □ Надоедать. Бәғер ҡыйылыу 1) йән әсеү, йөрәк әрнеү. □ Душа разрывается на части. ■ Ике күҙҙән берәүгә ҡалғас, ҡыйыла бәғерҙәрем. Халыҡ йырынан; 2) яфа сигеү, тәҡәтһеҙ булыу. □ Мучиться, страдать, терзаться. Бәғер ташыу аҙарыныу, әсенеү. □ Душа болит у кого. ■ Рәйсә?!. Эйе, Рәйсә шул, ана кем өсөн бәғерҙәре таша икән. Д. Бүләков. Бәғер телгеләнеү күңел ғазабы кисереү, өҙгөләнеү; йән әсеү, йорәк әрнеү. □ Душа разрывается на части. ■ Бәғере нисек кенә телгеләнмәһен, үҙәге нисек кенә өҙгөләнмәһен, тешен ҡыҫып түҙҙе әсә. Яр. Вәлиев. Бәғер һыҙлау ни өсөндөр йән әсеү, йөрәк әрнеү. □ Душа болит у кого. ■ Ҡыҙ тинеңме — ҡан ҡыҙырға башлай, бәғерең һыҙлана, йәш йөрәктә әллә ниндәйтәмле уйҙар ҡуҙғала. Ш. Бабич. Бәғер яныу аҙарыныу, әсенеү. □ Душа болит у кого.
■ Улар тел беҙҙәрен сәнсеп, ағыуланды бөтә йәнем. Аға йәшем, яна бәғерем, мөғәҙҙәп дәхи выжданым. Д. Юлтый. Бәғере таш 1) күңеле бик ҡаты булған, һалҡын күңелле. □ Жестокосердный, бессердечный, безжалостный.
■ Ихтыярым минең таш булһа ла, бәғере уның таш тип уйлама. Ә. Ғайсин; 2) дәрте һүнгән, үлгән. □ Вялый, безжизненный, бесстрастный, апатичный. Бәғергә инеү ҡар. бәғерҙе иретеү. Бәғергә таш булыу ауыр ҡайғыға һалыу. □ Причинить горе, печалить.
■ Балалары араһында иң яҡын күргәне, үҙе иҫән ваҡытта уҡ имамлыҡҡа фатиха бирергә ниәтләгән Алсынбайы юғалыу бәғеренә таш булып ултырҙы [Аҡназарҙың]. Ә. Хәкимов. Бәғергә тейеү ҡайғы-хәсрәткә тошөрөү.
□ Причинить горе, печалить. Бәғергә тоҙ һалыу кешелә әсе тойғо уятыу; әрнетеү.
□ Бередить рану. букв. Сыпать на сердце соль. ■ Тағы ла тегенең бәғеренә тоҙ һалам: «Был беҙгә табан килә, суҡынсыҡ». С. Агиш. Нисек кенә әйтһәң дә, был бисә бәғергә тоҙ һалды. Ә. Бикчәнтәев. Бәғергә үрелеү йылы, татлы хистәр уятыу. □ Пробуждать тёплые чувства. Бәғерҙе иретеү кешелә йылы тойғо, яҡшы ҡараш уятыу. □ Пробуждать тёплые чувства. Бәғерҙе киҫеү күңелде әсендереү.
□ Терзать душу. ■ Һандуғасҡай, наҙлым, ҡуй, һайрама, һайрап, йәш бәғеремде киҫмәй тор. Ш. Бабич. Мәғәнәһеҙгә үткән һәр минут көйә булып киҫә бәғерҙе. М. Хәй. Тыуған ерҙәр иҫкә төшөп, йөрәк-бәғерҙе киҫә. Халыҡ йырынан. Бәғерҙе өҙөү нескә, әрнеткес хис уятыу; күңелде әсендереү. □ Терзать душу.
■ Гөлдәр араһында һандуғастар сут-сут һайрап, бәғерҙәрем өҙәләр. Д. Юлтый. Был икеһе ул тиклем йәл түгел: ҙурҙар, бына иң бәләкәйе бәғерҙе өҙә, — тип аңлатты беҙгә өләсәйем. Ә. Чаныш. Бәғерҙе телеү бик ныҡ әрнетеү, әсендереү. □ Причинять горе, печалить. ■ Үкһеҙҙәрҙең үкенесе телә бәғерҙе. Р. Бикбаев. Ҡаты (йәки таш) бәғер(ле) шәфҡәтһеҙ, аяуһыҙ. □ Жестокосердный, бессердечный, безжалостный. ■ [Фәтхи:] Иламайым икән — таш бәғер тип уйламағыҙ, беҙҙең бабайҙар ҙа иламаған. С. Агиш. Уның
488