БАҘ
4. миф. Баҙ; аҫҡы донъя менән бәйле урын. □ Мифологизированное место, связанное с нижним миром. ■ Төшөңдә баҙға төшһәң, йә уҙең, йә яҡының улә. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Баҙ ҡаҙыу аҫтыртын этлек эшләү. □ Рыть яму кому (думать злость). ■ [Мазһар:] Янама, Мәғзум, ҡаҙыған баҙыңа уҙеңә килеп ҡапланырға тура килмәһен. X. Ибраһимов. [Кәримә:] Оят та юҡ, бит тә юҡ! Үҙ иптәшеңә, дуҫыңа баҙ ҡаҙып йөрө әле. Яр. Вәлиев. Туҡтамыш уҙ-уҙенә баҙ ҡаҙыны, янындағы ике йөҙ меңдән артыҡ ғәскәрҙе һәләкәткә дусар итте. Ә. Хәкимов.
БАҘ II (Р.: подражание сиянию; И.: word for imitating radiance; T: parlak) оҡш.
Янған һымаҡ йызлап тороуҙы белдергән һүҙ. □ Подражание сиянию, блеску. Баҙ итеп янып тороу.
БАҘАҒЫЙ [рус. бодяк] и. диал. ҡар. һаҙ билсәне. Баҙағый япрағы. Баҙағыйҙар уҫә.
БАҘАМ [фарс. fbU] (Р: миндаль; И.: almonds; T.: badem) и. бот.
1. Гөлйемештәр ғаиләһенә ҡараған алһыу сәскәле, сәтләүек һымаҡ емешле көньяҡ ағасы. □ Миндаль. / Миндальный, миндалевый (лат. Prunus dulcıs). Баҙам ағасы емештәре. Баҙам сәтләуеге йыйыу. Баҙам сәтләуеге һатып алыу. Баҙам плантациялары. ■ Урманлы тарлауыҡтан зәп-зәңгәр кулле аҡланға сыҡһаң, унда зәйтун, баҙам сәтләуеге уҫкән плантациялар хайран итә. «Башҡортостан», 24 август 2011.
2. Шул ағастың сәтләүеге эсендәге емеш. □ Миндалина (ядро миндального ореха). Баҙам һалып бешерелгән кумәс. Ваҡланған баҙам. Әсе баҙам. ■ Һыуытҡан ҡамырҙы алып, йәймә йәйәбеҙ ҙә, әҙер эслекте тигеҙләп һалып сығабыҙ. Өҫтөнә .. баҙам онтағын һибәбеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8,2011.
БАҘАМ БИҘҘӘРЕ (Р: миндалины; И.: tonsil; T.: bademcikler) и. анат.
Ауыҙ ҡыуышлығының йотҡолоҡ өҫтөндә урынлашҡан лимфоид туҡыма тупланмаһы. □ Миндалины. Баҙам биҙҙәре ше-
шеу. ■ Тамаҡтағы баҙам биҙҙәре зарарлы вирустарҙы юҡ итеусе һаҡсылар кеуек эшләй. «Башҡортостан ҡыҙы», № 12, 2010.
БАҘАМЛЫ (Р: с миндалиной; И.: containing almonds; T.: bademli) с.
Баҙамы булған, баҙам (2) һалынған.
□ С миндалиной, имеющий миндалины. Баҙамлы кумәс бешереу. Баҙамлы бәлеш. Баҙамлы турама эшләу.
БАҘАН (Р: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы аймағы. □ Базан (название родового подразделения башкир рода карагай-кыпчак).
БАҘАНЫУ I (баҙан-) ҡ.
1. ҡар. баҙау I. Баҙанып ишек төбөндә торма, тургә ут.
2. диал. Арыу. □ Утомляться. // Утомление. Урман ҡырҡып баҙандылар. ■ Ҡатын, егетте уҙенең ире тип уйлап: «Был бик баҙанып ҡайтҡан икән», — ти. Әкиәттән.
3. диал. Интегеү. □ Мучиться. // Мучение. Икмәкһеҙ баҙаныу.
4. диал. Биҙеү. □ Осточертеть. Бынау куршенән баҙанып бөттөм.
БАҘАНЫУ II (баҙан-) (Р: замахиваться; И.: be about to strike; T.: keskenmek) ҡ. диал.
Киҙәнеү. □ Замахиваться. Баҙанып, һуғырға уйлай миңә теге.
БАҘАР I [фарс. j*jb] (Р: торговля; И.: trade; T.: pazar) и.
1. Кешенең үҙе эшләгән, йыйған йәки етештергән әйберҙәре менән сауҙа итеүе.
□ Торговля. / Торговый. Емеш-еләк баҙары. Ит баҙары. ■ Шөкөр, баҙар уңды. Шәлдәремде талашып алдылар, инде икенсе юлы ундан да кәмде алып бармаҫҡа кәрәк, — тип әсәйемдең һөйөнгәнен куреу шул тиклем ҡыуаныслы. «Башҡортостан», 17 июнь 2011.
2. Шул сауҙа үткәрелгән махсус урын.
□ Рынок. / Рыночный. Баҙарға барып аҙыҡ-тулек һатып алыу. ■ Әсәйем угеҙ менән һарыҡты баҙарға сығарып һатты ла
68