Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 78


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАҘЫЯН
төрлө лә ағас куп булыр, баҙыяндай ағас була алмаҫ. Йырҙан.
2. Баҙыян ағасының еҫле май бирә торған емеше. □ Плод этого дерева, из которого выжимают душистое масло. Баҙыян еҫе. ■ Баҙыян да менән ҡәләмферҙе бергә ҡушһаң, дарыу булмаҫмы? Йырҙан. Еләненә баҙыян бөркөп кенә кәләш әҙерләйҙәр. Т. Ғәниева. Әбейҙәр, еңгәләр, ҡыҙҙар табала ҡыҙҙырылған баҙыян еҫтәре аҫтында Шәмсиҙең әсәһе Фатимаға кәфен тектеләр. Ғ. Хәйри. Йөрәгемдең яныуына баҫтым баҙыян майҙары. Баҙыян майҙары ла баҫмай, яна торған айҙары. Йырҙан.
БАҘЫЯН II и. ҡар. баҙыян сәскәһе. ■ Көмөш кенә йөҙөк мин ҡойҙорҙом ун ике лә мыҫҡал аҡсанан, һеҙҙе, дуҫҡайҙарым, эҙләп таптым баҙыян-ҡәнәфер уҫкән баҡсанан. Йырҙан.
БАҘЫЯН III (Р.: маленькая деревянная посуда; И.: small wooden dish, plate; T: küçük ahşap tabak) и. диал.
1. Бәләкәй ағас һауыт. □ Маленькая деревянная посуда. Баҙыян эшләу.
2. Тәрилкә. □ Тарелка. Баҙыянға аш ҡойоу.
3. Ҡапҡаслы май һауыты. □ Маслёнка с крышкой. Баҙыяндағы май.
4. Бал, май һауыты. □ Посуда для мёда, масла. Баҙыяндағы бал.
5. Таштабаҡ. □ Большая тарелка. Баҙыяндағы ит. Баҙыянға аш ҡойоу.
БАҘЫЯН IV (Р: поталь; И.: tinsel; Т: boya) и. диал.
Алтын, көмөш төҫөндәге буяу; бутал.
□ Поталь. ■ [Алтынсәс] һулҡ-һулҡ итеп һамаҡлап, битенә, ҡояшта баҙыяндай янған яланғас беләктәренә һарылыусы сыбыҡ-сабыҡты айырып та тормай, алға ынтылды. Ә. Хәкимов.
БАҘЫЯН V (Р: расписной; И.: decorated; T: boyalı) с.
Ағасҡа биҙәк төшөрөлөп эшләнгән.
□ Расписной, расписанный (поталью; о деревянной посуде). Баҙыян тәгәс. Баҙыян һауыт. ■ Кусәк бей килеп инеу менән, ҡатын
баҙыян сеуәтәгә ойотҡан ҡойоп бирә. Эпостан.
БАҘЫЯН ГӨЛ и. бот. диал. ҡар. бөтнөк. Баҙыян гөл еҫе.
БАҘЫЯН СӘСКӘҺЕ (Р: ясенец; И.: dictamnus; T: gazelotu) и. бот.
Йыла япраҡлы, оҙон төҙ һабаҡлы, ал йә алһыу күк сәскәле күп йыллыҡ еҫле дарыу үләне. □ Ясенец (лат. Dictamnus). Баҙыян сәскәһе йыйыу. ■ Баҡсаларҙа баҙыян, ай, сәскәһе, башҡынайын турғай өҙмәһен. Йырҙан.
БАҘЫЯН ҮЛӘНЕ и. бот. ҡар. баҙыян сәскәһе. Баҙыян уләне куп сыҡҡан.
БАҘ ЯҒЫУ (баҙ яҡ-) (Р.: заниматься гонкой дёгтя и обжиганием угля; И.: special place for making tar; T: katran damıtma) ҡ.
Махсус соҡорҙа ҡайын, ҡарағай ағасын яндырып дегет ҡайнатыу, күмер үртәү. □ Заниматься гонкой дёгтя и обжиганием древесного (берёзового, соснового) угля. Ирҙәр баҙ яғып кумер һаталар.
БАҘ ЯНДЫРЫУ (баҙ яндыр-) ҡ. диал. ҡар. баҙ яғыу. Баҙ яндырыу менән шөғөлләнеу.
БАҘ ЯНДЫРЫУСЫ (Р: человек, занимающийся перегонкой дёгтя и обжиганием угля; И.: person employed in tar marking; T: katran damıtan ve kömür yakan kimse) и. диал.
Баҙ яндырыу менән шөғөлләнеүсе. □ Человек, занимающийся перегонкой дёгтя и обжиганием угля. Баҙ яндырыусынан кумер һатып алырға ине.
БАЖА [дөйөм төрки бажа ‘ҡәрҙәш’] (Р: свояк; И.: brother-in-law; T: bacanak) и.
Апалы-Һеңлеле ҡатындарҙың ирҙәре (бер-береһенә ҡарата). □ Свояк. ■ Унда Сөнәғәт, Сәлиха һәм бажаһы Гилаж ҡарт сәй эсеп ултыралар ине. Ж. Кейекбаев. Солтанбай батыр оло бажаһы менән көрәшергә тотона. Әкиәттән. Алдарҙың уҙе шаян, уҙе сая, уҙе ифрат кәрле бажаһы бар ине. М. Кәрим. [Әптекәй]: Туңгәуерҙәрҙе Көтөр ҡыҫҡандан-ҡыҫа бит. Аҡмәмбәт бажаның атаһын ҡурҡытып, Таштуғай яланының яртыһын алған. М. Буранғолов. • Кәзәнең маллығы,
78