БАҒЫУСЫ ҠОРТТАР
Матди ярҙам күрһәтеүсе. □ Спонсор. Сараның бағыусыһы. Бағыусылар ярҙамы. ■ Бигерәк тә 1908 йылда «Шура» журналы сыға башлағас, Закир Рәмиев журналдың бағыусыһы, ә Әхмәтзәки Вәлиди авторҙарҙың береһе булараҡ, Ырымбурҙа йыш осрашалар. «Йәшлек», 14 декабрь 2010.
БАҒЫУСЫ ҠОРТТАР (Р.: пчёлы-кормилицы; И.: provider bees; T: işçi arılar) и. умарт.
Ашатыусы ҡорттар. □ Пчёлы-кормилицы. Бағыусы ҡорттар эшкә сыға.
БАҒЫУҺЫҘЛАНЫУ (бағыуһыҙлан-) (Р.: запустеть; И.: become desolate; T.: bakimsiz kalmak) ҡ. диал.
Ташландыҡ хәлгә ҡалыу. □ Запустеть, прийти в состояние упадка. Өй бағыу-һыҙланып китте. Ауыл бағыуһыҙланып ултыра.
Б АҒЫУ ҺЫҘ Л ЫҠ (бағыу һыҙ л ығы) (Р: беспризорность; И.: stray children; T.: evsizlik) и.
Балалар, үҫмерҙәр өсөн ғаилә йәки дәүләт тәрбиәһе булмауы. □ Беспризорность. Куп енәйәттәр бағыуһыҙлыҡтан килә.
БАҒЫШ I (Р: посвящение; И.: dedication; T.: ithaf) и.
Төбәлгән, арналған һүҙ, яҙыу йәки сара. □ Посвящение. Шағирҙың тыуған көнөнә бағыш. Байрамға бағыш.
БАҒЫШ II (Р: косогор; И.: hillside; T.: yamaç) и. диал.
Сағыл. □ Косогор. Тау бағышы. Бағыш башы. Бағышҡа менеу. Бағышта ҡарағайҙар ур.
БАҒЫШЛАНЫУ (бағышлан-) ҡ. төш. ҡар. бағышлау, страд, от бағышлау. Бағышланған әҫәр. Ғалим юбилейына бағышланған кисә. Әсәләргә бағышланған йыр. ■ Йырҙарымдың иң-иң аҫылдары бағышлана туған халҡыма. А. Игебаев. Туйға саҡырылған йырсылар, думбырасыларға ҡушылып, уйын-көлкөгә бағышланған йырҙарҙы башҡарҙы. Я. Хамматов. Ауыҙ-тел ижадының бик боронғо төрөнә ҡараған ҡобайырҙарҙың бай
тағы әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә бағышлана. «Ағиҙел», № 3, 2010.
БАҒЫШЛАТЫУ (бағышлат-) ҡ. йөкм. ҡар. бағышлау, понуд. от бағышлау. Бағышлатып йыр йырлаттым.
БАҒЫШЛАУ (бағышла-) (Р: посвящать; И.: devote, dedicate; T.: adamak) ҡ.
1. Берәй нәмәне кем йәки нимәлер исеменә тәғәйенләү, төбәү; арнау. □ Посвящать. // Посвящение. Йырҙы әсәйгә бағышлау. ■ Һалдат-йырсы! Һиңә бағышлайым йырҙарымдың хәтәр минуттарҙа тыуғанын. М. Кәрим. Бына әле менеп йөрөгән Турысайын атаһы Алдарға бағышлаған, бик тә аҡыллы, матур хайуан, шулай ҙа ул Ерәнҡашҡаны ла һаман уҙенеке итеп иҫәпләй ине. Н. Мусин. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: 1911 йылда донъя кургән тәуге ғилми хеҙмәте булған мәҡәләһен Вәлиди Иҙеукәй тураһындағы дастанға бағышлаған булған. «Ағиҙел», № 9, 2010. Юҡ, әгәр ҙә Һабрауҙы осратмаһа, куңеленең наҙын, иң нескә хистәрен уға бағышламаһа, Ҡарасәс, моғайын, әлеге сәйер ҙә, өмөтһөҙ ҙә яҙмышты һайламаҫ, теләйме-юҡмы, йола ҡушҡанса, өлөшөнә төшкән көмөшө Айсыуаҡ менән йәшәй бирер ине. Ә. Хәкимов. Тик һандуғастар ғына, тейешле ваҡытты әрәмгә уҙғарырға теләмәгәндәй, бәхетле мөхәббәткә, шатлыҡлы киләсәккә бағышлап, йырҙар йырлай. Я. Хамматов.
2. Берәй эш-хеҙмәткә бөтә булмышың менән бирелеү. □ Посвящать себя чему-л. Ғумерҙе фәнгә бағышлау. ■ [Зәки:] Нәзмиә! Үҙемде һиңә генә бағышлап йәшәгем килә лә. Н. Асанбаев. Әгәр ҙә кеше эшен ярата икән, ул уҙен яратҡан һәнәренә тулыһынса бағышларға бурыслы. «Ағиҙел», № 3, 2010. Ир-егет уҙен тулыһынса фәнгә бағышлап, ниндәйҙер бөйөк асыш яһау һәләтенә эйә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
БАҒЫШЛЫ (Р: посвящённый; И.: devoted; T: bağlı) с.
Бағышланған, арналған. □ Посвящённый чему-л. Мөхәббәткә бағышлы йыр. Байрамға
66