БӘҒИД
[егеттең] йырҙары шул тиклем моңло булған — иң ҡаты бәғерле кешенең күңеле лә балауыҙ һымаҡ ирер булған. Ә. Вахитов. [Нәркәс — Һәүбәнгә:] Егеткәйем, тыңласы, таш бәғерле булмаҫы! «Аҡбуҙат». Сәлкәй баҫҡаҡ кеуек бик ук ҡаты бәғерле күренмәһә лә, ҡул аҫтына килеп ингән яңы ил халҡына йомшаҡлыҡ күрһәтергә тейеш түгел икәнлеген оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалдырырлыҡ итеп, донъяларын аҡтарып һәм, «ваҡыты еткәс, тағы киләсәген» белдереп китте. К. Мәргән.
БӘҒЕРҘӘЙ и. диал. ҡар. ташбаш 1.
Кармаҡҡа бәғерҙәй эләктереү.
БӘҒЕРЛЕ (Р.: мягкосердечный; И.: softhearted; T.: iyi kalpli) с.
Аяй, йәлләй белеүсән. □ Мягкосердечный, добрый, отзывчивый, жалостливый.
■ [Һомай — Шүлгәнгә:] Ҡан көҫәгән, йәш түккән, күптәр башына еткән, ҡан эсергә уҡталған уҫал йөрәгең бөтһөн, бәғерле йөрәк үҫһен. «Урал батыр».
БӘҒЕРҺЕҘ (Р: жестокий; И.: merciless; T.: sert) с.
Аяй, йәлләй белмәй торған. □ Жестокий, немилосердный, безжалостный. Бәғерһеҙ кеше. Бәғерһеҙ булыу. ■ [Маһруй:] Ҡош телендәй генә хат яҙып ебәрһәгеҙ, тигән бит, өҙөлөп-өҙөлөп һораған. Бигерәк тә бәғерһеҙ икәнһең, Сәрүәркәйем. X. Ибраһимов.
БӘҒЕРҺЕҘЛЕК (бәғерһеҙлеге) (Р: жестокость; И.: cruelty; T.: sertlik) и.
Мәрхәмәтлек, шәфҡәтлектең булмауы, аяй, йәлләй белмәү хисе. □ Жестокость.
■ Беҙ үҫеп килеүсе быуынды бәғерһеҙлектән, көс ҡулланыуҙан һәм битарафлыҡтан аралау өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. «Атайсал», 1 июнь 2010. Бәғерһеҙлеккә ҡаршы тәү тапҡыр баш күтәреүем, бәлки, ошо булғандыр. М. Кәрим. Хәйер, сит кешеләргә ҡарата бәғерһеҙлеген электән белә ине бит. Г. Ғиззәтуллина.
БӘҒЕҪ [ғәр. (Р: воскрешение; И.: resurrection; T.: kıyamet) и. иҫк.
1. Дини ҡарашса, үлгән кешеләрҙең терелеп ҡәберҙәренән ҡалҡып сығыуы (ҡиәмәт
көнөндә). □ Воскрешение. ■ «И, Хоҙай, ҡотҡар!..» — тинек, көттөк бәғеҫ, көттөк хөшөр. М. Ғафури.
2. Кемделер ҡайҙалыр ебәреү. □ Отправлять куда кого.
3. Вәкил итеп ебәреү. □ Отправить представителем кого.
БӘҒЗАН р. ҡар. бәғзән. ■ Бәғзан кәйефһеҙ ҙә булып алам. М. Ғафури.
БӘҒЗЕ [ғәр. (Р: некоторый; И.: some; T.: bazı) билдһ. а.
Ҡайһы, ҡайһы бер. □ Некоторый. Бәғзе ваҡыт. Бәғзе кеше. Бәғзе эш. ■ Гөлйыһан, ап-аҡ ҡулдарын көйәнтә өҫтөнә һалып, күнәктәрен бәүелтә-бәүелтә уға иркә көлөп ҡараны: «Беҙҙә бәғзе бер ҡыҙҙар шулай... һыу ташырға яраталар ул, Закир ағай...»
3. Биишева. Ихсанбайҙың бәғзе ҡорҙаштары яраланып ҡайта ла башланы. Т. Ғарипова. [Шайтан йылғаһының] һыуҙары гипс тоҡомдарын иретә лә төрлө ҡыуышлыҡтар яһай. Бәғзе ерҙәрҙә был ҡыуышлыҡтарҙың түбәһе емерелеп төшә. Д. Бураҡаев. Бәғзе бер емеш ағастары ла боҙ һуҡҡан шикелле, имгәнеп-һынып, көйөп-һарғайып бөткән. В. Нафиҡов.
БӘҒЗЕЛӘР (Р: некоторые; И.: some, some people; T.: bazılar) и.
Ҡайһы бер кешеләр. □ Некоторые. ■ Бәғзеләрҙән ерҙә аҡ нур ҡала, бәғзеләрҙән ҡала күләгә. Р. Бикбаев. Бәғзеләре, беләм, асмаҫтар ҙа ине, астырыусылары бар. М. Кәрим.
БӘҒЗӘН [ғәр. (Р: иногда; И.: sometimes; T.: bazen) р. иҫк.
Ҡайһы ваҡыт, ҡайһы саҡ; бәғзан. □ Иногда. Бәғзән ҡурҡып китәм. ■ Йөрәгемдә бәғзән шиктәр тыуһа, һинең һүрәтеңде аламын. Д. Юлтый. Көҙгө ҡыҫҡа көндәр, яҡты йондоҙло оҙон, аяҙ көҙгө төндәр, бәғзән оҙон-оҙама быҫҡаҡ, Ер йөҙөн ҡаплаған ҡалын, ҡуйы төндәргә әүерелеп, һәлмәк кенә булып уҙып торалар. Ғ. Дәүләтшин.
БӘҒИД [ғәр. (Р: далёкий; И.: far-off; T.: uzak) с. иҫк. кит.
Алыҫ. □ Далёкий. Бәғид ҡала.
489