БАҒЫНДЫРЫУ
Баҡсасы. □ Садовник, садовод. ■ Был һуҙҙәрҙән бағсыларҙа тәҡәт бөтә, ауыҙҙан утлы асыу сәсрәп китә. Ш. Бабич.
БАҒҮЛӘН и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Бағулән сәскәһе.
БАҒЫМ I [дөйөм төрки баҡ- ‘бағыу, ҡарау’] (Р.: знахарство; И.: healing; T.: bağı) и.
Им-том, күрәҙәлек итеү эше. □ Знахарство, ворожба, гадание. Бағым менән булыу. Бағым менән шөғөлләнеу. Бағым итеу. Бағымға йөрөу. Бағымға ышаныу.
БАҒЫМ II (Р: южный склон горы; И.: southern slope of a mountain; T.: dağın güney yamacı) и. диал.
Тауҙың көньяҡ бите. □ Южный склон горы. Малдар тау бағымында йөрөйҙәр. Бағымдағы ҡайындар ҡояш нурҙарына ҡойона.
БАҒЫМБА и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1. Бағымба мамығы.
БАҒЫМ БАҒЫУ (бағым баҡ-) (Р: заниматься знахарством; И.: practice healing; T: fal açmak) ҡ.
Им-том, күрәҙәлек менән шөғөлләнеү. □ Заниматься знахарством, ворожбой, ворожить, гадать. // Знахарство, ворожба, гадание. Бағым бағыу менән көн куреу. Өләсәйем бағым бағып, кеше ҡарап йәшәне.
БАҒЫМБАҠ (бағымбағы) и. бот. диал. ҡар. бәпембә 1.
БАҒЫМ БАЛА (Р: приёмный ребёнок; И.: adopted child; T: evlatlık) и. диал.
Тәрбиәгә алынған бала. □ Приёмный ребёнок. Бағым бала алған ғаиләләр дәуләт куҙәтеуе аҫтында була.
БАҒЫМЛЫҠ (бағымлығы) (Р: заговор; И.: kind of exorcism; T: bağı) и. диал.
Бағым бағыуҙа әйтелгән һамаҡ. □ Заговор, используемый в знахарстве. ■ Бағымсы бағымлыҡ әйтә лә имләй башлай. Башҡорт мифологияһынан.
БАҒЫМСЫ I [боронғо төрки баға ‘күрәҙә’] (Р: знахарь; И.: healer; T: bağıcı) и.
Имсе, күрәҙәлек итеүсе. □ Знахарь, знахарка, ворожея, гадалка. / Знахарский. Бағымсыға йөрөу. Бағымсыға барыу. ■ Бағымсы курәҙәлек, им-том, арбау, ырым менән
булышҡан. Ул кешенең уткәнен һәм киләсәген, ауырыу-сырхауҙарын, хатта уй-ниәттәрен дә белгән. Ф. Хисамитдинова. Юрау өсөн Тамъян иленә ҡайҙандыр Сулман яғынан килеп аҙашып тороп ҡалған бағымсы ҡарсыҡ саҡырылды. К. Мәргән. Бәләкәй сағында әсәһе уны [Гөлбаныуҙы] бағымсыға ла алып барып ҡараны. Т. Ғарипова. • Бағымсыға барма, башыңа ҡайғы алма. Әйтем.
БАҒЫМСЫ II и. ҡар. бағыусы II. Кисәнең бағымсылары. Эшҡыуар сараның бағымсыһы булырға ризалашты.
БАҒЫМСЫЛАУ (бағымсыла-) (Р: заниматься знахарством; И.: practice healing; T: fal açmak) ҡ.
Им-том, күрәҙәлек менән шөғөлләнеү. □ Заниматься знахарством, ворожбой, ворожить, гадать. ■ Им менән, курәҙәлек менән шөғөлләнеуҙе бағымсылау тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
БАҒЫМСЫЛЫҠ (бағымсылығы) и. ҡар. бағым I. Бағымсылыҡ менән шөғөлләнеу.
БАҒЫМСЫ ӘБЕЙ и. ҡар. багымсы.
■ Бағымсы әбей балаһыҙ ҡатынды ике йылға ҡушылдығына алып барып әмәлләгән. Башҡорт мифологияһынан.
БАҒЫМТАЛ (Р: ухоженный; И.: well-groomed; T: bakımlı) с.
Яҡшы ҡаралған, тәрбиә ителгән (малға ҡарата). □ Ухоженный, упитанный, откормленный (о скоте). Бағымтал мал.
БАҒЫНДЫРЫУ (бағындыр-) (Р: подчинять; И.: subordinate; T: bağımlamak) ҡ.
1. Көс ҡулланып, баш эйҙереү, бойондороҡло итеү; буйһондороу. □ Подчинять, покорять. // Подчинение, покорение. Үҙеңә бағындырыу. ■ Их, тәбиғәт,.. кешеләр бөгөн һине уҙҙәренә бағындырыр өсөн килделәр. Б. Вәлид.
2. Күнергә, яраҡлашырға мәжбүр итеү; буйһондороу. □ Заставлять приспосабливаться. ■ Оҙаҡҡа һуҙылған аҡман-тоҡман бурандары ергә мәңгегә килгәндәй, бөтә уҫемлек һәм тереклек донъяһын уҙ ҡеуәтенә буйһондороп, бағындырып алырҙай булып туланы. Т. Ғарипова.
63