БАҘ КҮМЕРЕ
Яҡшы һатыла торған, үтемле. □ Пользующийся спросом, ходкий, ходовой (о товаре). Баҙарлыҡлы нәмә. Баҙарлыҡлы тауар.
БАҘАРОЙОҠ (баҙар о йоғо) (Р.: хлопчатобумажные чулки; И.: cotton stockings; T.: pamuk çorap) и. диал.
Еп ойоҡ. □ Хлопчатобумажные чулки. Купләп баҙаройоҡ һатып алды.
БАҘАРСЫ (Р: продавец или покупатель на базаре; И.: bazaar customer; T.: pazarcı) и.
1. Баҙарҙа һатыу итеүсе йәки һатып алыусы. □ Продавец или покупатель на базаре. ■ Халыҡ әкренләп өйрәнә башланы, һатырға ла, һатып алырға ла сығалар, — ти баҙарсылар. «Табын», 13 июль 2011. Миңлеғәле, атаһы ризалығын алғас та, арбалары туғарыулы йөк аттарына бесән һәм һоло ашатҡан баҙарсылар эргәһенә йугереп барҙы. Я. Хамматов.
2. Баҙарға йөрөргә яратҡан кеше. □ Человек, любящий ходить на базар. Курше бигерәк баҙарсы ла инде.
3. Баҙарҙа урын өсөн хаҡ йыйыусы. □ Сборщик платы за место на базаре. Кискә баҙарсылар һатыусыларҙан аҡса йыйҙы.
БАҘАРҺЫҘ (Р: неходовой; И.: unmarketable; T: sürümsüz) с.
Үтемһеҙ. □ Неходовой (обычно о товаре). Был дәфтәрҙәр баҙарһыҙ булып сыҡты.
БАҘАТЫУ I (баҙат-) ҡ. йөкм. ҡар. баҙау I. понуд. от баҙау I. ■ Иғтибар итәһегеҙҙер, мөхтәрәм йәмәғәт, «Әйт, тиһәгеҙ...» рубрикаһында беҙ ҡайһы саҡта яуабын таба алмай баҙатып ҡуя торған һорауҙарға яуап эҙләргә, тормошобоҙҙағы куҙгә суп булып төшә, алға барырға кәртә булып ҡамасаулай торған мәсьәләләргә иғтибар йунәлтергә тырышабыҙ. «Киске Өфө», № 21, 2011. Кыйыуһыҙ егеттең уҙ тойғоларын шулай ҡапыл әйтеп һалыуы мине лә баҙатҡайны, ҡапыл ғына ни тип яуап бирергә лә белмәй торҙом. Р. Солтангәрәев. Мөхәббәт тигәнең ниндәй ҡыйыу кешеләрҙе лә йомшарта, баҙата икән. Н. Мусин.
БАҘАТЫУ II (баҙат-) (Р: утомлять; И.: fatigue; T: yormak) ҡ. диал.
1. Йонсотоу. □ Утомлять, изнурять. // Утомление, изнурение. Йоҡламай эшләу кешене баҙата.
2. Интектереү. □ Мучать. Егет ҡыҙҙы һаман баҙата.
БАҘАУ I (баҙа-) (Р: робеть; И.: be timid; T: çekinmek) ҡ.
1. Уңайһыҙлыҡ тойоу; ҡаушау, тартыныу. □ Робеть; стесняться, смущаться, стыдиться. // Стеснение, смущение. Баҙап ҡалыу. ■ Шулай ҙа, Гөлбаныуҙы куреп ҡалып баҙамаһа, бирешмәҫ ине әле Ихсанбай. Т. Гарипова. Баҙаным да баһа яҡшылыҡтар яғылғандан куңелем тулғанға. Т. Ғәниева.
2. Ҡыйынһыныу, ҡурҡыу. □ Не осмеливаться взяться за что-то; опасаться чего-л. Ул эште башлауға баҙап торам, бер ҡорал юҡ. Әйтергә лә баҙап торам. ■ Сәбиләнең һуҙе куп ағаһына, ләкин ул Лоҡмандың ҡыҫыҡ ҡабаҡтары араһынан һөңгөләй ҡаҙалған уткер ҡарашы аҫтында баҙаны. Т. Гарипова.
3. Көс, хәлдән яҙыу; арыу, йонсоу. □ Выбиться из сил; утомляться. // Утомление, изнурение. Ауырыуҙан баҙау. Ауыр эштән баҙау.
4. диал. Баҫылыу. □ Смириться. Әрләп торғас, баҙайһың инде.
5. диал. Ойоу. □ Неметь. Шәл бәйләп ултыра торғас, баҙап киттем.
БАҘАУ II (баҙа-) ҡ. диал. ҡар. ырыу II. Таҡтаны баҙау.
БАҘАУ III (Р: застенчивый; И.: shy; Т.: çekingen) с.
1. Ҡапыл уңайһыҙланып, ҡаушап ба-рыусан; оялсан. □ Застенчивый, теряющийся от смущения. Баҙау ҡыҙ.
2. Арыған, йонсоу төҫлө; йонсоу. □ Утомлённый. Арығандыр, ахыры, бик баҙау куренә.
БАҘАУЫЛ и. диал. ҡар. балауыҙ. Баҙауыл табағы. Баҙауыл һыҡҡыс.
БАҘАУЫЛ ҺАРЫ с. диал. ҡар. балауыҙ һары. Баҙауыл һары кулдәк кейеп алған.
БАҘ КҮМЕРЕ (Р: древесный уголь; И.: wood charcoal; T.: ağaç kömürü) и.
71