Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 76


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҘЫҠ
төҙ карагайҙар, баҙыҡ имәндәр, һөйкөмлө ҡайындар, әсә күңелендәй йомшаҡ йүкәләр, сая сағандар бер-бер артлы күҙ алдымдан утә. «Ағиҙел», № 3, 2010.
2. Йыуантыҡ, ныҡлы, көслө. □ Сильный, здоровый. Баҙыҡ кәүҙәле егет. Ир-егеттең баҙыҡ ҡулдарының ғына көсө етә был эшкә. ■ Ул [Серопян] тәпәшерәк буйлы, киң яурынлы, ҡалҡыу күкрәкле, баҙыҡ кәүҙәле Зөфәрҙе куҙ алдына килтереп, йылмайып ҡуйҙы. Н. Асанбаев. Ҡыҙырас өсөн Юлдаш та сикһеҙ ҡыуанып ҡул сапты. Баҙыҡ кәүҙәле, ҡыйыу, теремек дуҫын ул бик ярата ине. 3. Биишева. Шунан һуң майҙанға урта йәштәге көрәшсе, баҙыҡ кәүҙәле Көслөбай батыр сыға, аяҡтарын кирә баҫып, бәһлеүәндәрҙе үҙе менән көрәшкә саҡыра. «Ҡуҙыйкүрпәс». Фәриҙә буйсан ғына, баҙыҡ кәүҙәле ҡыҙ. Н. Мусин.
3. Ышаныслы, ныҡлы, көслө. □ Твёрдый, уверенный. Баҙыҡ тауыш менән яуап биреү. Баҙыҡ аҙымдар менән алға барыу. Егеттең баҙыҡ хәрәкәттәре. ■ Бына Ирғәленең ирҙәрсә баҙыҡ һәм Менәүәрәнең сыңырап торған саф һәм аҡһыл йоҡа болоттар араһынан көлтәләнеп һибелгән ҡояш нурындай яғымлы тауышы ҡолаҡтарға килеп бәрелде лә йөрәктәргә үтеп инде. Н. Мусин. Мария Анисовна оло уҡытыусыларға ғына хас һалмаҡлыҡ менән баҙыҡ һөйләшә, һәр бер һүҙе күңелгә үтемле. Ш. Янбаев. [Аҡай батыр] бик баҙыҡ һәм көслө етәксе. «Ҡуҙыйкүрпәс». Аҡһаҡ Бүре үҙе лә бик ныҡ үҙгәргән. Сатанлаһа ла, йөрөш-торошо баҙыҡ, ҡабырғалары, һырты йомролана төшкән. Ә. Хәкимов. Башта ышанысһыҙыраҡ яңғыраған моң үҫкәндән-үҫә, баҙығыраҡ, тәрәнерәк яңғырай башланы, күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағылып үтеп, донъяға, йыһанға таралды. Т. Гарипова. Ғилмияза, ҡапыл ҡыйыуланып киткәндәй, баҙыҡ ҡына атлап табын янына килде лә, дөйә тиреһенән эшләнгән сеүәтәне ҡулына алғас, Алдарға йылмайып ҡараны. Н. Мусин.
БАҘЫҠ II (Р.: яркий; И.: bright; Т.: parlak) с.
1. Асыҡлығы менән күҙгә ташланған; сағыу. □ Яркий, красочный. Ҡояштың баҙыҡ нурҙары. Баҙыҡ буяуҙар. Баҙыҡ биҙәкле күлдәк. ■ Ниндәй баҙыҡ айлы кистәр һиндә, һарылып инә тынлыҡ йөрәккә. К. Кинйәбулатова. Ал ҡояштың баҙыҡ нурҙары еҙ батмуста сағылып уйнаны. М. Тажи. Мәҙинә ҡулын күтәрә биреп ҡарауға, беләҙек ҡояш яҡтыһында меңләгән нур көлтәһе сәсте, фирүзәләр тағы зәңгәрерәк, баҙығыраҡ булып күренде. Т. Гарипова. Балаларҙы тырпаҡ мыйыҡлы, киң яурынлы, япырайыбыраҡ торған ҡалын ҡара ҡашлы, баҙыҡ күҙле, утыҙ-утыҙ биш йәштәрҙәге бер кеше ҡаршы алды. 3. Биишева. Балаҫтар кисә генә эшләнеп бөткән кеүек — иҫкермәгән дә, төҫтәре лә шул килеш баҙыҡ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 5, 2010. • Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа — һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта, һынамыш.
2. кү см. Асыҡлығы, тәьҫир итеү көсө яғынан айырылып торған; сағыу. □ Оказывающий воздействие ясностью, способностью убеждать. Баҙыҡ образ.
3. диал. Оялсан. □ Застенчивый. Баҙыҡ ҡыҙ.
БАҘЫҠЛАНДЫРЫУ I (баҙыҡландыр-) ҡ. ҡар. баҙығайтыу I.
БАҘЫҠЛАНДЫРЫУ II (баҙыҡландыр-) ҡ. ҡар. баҙығайтыу II.
БАҘЫҠЛАНЫУ I (баҙыҡлан-) (Р.: становиться крепким; И.: become hard; T: sağlamlaşmak) ҡ.
Баҙыҡҡа, көслөгә әйләнеү; баҙыҡ булыу. □ Становиться крепким, сильным, здоровым. Балалар йәйге ялдан һуң баҙыҡланып киткәндәр. ■ Әхтәм дә тамам көскә ултырҙы, үҫмерҙәргә хас килбәтһеҙерәк һыны баҙыҡланды, йөрөш-торошона олпатлыҡ өҫтәлде. Ә. Хәкимов. Еңгәһенең ҡайғыһы хәҙер тарала төшкән, атлап йөрөүҙәре баҙыҡланған, юҡ-юҡта, сөм-ҡара күҙҙәрендә шаян осҡондар тоҡанып китә. Н. Мусин.
76