БАҘАР
туй кәрәк-яраҡтары артынан ҡалаға сығып китте. Ф. Әсәнов. Бишенселәрҙә уҡығанмындыр, әсәйем баҙарға шәл һатырға киткәс, һыйырҙы үҙем һауырға булдым. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010. Сәми ҡарт үҙенең тотҡан балыҡтарын йөкмәп баҙарға китте. Д. Юлтый. Тамам алйып, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәй йөрөгәндә, баҙарҙа он һатырға килгән ауылдашы Бикмырҙаны осратты Шәрғиә. Ә. Хәкимов. • Өйҙәге иҫәпте баҙарҙағы хаҡ боҙа. Әйтем. Өйҙәге уй баҙарға ярамаҫ. Әйтем.
3. Ваҡыты-ваҡыты менән төрлө маҡсатта ойошторолған махсус сауҙа. □ Специальная торговля, организованная время от времени. Бал баҙары. Сәскә баҙары. Ит баҙары. ■ Ҡаланың бер нисә урынында шыршы баҙары эшләне. «Урал», 28 декабрь
2010.
4. иҡт. Тауар әйләнеше әлкәһе. □ Область товарооборота. Баҙар иҡтисады. Баҙар мөнәсәбәттәре. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары. Тармаҡ баҙары. Торлаҡ баҙары. Хеҙмәт баҙары. ■ Ҡуп нәмә донъя баҙарында нефттең хаҡы күпме буласағынан тора. «Ағиҙел», № 2,2010. Сауд Гәрәбстанындағы бал баҙары бик бай — Европа, Ҡытай, Аргентина, Мексика һәм башҡа илдәрҙән килтерелгән балдың тиҫтәләрсә сорты бар. Әммә, күренеүенсә, башҡорт балы — иң яҡшыһы. «Башҡортостан», 16 апрель
2011. Бөгөнгө конкурентлы хеҙмәт баҙары мөхитендә һәр кешенең заман шарттарына яраҡлаша алыуы, һәр яңылыҡты ҡабул итә алыу һәләтенә эйә булыуы бик мөһим. «Юшатыр», 29 ғинуар 2010.
5. Нимәнеңдер ирекле һатылыу хаҡы.
□ Цена, стоимость. Быйыл балдың баҙары артты. Йәшелсәнең баҙары төшкән.
6. күсм. Халыҡ алдындағы баһа, дәрәжә.
□ Авторитет. Үҙ баҙарыңды белеү. ■ Ауылда ҡурайсы, гармунсының баҙары юғары. Ә. Хәкимов. Иркен генә йәшәгән, ҡырыҫ холоҡло, ауылда үҙ баҙарының хаҡын яҡшы белгән Һөйәрбикә Сабурға һырт биреп боролоп ултырҙы. «Ағиҙел», № 5,2010.
7. күсм. Геүләп торған шау-шыу, ығы-зығы. □ Шум, крик. Был ниндәй баҙар? • Балалы өй — баҙар, балаһыҙ өй — маҙар. Мәҡәл. Бер ҡатын — ҡатын, ике ҡатын — баҙар, өс ҡатын — йәрминкә. Мәҡәл.
8. миф. Ен-пәрейҙәр ояһы. □ Чёртово логово.
♦ Баҙары артыу (күтәрелеү, үҫеү) 1) абруйы үҫеү, өҫтәлеү. □ Завоевать, повысить авторитет. ■ Үҙе ише малайҙар алдында уның [Зиннурҙың] баҙары икеләтә артты. К. Мәргән. Ҡунаҡҡолдоң баҙары үҫә башланы. Ул хәҙер элекке кеүек кәпәс һалып бурыс һорамай. X. Ғиләжев. Ил өҫтөнә барымта кеүек хәүефле бәлә-ҡаза килгәндә йәки башҡа шундай ваҡиғалар төшкәндә, түрәнең баҙары күтәрелеүсән була. К. Мәргән. Йөҙө ҡояштай балҡыған Вәғиздең баҙары артты, әммә эште үҙе боҙҙо. «Ағиҙел», № 4, 2010. Бикмырҙа тамағы ашҡа, өҫтө кейемгә туймаған иң фәҡир ғаиләлә тыуып, йәшләй үк көнө кеше тупһаһында уҙһа ла, форсаты еткәс, яҙмыш теҙгенен үҙ ҡулына алды, ыңғай холҡо, йомшаҡ һүҙе менән ауылдаштарын ауыҙына ҡаратып, Ҡаҙаяҡ тирмәнен ипкә-һапҡа килтереүе булды, баҙары күтәрелде лә китте кисәге байғоштоң. Ә. Хәкимов; 2) нимәнеңдер ҡиммәте, баһаһы күтәрелеү. □ Повышаться в цене, дорожать. Ситсаның баҙары арта. Баҙары төшөү
1) абруйы кәмеү, төшөү. □ Потерять авторитет. Хужаның баҙары төштө; 2) нимәнеңдер ҡиммәте, баһаһы төшөү. □ Подешеветь. Быйыл картуфтың баҙары төштө. Баҙарын күтәреү 1) кешенең абруйын арттырып күрһәтергә тырышыу. □ Поднять чей-л. авторитет. ■ Әллә үҙен белдеклегә һанап, баҙарын күтәрергә тырышамы? — тип уйлай Камалов йәш агроном тураһында. Яр. Вәлиев;
2) нәмәнең ҡиммәтен арттырып күрһәтергә тырышыу. □ Повышать цену на что-л. Әүен (төнәй) баҙарына китеү йоҡоға китеү, йоҡлап китеү. □ Уснуть, заснуть. Бала әүен баҙарына китте. ■ Тыштағы эштәрҙе бөтөрҙөм, әсәй, — тип ул арала Шәһүрә килеп инде. — Әллә һеҙ икәүегеҙ ҙә әүен баҙарына
69