БАҘЫЯН
БАҘЫҠЛАНЫУ II (баҙыҡлан ) (Р.: стать ярким; И.: get bright; T.: pırıldamak) ҡ.
Бик асыҡ, сағыуға әйләнеү. □ Стать ярким, красочным. Ҡояш нурҙары аҫтында гөлдәр баҙыҡланып китте.
БАҘЫҠЛЫҠ I (баҙыҡлығы) (Р: сила; И.: reliability; hardness; T.: güven) и.
Ныҡлыҡ, ышаныслылыҡ. □ Сила, уверенность. ■ [Миһрандың] тауышына баҙыҡлыҡ өҫтәлде. Ә. Хәкимов.
БАҘЫҠЛЫҠ II (баҙыҡлығы) (Р.: яркость; И.: brightness; T.: parlaklık) и.
Асыҡлыҡ, сағыулыҡ. □ Яркость, ясность. Тәҙрә төбөндәге сәскә атып ултырған гөлдәр ҙә өйгә уҙенә курд баҙыҡлыҡ бирә. ■ Был көҙҙәрҙе нисәмәләр курҙем — һаман баҙыҡлыҡҡа таң ҡалам. Л. Абдуллина.
БАҘЫЛДАУ (баҙылда-) ҡ. ҡар. баҙлау 1,1. Баҙылдап янған ҡуҙҙар.
БАҘЫМ I (Р: смелость; И.: boldness; Т.: cesaret) и. диал.
Баҙнат. □ Смелость, решимость. Баҙым етеу.
БАҘЫМ II и. диал.
1. ҡар. ырмау II. Баҙым алыу. Тәҙрә баҙымы.
2. Бүрәнәне буйлап, ырырҙан алда ыры-уыс менән һыҙылған һыҙыҡ. □ Линия вдоль бревна для снятия паза. Баҙым һыҙыу.
БАҘЫМСАҠ с. ҡар. баҙнатлы. Баҙым-саҡ егет.
БАҘЫНЫУ I (баҙын ) ҡ. ҡар. баҙыу. Көрәшкә баҙыныу. һуҙ ҡыҫтырырға баҙын-маны. ■ Беҙҙә тау-урман яҡын, — тине ул [Арыҫлан], — бынан утергә баҙынмаҫ. Ғ. Ибраһимов. Баһау инде ололар алдында һөйләшергә, һуҙ ҡыҫтырырға баҙынманы һәм, аш өйө яғынан табаҡ менән аш, һауыт-һаба, самауыр, сынаяҡтар килтереп, ағаһына, еңгәһенә ярҙамлашты. Ж. Кейекбаев. Башҡорттоң: «Айбарлы ир-егеттәр бар сағында, баҙынмаҫ дошман еремә», — тигән ғибәрәһе бар. С. Поварисов.
БАҘЫНЫУ II (баҙын-) ҡ. диал. ҡар. баҙаныу I, 2—4. Ауырыуҙан баҙыныу. Кешенән баҙыныу.
БАҘЫРАЙЫУ (баҙырай-, баҙырая) ҡ. ҡар. баҙрайыу. ■ Улар [ҡыҙҙар] баҙырайып торған суҡ ҡара ҡарағат бөртөктәрен кәрзинкәләргә тиреп тултыралар ҙа тукмәй-сәсмәй генә арбалағы йәшниктәргә алып барып бушаталар. 3. Биишева.
БАҘЫРАУ (баҙыра-) ҡ. ҡар. баҙрайыу.
■ Әйтерһең дә, кемдер тугеп киткән алтын бойҙай ята баҙырап! Т. Ғәниева. Юл ситтәре ҡытырмаҡ боҙ селтәре менән ҡапланған, ҡар ярмаланып, мәрйендәй баҙыраған эре бөртөктәр булып уҡмашҡан. Т. Ғарипова.
БАҘЫРЛАУ (баҙырла-) (Р.: сиять; И.: shine; T.: parıldamak) ҡ.
Ныҡ баҙлап яныу. □ Сиять; блестеть. // Сияние, блеск. Куктә йондоҙҙар баҙырлап яна.
БАҘЫУ (баҙ-) (Р: осмеливаться; И.: dare; T.: cesaret etmek) ҡ.
Баҙнат итеү, батырсылыҡ итеү, ҡыйыулыҡ күрһәтеү. □ Осмеливаться, решиться на что. Һуҙ ҡушырға баҙыу. ■ Шәуәли йәш бисәне кургәс, баҙып һуҙ әйтә алманы. Б. Бикбай.
БАҘЫЯ [фарс. (Р: бадья; И.: tub; Т.: badya) и.
1. Ҡалын тимерҙән йәки ағастан эшләнгән ҙур күнәк. □ Бадья. Ағас баҙыя. Тимер баҙыя. ■ һалҡын баҙыяға ирендәремде терәп өлгөрмәнем, ҡаршылағы ҡапҡа алдында торған бер әбей өндәште. 3. Ураҡсин.
2. Бәләкәй биҙрә. □ Маленькое ведро. Әбей баҙыяһын тотоп сығып китте.
БАҘЫЯ БИҘРӘ и. диал. ҡар. баҙыя 1.
Баҙыя биҙрә соланда ултыра.
БАҘЫЯН I [боронғо төрки бадыян ‘ҡытай әнис үләне’] (Р: бадьян; И.: anise; Т.: yıldız anason) и.
1. бот. Йыла япраҡлы, һарғылт сәскәле мәңге йәшел көньяҡ ағасы. □ Бадьян, анис. / Бадьяновый, анисовый (лат. Illicium). Баҙыян япрағы. ■ Баҙыян сәскәләнгәс, Ислам ағайың сәскәләрен һыйпаған икән, усын, бармаҡтарын ауырттырғансы бешергән. С. Бәҙретдинов. Баҙыян да менән алманың курһәң ине сәскә ярғанын. Бәйеттән. Һэр
77