БАҒАНА
Багажнигы булған. □ С багажником, имеющий багажник. Багажниклы велосипед.
БАГГИ [рус. < ингл. buggy ‘кабриолет, еңел коляска’] (Р.: багги; И.: buggi; T.: spor arabası) и. спорт.
1—2 урынлы асыҡ башлы ярыш автомобиле. □ Багги. Багги ярышы. Багги машинаһы.
БАГЕТ [рус. < фр. baguette ‘таяҡса’] (Р.: багет; И.: plank; T.: çerçevelik) и.
1. Көҙгө, картина тирәсе өсөн һырлап йәки биҙәп эшләнгән йоҡа тар таҡта. □ Багет (резная планка для рам). / Багетный, багетовый. Багет тирәс. Багет тирәсле көҙгө. Багет салоны.
2. Шул таҡтанан эшләнгән тирәс. □ Багет (рама из резной планки). Көҙгөнөң ситенә багет ҡуйыу. Картинаны багет менән ти-рәсләу.
БАГОР [рус. I (Р: багор; И.: hook; T.: zıpkın) и.
Оҙон һаплы осло ырғаҡ. □ Багор. / Багорный. Багор ырғағы. Багор менән балыҡ тотоу. Багор менән һыуҙан бурәнә сығарыу. ■ [Миһран] ҡайһы ваҡыт ҡулындағы багоры менән бурәнәләргә йәбешкән боҙҙарҙы төрткөсләй, яр башындағы арҡандарҙы төкләп ала, уларҙы бергә йыйыштыра. М. Тажи. Ҡыуғын бик хәтәр эш: тамырға эләгеп торған йә ағас төбөнә эркелеп килеп тығылған бурәнәләрҙе багор менән төрткөләп ағыҙғанда, ҡыуғынсы ҡайһы саҡта, яҙатайым һыуға төшөп, ағып та китә һәм һыуға батып улә. Ж. Кейекбаев. Ерекле йылғаһының уң яҡ ярынан да, һул яғынан да оҙон һаплы багор, лом, балта тотҡан кешеләр төркөмө йылға тубәнләсенә табан ағыла. Н. Мусин. Багор ҡулдан-ҡулға кусте, Карам яҡлы кешеләр арый башланы. Ә. Хәкимов.
БАГОРЛАП (Р: багром; И.: with a hook; T: zıpkınla) р.
Багор менән. □ Багром. Бурәнәләрҙе ба-горлап сығарыу.
БАҒ [фарс. £Ь] (Р: сад; И.: orchard; T: bahçe) и. шиғр.
Баҡса. □ Сад. / Садовый. Бағ гөлө. ■ Донъя ул бер бағ икән; йән эйәһе шул бағта .. бары
уҫемлек, гөл икән. «Урал батыр». Китте ҡорт, бағлар тапты, кук сәскә кукрәп торған тағлар тапты. Ш. Бабич. Һунмәй мөхәббәт, көн һайын арта ғына, мин инеп аҙаштым, ахыры, ысын мөхәббәт бағына. М. Ғафури. Кавказ буйҙарында, балҡар бағында алһыуланып алмалар бешкән, мул тормош ҡанат йәйгән. Ғ. Хөсәйенов. Куңелемдә бағ астым таң нурында, ер гөлдәрен шунда теҙҙем мин. Ғ. Амантай. Ер йәшәрер, бергә ил йәшәрер, яңы тормош бағы гөлләнер. Т. Йәнәби.
БАҒАЛАНЫУ (бағалан-) ҡ. диал. ҡар. инаныу. Кешеләр ниндәйҙер юғары көс барлығына бағалана.
БАҒАН и.
1. диал. ҡар. бағана I, 1. ■ Баған ҡағыу.
■ Ауылға кәкук килһә, баған төбөнә һөт-ҡатыҡ ҡойғандар. Башҡорт мифологияһынан.
2. Киндер урынындағы ян ағастар. □ Боковые стояки домашнего ткацкого станка. Киндер урынының бағаны.
3. диал. миф. ҡар. бағана I, 8.
БАҒАНА I [дөйөм төрки бағана, баған ‘бағана’] (Р: столб; И.: pole; T: direk) и.
1. Ергә ҡаҙып ултыртылған бүрәнә. □ Столб. Имән бағана. Телефон бағанаһы. Капҡа бағанаһына һөйәлеу. Койма бағанаһы ултыртыу. Бағана кеуек ҡатып ҡалыу.
■ Маһира менән Шәйхи ҡаҙылған соҡорға бағана ултыртып маташа ине. X.Ғиләжев. Сым тартылған бағаналар теҙелеп киткән ауыл ситенән. М. Ғәли. Оло юл буйлап телефон бағаналары туҡтауһыҙ геуләй. Ш. Янбаев. Апайым менән беҙ атайыма ҡаршы йугерҙек, әсәйем, ниңәлер, ары атларға хәле юҡ кешеләй, ҡапҡа бағанаһына һөйәлде. Н. Мусин. Ана, электр бағаналары Каҙанғол уренә менеп еткән, бына-бына ауылға килеп инәсәктәр. М. Кәрим. Юламан аһ-уһ килеп ҡайтып етһә, егеуле ат уның ҡапҡа бағанаһына бәйләуле тора. Ә. Хәкимов. Бағана ултырт, ҡойма ҡойҙор, йәнем, урам буйына. Халыҡ йырынан.
2. кусм. Яҙыуҙың йәки һандарҙың өҫтән аҫҡа төшкән тар буйы. □ Столбец, колонка. Һуҙҙәрҙе ике бағанаға бу леп яҙыу.
59