БАҘЫҠ
БАҘРАЙЫУ (баҙрай-, баҙрая) (Р.: быть налитым; И.: gleam; T.: dinç olmak) ҡ.
Эре, туҡ, тос, таҙа булып, яҡтыға сағылйыу. □ Быть налитым, ядрёным, чистым, высококачественным; поблёскивать. Бойҙай ынйылай баҙрайып ята.
БАҘРАЙЫШЫУ (баҙрайыш ) ҡ. урт. ҡар. баҙрайыу, взаимн. от баҙрайыу. Келәттә баҙрайышып ятҡан арыш.
БАҘРАҠ (баҙрағы) (Р.: название родового подразделения башкир; И.: name of a Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Эске йылан ырыуы аймағы. □ Бадрак (название родового подразделения башкир рода эске-елан). Баҙраҡ башҡорто.
БАҘРАУ (баҙра-) (Р: сиять; И.: glitter; T.: parıldamak) ҡ.
1. Ныҡ баҙлап, өйөлөшөп яныу (ҡуҙға ҡарата). □ Ярко гореть, сиять, блестеть, светиться (об углях). Мейестә баҙрап ҡуҙ яна. ■ Өшөп килеп кергән кешеләр тимерлектән сығышмай, курек алдындағы баҙрап ятҡан ҡуҙ өйөмөнә ҡулдарын йылыталар, тегендә-бында терәлеп, һуҙ ҡуйырталар. Н. Мусин.
2. кусм. Яныу, йымылдау, йылҡылдау. □ Сиять, светиться, блестеть. ■ Баҙрап тора йылдар төпкөлөндә мәңге һунмәҫ яуҙар ялҡыны. С. Ғәбиҙуллин. Куктә кисәге шикелле баҙрап торған йондоҙҙар ҙа куренмәй, ябалаҡлап яуған ҡар төнгә ниндәйҙер сихри төҫ бирә. Н. Мусин. Мунса нигеҙендә гладиолустар сәскә атҡан, арыраҡ бейек ләләләр куҙ яуын ала, өй алдында — аҡ, алһыу, һары, ҡыҙыл, көрән ҡыҙыл розалар, нигеҙ буйында ҡуҙҙай баҙраған ҡәнәферҙәр. Т. Ғарипова.
3. ҡар. баҙрайыу. Арыш бөртөктәре баҙрай. ■ Ҡараһыу йәшел япраҡтар араһында уттай баҙрап ятҡан еләктәрҙе кур-гәс, Ғилмандың ирекһеҙҙән ауыҙ һыуҙары ҡойолдо. Н. Мусин.
БАҘ ТҮШӘҮ (баҙ түшә-) (Р: во время перегонки дёгтя настилание на дно погреба бересты; И.: lay birch bark on a cellar bottom; T.: katran damıtması için mahzene karaağaç döşemek) ҡ.
Дегет ҡайнатҡанда баҙ төбөнә ҡайын туҙы, туралған ҡарағай тамыры һалып сығыу. □ Во время перегонки дёгтя настилать на дно погреба бересту, изрубленные корни сосны. Дегет ҡайнатырға булып, Сәлим бабай баҙ тушәй башланы.
БАҘ ҮРҘЕГЕ (Р.: лага; И.: sleeper(plate); T.: döşeme kirişi) и. диал.
Иҙән урҙаһы. □ Лага. Баҙ урҙеге яһау.
БАҘЫҒАЙТЫУ I (баҙығайт) (Р: сделать крепким; И.: make hard; T.: güçlendirmek) ҡ.
Баҙыҡҡа, көслөгә әйләндереү, баҙыҡландырыу. □ Сделать крепким, сильным. Көндәлек спорт кунекмәләре егетте баҙығайтҡан.
БАҘЫҒАЙТЫУ II (баҙығайт-) (Р: сделать ярким; И.: make bright; T: parlatmak) ҡ.
Баҙыҡҡа, сағыуға әйләндереү; асыҡ, баҙыҡ итеү. □ Сделать ярким, красочным. Һурәтте баҙығайтыу. ■ Йәш сағында ул (Рафиҡ] бик зирәк, тәбиғәткә иғтибарлы, уйсан, һәләтле, хискә бай егет ине. Уҙған йылдар уның был сифаттарын, ахырыһы, тағы баҙығайтҡан. Л. Якшыбаева.
БАҘЫҒАЙЫУ I (баҙығай-, баҙығая) (Р: становиться крепким; И.: become hard; T.: güçlenmek) ҡ.
Баҙыҡҡа, көслөгә әйләнеү, баҙыҡ, ныҡ булыу. □ Становиться крепким, сильным. Егет уҫеп баҙығая төшкән.
БАҘЫҒАЙЫУ II (баҙығай-, баҙығая) (Р: становиться ярким; И.: become bright; T.: parlamak) ҡ.
Баҙыҡҡа, сағыуға әйләнеү, баҙыҡ, асыҡ булыу. □ Становиться ярким, красочным. Ямғырҙан һуң сәскәләрҙең төҫтәре асылып, баҙығайып киткән.
БАҘЫҠ I [боронғо төрки баз-, бад-‘күпереү, һимереү’] (Р: крепкий; И.: hard; Т.: sağlam) с.
1. Төрлө ҡаршылыҡҡа бирешеп бармаған; ныҡлы, төҙөк. □ Крепкий. Баҙыҡ бағаналы ҡапҡа. Баҙыҡ имәндәр алып ҡайтыу. ■ Тормош әҙәмде йомшаҡ йукә лә итә, баҙыҡ имән дә яһай, боҙло һыуға ла төшөрә, утҡа ла индерә. «Ағиҙел», № 7, 2010. Уҡтай
75