БАҘ
бағышлы шиғыр. Сәйәсәткә бағышлы тапшырыу.
БАД [фарс. (Р.: ветер; И.: wind; T.: rüzgar) и. иҫк. кит.
Ел. □ Ветер. Сүллек бады.
БАДИ [ғәр. с?Л?] (Р.: начинатель; И.: originator; T.: başlatıcı) и. иҫк. кит.
Башлаусы, башлап ебәреүсе. □ Начинатель, инициатор; зачинщик. ■ Берәүгә морат булһа хаҡтың яды, белеме миҡдарынса уға бади. М. Аҡмулла.
БАДИЛИК (бадилигы) (Р: паровое поле; И.: fallow field; T.: ekilmemiş alan) и. диал.
Бер йыл сәселмәгән ялан. □ Паровое поле. Бадиликка быйыл бойҙай сәсергә булдылар.
БАДИРӘ I [ғәр. ь>Ь] (Р: признак; И.: mark; T.: işaret) и. иҫк. кит.
Билдә, билге. □ Признак, предвестник; первая весточка. Яҙ бадирәһе.
БАДИРӘ II [ғәр. *>Ь] (Р: первые шаги; И.: first steps; T.: ilk adımlar) и. иҫк. кит.
Тәүге аҙым. □ Первые шаги. Шиғриәттәге бадирә.
БАДИРӘ III [ғәр. ь>Ь] (р.: слово, сказанное невзначай; И.: word uttered by chance; T.: badire) и. иҫк. кит.
Уйламаҫтан ысҡынған һүҙ. □ Слово, сказанное невзначай. Был бадирәгә иғтибар итмә.
БАДИША и. иҫк. ҡар. батша. Бадишаға баш һалыу.
БАДИӘ [ғәр.(Р: пустыня; И.: desert; T: çöl) и. иҫк. кит.
1. Сүллек. □ Пустыня. Бадиә эҫелеге. Бадиә ҡомлоҡтары.
2. Күсмә халыҡ; бәҙәүи. □ Кочевник. Бадиә халыҡтар.
БАДМИНТОН [рус. < ингл. Badminton ‘ҡала исеме’] (Р: бадминтон; И.: badminton; T: badminton) и. спорт.
Ҡойроҡло тупты ракетка менән ҡара-ҡаршы һуғып уйнай торған уйын. □ Бадминтон. / Бадминтонный. Бадминтон уйнарға өйрәнеү. Бадминтон уйнарға яратыу.
БАДМИНТОНСЫ (Р: бадминтонист; И.: badminton player; T: badmintoncu) и. спорт.
Бадминтон уйнаусы. □ Бадминтонист. Бадминтонсылар командаһы.
БАДЫЯ БИҘРӘ и. диал. ҡар. баҙыя 1. Бадыя биҙрәне йыуып ҡуйҙым.
БАҘ I [төрки] (Р: погреб; И.: cellar; T.: kiler) и.
1. Аҙыҡ, йәшелсә һаҡлау өсөн өй иҙәне аҫтына йәки тышҡа ҡаҙылған соҡор. □ Погреб, подполье, подвал. Ер баҙ. Баҙға картуф һалыу. Баҙҙы тәрән ҡаҙыу. Итте баҙҙа һаҡлау. ■ Ирәкте хужаһы Аҫылғужа түрәнең махсус ҡаҙылған баҙына төшөрөп япҡанда, ни булаһын егет әле күҙ алдына килтерә алмай ине. К. Мәргән. Баҙ эсендә бер яңғыҙ ҡаҙ өҙөлөп-өҙөлөп ҡаңғылдай. Әкиәттән. Ер баҙындағы көбөләрҙәге ҡымыҙ, уның [Көнбикәнең] уңған ҡулы аша үткәнлектән, ҡыш уртаһынаса боҙолмай һаҡлана. Н. Мусин. Күлуртлар уртындағы һыуҙың яртыһын мунсаның баҙына ҡоя ла, бишеһе лә төшөп ята. Әкиәттән. • Кешегә баҙ ҡаҙма — үҙең төшөрһөң. Мәҡәл. Баҙ ҡаҙыһаң, икене ҡаҙы — береһе үҙеңә булыр. Әйтем. Кешегә баҙ ҡаҙыһаң, үҙең буйы ҡаҙы. Әйтем.
2. Дегет ҡайнатыу, күмер үртәү кеүек эш өсөн йәтешләнгән соҡор. □ Яма (для перегонки дёгтя и обжигания угля). Дегет баҙы ҡаҙыу. Ағастарҙы күмер баҙында яғыу. ■ Ташбатҡан халҡы урмандың ҡәҙерен белә хәҙер, сөнки улар урман кәсебе менән көн күрәләр: йәй көнө .. улар бөтә ауыл менән һалабаш төшөрәләр, тау араларында баҙ ҡаҙып, ҡайын дегете үртәйҙәр; ҡатын-ҡыҙ, хатта аяҡтан баҫҡан бала-сағаға тиклем имән, тал ҡайыры һуйырға йөрөйҙәр. Ж. Кейекбаев. Бынан әллә нисәмә йылдар элек .. ошо ҡайын урманының урта төшөндә Йыһат тигән байҙың туҙҙан таҙа дегет ҡайната торған өс баҙы булған. Н. Мусин.
3. Иҙән. □ Пол. Баҙ түшәлгән ыҡсым ғына ихата, башы ҡыйыҡлы ҙур ҡапҡа.
з*
67