БАҘАР
киттегеҙме? Н. Мусин. Эңерҙән йоҡларға яратҡан Көнһылыу, ҡолаҡсын мендәргә башын һалып, әүен баҙарына китеп тә барған. Т. Ғарипова.
БАҘАР II (Р.: воскресенье; И.: Sunday; T.: Pazar) и. һөйл.
Йәкшәмбе. □ Воскресенье. Ҡаланан үткән баҙар ҡайттым.
БАҘАР АЛДЫ (Р: суббота; И.: Saturday; T.: Cumartesi) и. һөйл.
Шәмбе. □ Суббота. Бөгөн баҙар алды булғас, бөтә кеше баҡсаларына китә башланы.
БАҘАР АРТЫ (Р.: понедельник; И.: Monday; T.: Pazartesi) и. һөйл.
Дүшәмбе. □ Понедельник. Баҙар арты көндө район үҙәгенә барырға кәрәк.
БАҘАР КӨН и. диал. ҡар. баҙар II. Баҙар көндө ял итәбеҙ. ■ Үткән баҙар көн Кесе инәйем мине һабын алырға ебәрҙе. М. Кәрим. Баҙар көн кис, ҡыҙыл эңер төшкәс, Ташбатҡан ауылының бер төркөм ҡарттары Әхмәдиҙең урам буйында ятҡан бүрәнәләре өҫтөндә һөйләшеп ултырҙылар. Ж. Кейекбаев.
БАҘАРҠАЙ (Р: расписной; И.: painted; T.: boyalı) с. диал.
Баҙыян (V). □ Расписной. Баҙарҡай сеүәтә.
БАҘАРҠАН [фарс. û^jjü] (Р: купец; И.: trader; customer; T.: pazarcı) и.
1. Сауҙагәр, һатыу итеүсе. □ Купец, торговец. / Купеческий. Көньяҡ баҙарҡандары. ■ Ана шул каруандар өсөн, шәреҡ баҙарҡандары менән Рәсәй сауҙагәрҙәре осрашып, тауар алмашырлыҡ урын тип .. [Ырымбур] һалынғайны. Ғ. Ибраһимов.
2. Баҙарсы, баҙарға йөрөүсе. □ Покупатель или продавец на базаре. ■ Баҙар майҙанына барып ингәс, Сәйф бер мәлгә хатта аҙанып ҡалды. Ары һуғылып, бире ҡағылып, шау-гөр килеп йөрөгән баҙарҡандар араһынан йырып үтерлек түгел. Ә. Хәкимов.
БАҘАРЛАНЫУ (баҙарлан-) ҡ. төш. ҡар. баҙарлау I. страд, от баҙарлау I. Ял көндө ҡалаға сығып баҙарланып ҡайтырға тип уйлап торам.
БАҘАРЛАУ I (баҙар л а-) (Р: ходить на базар; И.: visit a bazaar; T.: pazara gitmek) ҡ. диал.
Баҙарға барыу (йөрөү). □ Ходить на базар. Баҙарлап ҡайттым әле.
БАҘАРЛАУ II (баҙарла-) (Р: содержать в опрятности; И.: keep things tidy; T.: eşyaları düzgün tutmak) ҡ. диал.
Әйберҙе, өҫ-кейемде ҡәҙерләп тотоу.
□ Содержать в опрятности (вещи, одежду). Эбей байрам кейемдәрен баҙарлап ҡына кейә.
БАҘАРЛАУ III (баҙарла-) (Р: ярко гореть; И.: glow brightly; T.: parlamak) ҡ. диал.
Баҙлау (ҡуҙға ҡарата). □ Ярко гореть (обуглях). Баҙарлап ятҡан ҡуҙға ғына һалып шөтөрләтеп ашай ҙа ҡуя.
БАҘАРЛАУ IV (баҙарла ) ҡ. диал. ҡар. баҙрайыу. Баҙарлап ятып ҡала башаҡтар.
БАҘАРЛЫ (Р.: имеющий рынок; И.: having a market; T.: pazarlı) c.
1. Баҙары (I, 2) булған. □ Имеющий рынок. Баҙарлы ҡала. ■ Ауыл биләмәһе — өйлө, ҡауарҙылар баҙарлы булды. «Табын», 21 июнь 2011. Ғөмәр ауылы өс мәхәлләле ҙур ауыл, баҙарлы. Ж. Кейекбаев.
2. Үтемле. □ Ходкий, имеющий спрос. Баҙарлы тауар.
БАҘАРЛЫҠ I (баҙарлығы) (Р: гостинец с базара; И.: present from a bazaar; T.: pazarlık) и.
1. Баҙарҙан алып ҡайтҡан күстәнәс.
□ Гостинец с базара. Баҙарлыҡ менән һыйлау.
2. диал. ҡар. баһа 1,1. Тауарҙың баҙарлығын төшөрөү.
БАҘАРЛЫҠ II (Р: достаточный для совершения покупок; И.: sufficient for shopping; T.: pazarlıklı) с.
Һатып алырға етерлек. □ Достаточный для совершения покупок. Баҙарлыҡ аҡса эшләү. ■ Бәләкәс аҡса булмаҫмы тип килгәйнем баҙарлыҡ,.. берәй ҡаҙаҡ ит алһаң да. Һыҙырылған һалабаштар ҙа апаруҡ бар, — тине Әҙһәм ҡарт. Ж. Кейекбаев.
БАҘАРЛЫҠЛЫ (Р: ходкий; И.: being in demand; T.: sürümlü) c.
70