БАҒАЯҠ
1. мат. Һандарҙы бер-береһенең аҫтына яҙып математик ғәмәлдәрҙе башҡарыу юлы. □ В столбик. Бағаналап ҡушыу.
2. Бер-береһенең аҫтына теҙеп. □ Столбиками. Бағаналап яҙылған һуҙҙәр.
БАҒАНАЛЫҠ (бағаналығы) (Р.: дерево, пригодное для столба; И.: timber fit for posts; T.: direklik) и.
Бағана итеп ҡырҡырға яраҡлы ағас. □ Дерево, пригодное для столба. Бағаналыҡтар әҙерләу. ■ [Әхмәҙиев:] Һарайҙы йунәтер өсөн бағаналыҡ, урҙа, бәпкәлек ағас кәрәк инде. Р. Солтангәрәев. Кисә [Нәзиф], юл ыңғайында, ҡапҡа бағаналыҡтары өсөн ике имән алып ҡайтты. Ғ. Лоҡманов. Кисә, ана, .. [атайым] атты еккән дә төнөн урманға барып, имән бағаналыҡ тейәп ҡайтҡан. Н. Мусин.
БАҒАНА УМАРТА (Р: колодочный улей; И.: sort of a (bee)hive; T.: arı kovanı) и. диал.
Түмәрҙе соҡоп яһаған умарта; түмәр умарта. □ Колодочный улей. Бабай бағана умарталар яһап ҡуйған.
Б АҒАН ТУБЫ (Р: игра в мячик; И.: sort of a ball game; T.: top oyunu) и. диал.
Туп ҡағыш уйыны. □ Игра в мячик. Баған тубы уйнау. Балалар баған тубы һуға.
БАҒАНУҠ (Р: давно; И.: long ago; T: çoktan) р. диал.
Бая уҡ. □ Давно. Бағануҡ килдем.
БАҒАРА (Р: речной гольян; И.: minnow; T: golyan balığı) и. зоол.
1. Йылға маймаһы (балыҡ). □ Речной гольян (лат. Phoxinus phoxinus).
2. диал. ҡар. ташбаш 1.
БАҒАУ (Р: топор с поперечным лезвием; И.: kind of an axe; T: balta) и.
1. Ялғаш, умарта кеүек нәмә соҡой, бүрәнә ыра торған арҡыры балта. □ Топор с поперечным лезвием (для выдалбливания корыт, колодочных ульев и бортей, выемки пазов в брёвнах). ■ Яу уҙып, бер аҙ уткәс, хан башҡорттар араһына ғәскәре-нөгәрҙәре менән турәләрен ебәргән. Улар .. ер-һыуҙарҙы ырыу-ырыу, йәйләу-йәйләу бу леп биргән, һәр бер ырыу халҡына тамға, оран, ағас, ҡош
тәғәйенләгән. Беҙҙең ҡатай ырыуының бағау тамғаһы, Салауат ораны, ҡарағай ағасы шунан ҡалған. Легенданан.
2. миф. Умартаны ен-пәрейҙән, ауырыу эйәләренән ҡурсалай торған предмет. □ Топор (мифологизированный предмет, охраняющий улей).
БАҒАУЫЛ [боронғо төрки баҡ- ‘ҡарау, күҙәтеү’] (Р: караул; И.: guard; T: muhafız) и.
1. Ниҙеңдер именлеген күҙәткән һаҡ; ҡарауыл. □ Караул, наблюдение; надзор, присмотр. Бағауыл ҡуйыу. ■ Кинйә яҡ-яҡтағы бағауылды көсәйтте. Ғ. Ибраһимов. Башҡорттарҙа бер ырыу башлығы у лер алдынан ҡапҡа алдына бағауыл ҡуя. Легенданан. Бағауылһыҙ ил эсе арҙандарһыҙ буламы? Эпостан.
2. Шул һаҡта торған кеше; һаҡсы, ҡарауылсы. □ Наблюдатель; стража, караул. Бағауыл ҡуйыу, fl Борон-борон заманда, кәзә команда, өйрәк урәтник, куркә дисәтник, буреләр бағауыл .. саҡта булған, ти, бер хан. Әкиәттән. Таң менән тирә-яҡты куҙәтергә сыҡҡан Шоңҡарҙың бағауылдары Тубыл яғынан драгундар яҡынлап килеуен хәбәр ит[те]. Н. Мусин. • Яманды бағауыл итһәң, «яу килә» тип ҡысҡырыр. Мәҡәл.
БАҒАУЫЛЛАТЫУ (бағауыллат-) ҡ. йөкм. ҡар. бағауыллау, понуд. от бағауыллау. Көтөусенән малымды бағауыллатам.
БАҒАУЫЛЛАУ (бағауылла-) (Р: присматривать; И.: look (after); T: gözetmek) ҡ.
Ниҙеңдер именлеген, теүәллеген һаҡлау; ҡарауыллау. □ Присматривать, приглядывать за кем-чем, караулить кого-что. Аттарҙы бағауыллау, fl [Бай:] Ана ҡура янында һарыҡтарыңды бағауыллап ят, эт-ҡош теймәһен. Т. Хәйбуллин.
БАҒАУЫЛЛЫ (Р: находящийся под присмотром; И.: taken care of; T: bakımlı) c.
Ҡарауыллы. □ Находящийся под присмотром. Бағауыллы йорт. Бағауыллы һарай. Бағауыллы ер-һыу. Бағауыллы мал-тыуар.
БАҒАЯҠ (бағаяғы) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1.
61