БАҒАНА
Гәзиттең бер бағанаһы ауыл хужалығы күрһәткестәренә бағышланған.
3. диал. ҡар. ҡаҙыҡ. Бағана ҡағыу. Ат бағанаһы. ■ Алты ҡола ала бейә тимер бағанала бәйле тора. Әкиәттән. Хатта яҡыныраҡ барған кеше ой урыны билдәләнгән ерҙә ҡыҫҡа ғына бағаналар ҡағылғанды ла шәйләр ине. Д. Бүләков. Зәкәриә уға [Сәмиғуллаға] бағана ослап биреп торҙо. Ж. Кейекбаев. Әйләр хандың тирмә алдындағы бағананан яусыларҙың бәйле аты өҙөлмәгән. «Алпамыша».
4. диал. ҡар. баҡан. ■ Буҙансы батыр йәйә менән уғын алған да баяғы ҡырҡ аршынлы бағана башына менеп киткән. Әкиәттән.
5. диал. ҡар. һырғауыл 1.
6. күсм. Нимәнеңдер бейек булып һуҙылған вертикаль рәте. □ Столб. Саң бағанаһы. Төтөн бағанаһы. ■ Тауҙар итәгендә төтөн бағаналары күренә, йәйләүҙәгеләр усаҡ яҡҡандар, күрәһең. М. Кәрим. Ел ҡара төтөн бағаналарын бергә ҡушып диңгеҙ өҫтөнә ҡыуа, шул сәбәпле яр буйы зәңгәрһыу -ҡара монар эсендә йөҙә. Б. Рафиҡов. Көтмәгәндә аҫтан урғылып һыу бағанаһы күтәрелде, аяҡ терәгән боҙҙары түңкәрелде лә, быларҙы батырып, өҫтән ҡапланы ҡуйҙы. Г. Яҡупова. Күп тә үтмәне, ҡаланың әле бер ерендә, әле икенсеһендә ялҡын бағаналары ҡалҡып сыҡты. Ә. Хәкимов. Бер ваҡыт, йылҡысы менән һунарҙа йөрөгәндә, Коблан тау аръяғында туҙан бағанаһын күргән. Әкиәттән. Төтөн бағанаһы бөҙрәләнеп юғары күтәрелде лә, һүтелеп, юғалды. Ғ. Хәйри. Иртәнсәк томан һыуҙан бағана кеүек күтәрелһә, ямғыр булыр. Һынамыш.
7. күсм. Терәк, таяныс. □ Опора. Тормош бағанаһы. Н [Хәҙрәт Шәрифуллаға:] Ун йылдар буйына үҙемдә торған, тормошомдоң бағанаһы булған һине нисек иттереп ҡалдырып китәйем? Ғ. Хәйри. • Бала — ата-инәгә алтын бағана. Әйтем.
8. миф. Йыһандың төрлө донъяларының үҙ-ара бәйләнешен белдергән бағана; донъя ағасын, тауҙы йәки ат бәйләгесте кәүҙәләндерә. □ Столб, кол, который осу
ществляет связь между мирами Вселенной, выполняет роль мирового дерева или горы, коновязи, оси земли. ■ Кайғы, бәлә-ҡазанан һаҡланыу йөҙөнән кәкүк ултырған ағасҡа, бағанаға һөт йә булмаһа ҡатыҡ ҡойоу ғәҙәте бар. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Күҙле бағана шул уҡ күҙле бүкән (ҡар. бүкән). Тәре бағанаһы шаҡ ҡатып ҡалған кешегә әрләп әйтелә. □ Как истукан (о человеке). Ҡатҡан бағана һымаҡ (кеүек) аптырауҙан, ҡурҡыуҙан һ. б. ҡатып ҡалғанда әйтелә. □ Как истукан (обудивлённом, испугавшемся человеке). ■ Мин шыҡһыҙ бүлмә уртаһында ултырҙым да ҡатҡан бағана һымаҡ ҡуҙғала ла алмай тик торам. М. Бураҡаева. Катҡан бағаналай баҫып тора бирә Сәлим. «Ағиҙел», №4, 2010. Тик наҙлы хистәрен һиҙҙерергә өйрәнмәгән бала тартынды, баҫҡан ерендә ҡатҡан бағана кеүек торҙо ла торҙо. «Ағиҙел», № 7, 2010.
БАҒАНА II (Р.: нарыв между пальцами; И.: boil; T.: çıban) и. мед.
Бармаҡ араһына сыҡҡан шешек. □ Нарыв между пальцами или на ладони. Бағана сығыу.
БАҒАНА III (P: столбики; И.: columns; T.: sütün) и.
Йөн ойоҡто бәйләү ысулы. □ Столбики (способ вязки шерстяного носка). Ойоҡто бағана менән бәйләү.
БАҒАНА IV (Р: куплет; И.: couplet; T.: beyit) и. диал.
Шиғри әҫәрҙең рифма менән берләштерелгән бер нисә юллыҡ бер өлөшө. □ Куплет. Өс бағаналы йыр. Йырҙың тәүге бағанаһын мин йырлайым.
БАҒАНА V р. диал. ҡар. бая. И Бағана мин килмәнем бит. Әкиәттән.
БАҒАНАҠ (бағанағы) и. диал. ҡар. бәпембә 1. Бағанаҡ йөндәре оса.
БАҒАНА ҠАБЫРҒА и. анат. ҡар. бығым. Бағана ҡабырға ҡаҙыһы.
БАҒАНАЛАП (Р: в столбик; И.: in a column; T.: alt alta) p.
60