Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 73


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҘНАТЛЫ
1. Ҡыҙыу, яныу, бәҫәреү. □ Преть. // Прение. Бесән баҙлай. Иген баҙламағанмы тип, ҡарарға сығып киттеләр.
2. Йылыныу, эҫеү, яныу, ҡыҙыу. □ Греться, прогреваться. Баҙлап йылыныу. Баҙлап ҡыҙыу. ■ Арҡаһы баҙлап, шәйлә йылына барғанын тойған Айбулат ирәуән ҡиәфәттә, усаҡ тирәләй йәрөштөргеләне. И. Ноғоманов.
3. Әрнеп ауыртыу. □ Ныть. // Нытьё. Аяҡ баҙлау. Табан аҫтым баҙлап тора.
4. кусм. Ҡыҙып китеү, асыуланыу. □ Горячиться. Баҙлап китеу. ■ Яманһаров был һуҙҙәрҙән ҡапыл баҙлап ҡабынып китте. Д. Бүләков.
БАҘЛАУЫҠ I (баҙлауығы) (Р.: гнилушка; И.: piece of rotten wood; T.: çürümüş odun parçası) u.
Ҡараңғыла ялтырап торған уҫаҡ ағасының сөрөк киҫәге. □ Гнилушка. ■ [Ғәрифулла ] ауыҙын асҡанда ғына тештәре серек тумәр башындағы баҙлауыҡ һымаҡ йылтырап ҡала. Ф. Иҫәнғолов. Бына ул алтын аҡсалар! Балауыҙ шәмдән төшкән тоноҡ яҡтылыҡта, баҙлауыҡ кеуек, ялтырашып яталар. Н. Мусин.
БАҘЛАУЫҠ II (баҙлауығы) и. зоол. диал. ҡар. быҙлауыҡ. Үлән араһында йәшкелт төҫтәге баҙлауыҡтар йымылдай. ■ Баҙлауыҡ баҙлай уләндә, һәр аҙым баҫҡан һайын. Р. Ғарипов.
БАҘЛАШЫУ (баҙлаш ) ҡ. урт. ҡар. баҙлау I. взаимн. от баҙлау I. Йондоҙҙар баҙлаша. Усаҡта ҡуҙҙар баҙлаша.
БАҘМАНСЫЛЫҠ (баҙмансылығы) и. диал. ҡар. ҡыйыулыҡ I.
БАҘМАУ (баҙма-) (Р: не осмеливаться; И.: not to dare; T.: cesaret etmemek) ҡ.
Баҙнат итмәү. □ Не осмеливаться. Әйтергә баҙманым шул. ■ Ҡатындың уҙенән һорарға ул [Фәруҡша] баҙманы, упкәләтеп ҡуйыуҙан ҡурҡты. «Ағиҙел», № 9, 2010.
БАҘНАТ (Р: смелость; И.: boldness; Т.: cesaret) и.
Кеше ҡаршыһындағы ҡыйыулыҡ; батырсылыҡ. □ Смелость, решимость. Баҙнат
етмәу. ■ [Иҙеукәй — Ғәнәкәгә:] Нисек итәһең, у ҙең ғәйәрләнеп торғас, баҙнатым юҡ, китерһең шул изге сәғәттә. М. Буранғолов. Яҙмышты артабан да һынап торорға тәҡәтем ҡалмағанлыҡтан, баҙнатымды йыйып тотҡаға уреләм дә һелкетә тартып асам. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2010.
БАҘНАТ ЕТЕҮ (баҙнат ет-) ҡ. ҡар. баҙнат итеү. Шуны һиңә әйтергә баҙнатым етмәне. ■ Гөлшандың уҙенең дә эйелгеһе килеп тора, тик баҙнаты ғына етмәй ине. Д. Бүләков.
БАҘНАТ ИТЕҮ (баҙнат ит-) (Р: осмеливаться; И.: dare; T.: cesaret etmek) ҡ.
Ҡыйыулыҡ; батырсылыҡ етеү. □ Осмеливаться, решаться на что. // Смелость, решимость. ■ [Таһир:]Ләкин һөйөуем тураһында уға белдерергә баҙнат итмәйем. Ғ. Лоҡманов. Бисәһенең һуңғы ваҡытта йы-уаная башлауын Төлкөсура ла һиҙә, тик уҙе башлап һорарға баҙнат итмәй йөрөй ине. Н. Мусин. Ә Дилбәр тел осонда ғына торған һуҙҙәрен әйтергә баҙнат итмәй туҡталған, уларҙы ауыҙында әуәләп, әрем әсеһен тәм итә. Г. Ғиззәтуллина. Биктимер өндәшмәне, дөрөҫөрәге, ул турәнең әмерен аңламай ҡалды, ә ҡабатлап һорарға баҙнат итә алмай торҙо. К. Мәргән. Атаһының ҡыҙыу холҡон белгән Барлыбай уның менән артабан һуҙ көрәштерергә баҙнат итмәй, арыҫлан тиреһен килтереп бирә. «Ҡуҙыйкүрпәс».
БАҘНАТЛАНЫУ (баҙнатлан-) (Р: ос меливаться; И.: resolve; T.: cesaret etmek) ҡ.
Ҡыйыуланыу. □ Осмеливаться, решаться на что. // Смелость, решимость. Йыйылышта сығыш яһарға баҙнатланыу. ■ Ғәҙәттә бик тыныс һәм яғымлы Михаилдың ныҡ тулҡынланыуына ғәжәпләнгән Хисмәтулла һорашырға баҙнатланманы. Я. Хамматов. Баҙнатланып Мәскәугә сығып китмәһә, һаман шул торғонлоҡтан ҡотолоу юҡ ине уға [Нурисламға]. Ә. Хәкимов.
БАҘНАТЛЫ (Р: смелый; И.: brave; T.: yürekli) с.
Һәр эшкә ҡыйыу тотоноусан, ҡурҡмаҫ. □ Смелый. Баҙнатлы кеше. ■ Хәҙер ул
73