БАҒБАН
БАҒБАН [фарс. (Р.: садовод;
И.: gardener; T.: bahçıvan) и. иҫк.
Баҡсасы. □ Садовод, садовник. Бағбан үҫтергән сәскәләр.
БАҒБОСТАН [фарс.-ғәр. ûMi] (Р: фруктовый сад; И.: orchard; T.: meyve bahçesi) и. иҫк. кит.
Йәшелсә-емеш баҡсаһы. □ Фруктовый сад. ■ Бағбостан эсе йәмгә сырмалды, балҡыны унда илһам нурҙары. Ш. Бабич.
БАҒИ I [фарс.-ғәр. (Р: деспот; И.: tyrant; T.: zorba) и. иҫк. кит.
Йәберләүсе, залим. □ Деспот, тиран, притеснитель, угнетатель, поработитель. Бағи-ҙар яуы. ■ Шуның өсөн дә хәҙер уны [Арыҫланды] үҙе ойошторған бағиҙар табында күргеһе килеп, [Килмәк] һаман да уға сат йәбешергә тырыша ине. Ғ. Ибраһимов.
БАҒИ II [фарс.-ғәр. (Р: распутный; И.: dissolute; T.: ahlaksız) с. иҫк. кит.
Сиктән, тәртиптән сығыусы. □ Распутный, нарушающий дисциплину. Бағи эш. Бағи ҡылыҡ. ■ [Хәлфә:]Һә?!Бына бит, бына ул бағи һүҙҙәр. Батшанан юғары булғың кил-мешме? Ғ. Ибраһимов.
БАҒИҪ [ғәр. ^Ь] (р.; причина; И.: cause; T.: sebep) и. иҫк.
Сәбәп, һылтау. □ Причина, мотив, побуждение, стимул. Бағиҫ булыу. Был хәлгә нимә бағиҫ булып тора?
БАҒЛАНЫУ (бағлан-) ҡ. төш. ҡар. бағлау, страд, от бағлау. Ике дәүләт араһында дуҫлыҡ ептәре бағланды.
БАҒЛАНЫШ (Р: связь; И.: relation; T.: bağlantı) и. юғары.
Ике арала булған ҡатнашлыҡ; бәйләнеш. □ Связь, сношения. Бағланыш тотоу. Дуҫлыҡ бағланыштары.
БАҒЛАУ (бағла-) [боронғо төрки бағ ‘бау’] (Р: устанавливать связь; И.: establish relations; T.: bağlamak) ҡ. юғары.
1. Ике арала ҡатнашлыҡ, мөнәсәбәт булдырыу. □ Устанавливать связь. // Установление связи. Туғанлыҡ бағлау.
2. иҫк. Бәйләү. □ Привязывать. ■ Ҡыуан, башҡорт, ҡыуанып хаҡҡа буйһон, ил битенә
бағла билеңде. Ш. Бабич. Күңелемде донъяға түгел, ожмахҡа бағланым, мәшәҡәт күрҙем. «Ағиҙел», № 10,2010.
3. күсм. Ирекһеҙ итеү; бәйләү. □ Делать подневольным. Ул бик уҫал ир, ҡатынын бағлап тота.
♦ Ҡул бағлау түбәнселек менән ике ҡулды бер-береһе өҫтөнә күкрәккә ҡуйыу.
□ Сложить руки на груди (в знак почтения). Кул бағлап күрешеү. Өмөт (йәки ышаныс) бағлау өмөт йәки ышаныс менән ҡарау.
□ Возлагать надежды, надеяться, рассчитывать на кого-что. ■ Тәбиғәт күренешен күҙәткәс, киләсәккә ҙур өмөт бағлаған Ғәй-зулланың күңеле бер аҙ күтәрелде. Я. Хамматов. Аңламай, тип мине шелтәләмә, кисерер, тип өмөт бағлама. Р. Сафин. Мин дә таныш тауҙарыма гел өмөт бағлап торам. Т. Арслан. Халыҡ уларҙы [илселәрҙе] ҙур өмөт бағлап оҙатҡан. Ә. Вахитов. Тимәк, Кәбирҙең киләсәгенә унда айырым өмөт бағлайҙар? «Ағиҙел», № 10, 2010. Атаһы күп өмөт бағлаған түрә улы Шағәле лә ана шулай үҫеп буйға етте, егет ҡорона керҙе. К. Мәргән.
БАҒРА и. диал.
1. ҡар. баҡра. • Бүҙәнәнең дә үҙенә күрә бағраһы бар. Әйтем.
2. зоол. ҡар. бағыр 1,1.
3. зоол. ҡар. бағара 1.
4. зоол. ҡар. бағыр үләне.
БАҒРЫ и. бот. диал. ҡар. бағыр I, 1. ■ Умарталыҡтан алыҫ түгел, бөҙрә тирәктәр араһында, бәрҙе, бағры балыҡтарының төйәге — ташҡын йылға бер өҙлөкһөҙ үҙенең мәңгелек йырын йырлай. 3. Биишева. Бишмәт кенә бишмәт, бишләр төймә, бағры меҫкен балыҡ һөйәге. Халыҡ йырынан. Бер саҡ был [ҡарт] йылғаға төшөп йыуынайым тиһә, һыуҙан бер бағры килеп сыҡҡан. Легенданан.
БАҒСТАН [фарс. (Р: сады;
И.: garden plots; T.: bahçelik) и. иҫк. кит.
Баҡсалыҡ. □ Сады. Бағстан ҡоштары.
БАҒСЫ (Р: садовник; И.: gardener; T.: bahçıvan) и. иҫк. кит.
62