Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 72


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҘЛАҒАН
Томалап яндырылған ағастан төшкән күмер; ағас күмере. □ Древесный уголь.
БАҘЛАҒАН (Р.: перезимовавший в подполе; И.: having wintered in a cellar; T.: kilerde kışlamış) с. диал.
Баҙҙа ҡышлаған. □ Перезимовавший в подполе. Баҙлаған бәрәңге. Баҙлаған кишер.
БАҘЛАТЫУ (баҙлат-) (Р.: вызывать сияние; И.: cause shining; T.: parlatmak) ҡ.
1. Йылҡылдатыу, нурҙар уйнатып йылтылдатыу. □ Вызывать сияние, сверкание чего; заставить сиять, сверкать что; поблёскивать. Йөҙок ҡашын баҙлатыу. ■ Шәреҡтә офоҡ ситен тәүҙә алһыу-һары яҡтылыҡ баҙлата, күп тә үтмәй, күк йөҙө аҡһыллана башлай, йондоҙҙар бер-бер артлы һүнә, ағас баштарына ҡояш нуры төшә. Ә. Хәкимов. Йыраҡта, тау башында, бөтә тирә-яҡты баҙлатып ниндәйҙер әйбер яна ине. Д. Бүләков.
2. йөҡм. ҡар. баҙлау, понуд. от баҙлау. Ут баҙлатыу. ■ Усаҡ янды .. гүйә, баҡыр төҫлө баҙлатты ул янар ҡуҙҙарын. А. Игебаев.
3. күсм. Осҡон сәскән кеүек йылтыратыу, йызлатыу. □ Делать блестящим. Ҡыҙ күҙҙәрен баҙлатып йылмайып ҡарап тора.
БАҘЛАУ I (баҙла-) (Р.: гореть без пламени; И.: burn with no flame; T.: yanmak) ҡ.
1. Ялҡынһыҙ ут булып яныу (ҡуҙға, утҡа ҡарата). □ Светиться, гореть без пламени (об углях, огне). Усаҡта ҡуҙҙар баҙлай. ■ Күп урында тәмәке уттары баҙлай, бөтә ерҙә һөйләшәләр. Д. Юлтый. Асылыкүл ярҙарында усаҡтар ҡабыналар, төнгө усаҡтар баҙлаған әкиәти минуттарҙы күңелем һағыналыр. А. Игебаев. Тулған ай байыуға яҡынлашҡанда, Аҡмалдың ыҙмаһы баҙлап ятҡан ҡуҙ өйөмөнә әүерелгәйне инде. Б. Рафиҡов. Алыҫта баҙлап янған ут, килеп етергә бер саҡрымдай ара ҡалғас, ҡапыл ғына һүнде. «Башҡортостан ҡыҙы», № 7, 2010. Мәмерйәнең алдында баҙлап ҡына янған ут күренә. Н. Мусин.
2. Сағылйып йымылдау; йылҡылдау. □ Блестеть, сверкать; лосниться. Сәскәләр
баҙлай. Күлдәктең биҙәге сағыу, баҙлап тора. ■ Арыраҡ өйкөм гөлйемеш ҡыуағы баҙлап ултыра. И. Ноғоманов. Ярты икмәк хәтлем булған ай яҙғы урманды, ултырыш яланын сихри нурға күмгән, йондоҙҙар шул тиклем баҙлап яна, улар бына хәҙер гөлт итеп тоҡанып китерҙәр ҙә бөтә күк йөҙөн ялҡын ҡаплар кеүек. Н. Мусин. Күктә, ынйы бөртөктәре кеүек, йондоҙҙар баҙлай. Ж. Кейекбаев. Тәҙрәләр асыҡ, шунда уҡ гөл һауыттары, баҙлап сәскә атҡан әллә ни исемле ят үҫемлектәр ҡояш нурҙары аҫтында ем-ем килеп, күҙ яуын ала. Д. Бүләков. Тын ҡулҡылар тәрән уйға сумған, күктә баҙлап йондоҙ атыла. М. Ғәли.
3. Янған һымаҡ йызлап тороу (күҙгә, йөҙгә ҡарата). □ Сиять, светиться; блестеть, сверкать (о глазах, лице). Күҙҙәр баҙлай. ■ Мине бүлдермәй, шым ғына тыңлаған Вәсиләнең күҙҙәрендә баҙлаған ҡуҙҙарҙы күреп, йәнемә йылы эркелде. «Йәшлек», 17 июнь 2008. Гөлбаныуҙың табаҡтай тулы бите буҙарҙы, ҡыҫыҡ күҙҙәре зәһәр баҙлап янды. Н. Мусин. Янғолдоң сырайында ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу осҡондары баҙлап китте. «Ағиҙел», № 9, 2010. Батыргәрәй бик мәғәнәле генә йылмайып ҡуйҙы, күҙҙәре нимәгәлер баҙлап китте. Р. Солтангәрәев.
4. күсм. Ялҡынһыҙ ут булып яныу (тойғоларға ҡарата). □ Гореть без пламени (о чувствах). ■ Ғилмиязаның күңел төбөндә Алдарҙы күреү өмөтө баҙлай, уны күрһә, киләсәктә сит-ят ерҙәрҙә төңөлөп йәшәүҙән ҡотолоуға ышаныс уяныр кеүек. Н. Мусин. Күңелдәрҙә баҙлаған осҡон ялтлап-тоҡанып китһен өсөн күп кәрәкме ни?! «Йәшлек», 29 май 2009.
БАҘЛАУ II (баҙла-) (Р.: положить в подпол; И.: store in a cellar; T.: kilere koymak) ҡ. диал.
1. Баҙға һалыу. □ Положить в подпол. Етмеш биҙрә картуф баҙланыҡ.
2. Баҙҙа ҡышлау. □ Зимовать в погребе. Картуф быйыл яҡшы баҙланы.
БАҘЛАУ III (баҙла-) (Р.: преть; И.: rot; T.: çürümek) ҡ. диал.
72