Академический словарь башкирского языка. Том II. Страница 80


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том II

БАЗА
Солоҡҡа ауыҙ яһау, бажым алыу □ Делать пазы (в борти), пазить. Солоҡто бажымлау.
БАЗА [рус. < фр. base < гр. basis ‘нигеҙ"] (Р.: база; И.: base; T.: temel) и.
1. Матди-техник саралар йыйылмаһы. □ База (совокупность материальных и технических средств, ресурсов). Еңел сәнәғәт базаһы. Иҡтисади база. Сеймал базаһы. Матди база. Мәктәптең матди-техник базаһы.
2. Ниҙе лә булһа хеҙмәтләндереү өсөн булған запас һәм махсус ҡоролмалар тупланған урын. □ База (запас для обслуживания чего-то и место скопления специальных сооружений). Саңғы базаһы. Ял базаһы. Геологтар базаһы. Нефтселәр базаһы.
■ Уның [Ирназарҙың] аҙаҡ ишетеүенсә, күп тигәндә, ун-ун биш кешелек төркөмдәр, ойоша ғына башлап, урман төпкөлдәрендә база ҡороу, ышаныслы активты көрәшкә ылыҡтырыу, ҡорал туплау, аҙыҡ-түлек әҙерләү менән мәшғүл булған. Н. Мусин. Һулдараҡ барак тибындағы оҙон йорт нефть разведкалау экспедицияһының базаһылыр, моғайын. «Ағиҙел», № 11, 2010. Львов елкәһе Долина ҡасабаһында училищеның утын әҙерләү базаһы бар ине. А. Мағазов. Азамат идаралыҡҡа инеп торманы, хәҙер был йорттоң янынан да үткеһе килмәй, быраулаусылар базаһына барҙы ла юл ыңғай машинаға ултырҙы. Р. Солтангәрәев.
3. Илдең ҡораллы көстәренең үҙ йәки сит территориялағы терәк пункты. □ База (опорный пункт вооружённых сил страны в своей или чужой территории). Авиация базаһы. Хәрби-диңгеҙ базаһы. ■ Шулай итеп, апрель урталарында Шауляй ситендә йәйелеп урынлашҡан база аэродромында инем инде. А. Мағазов.
4. Төрлө тәьминәт кәрәк-ярағы һаҡланған урын. □ База (склад, место, где хранится разное необходимое снабжение). Йәшелсә базаһы. Базанан аҙыҡ-түлек һатып алыу.
■ Ғәбдеян, ҡайһы бер һатыусылар кеүек, артыҡ мутлашмай, шул уҡ ваҡытта ба
занан алып ҡайтҡан бер нәмәне өҫтәлгә сығарып һалырға, уны йәһәтләп һатып бөтөргә лә ҡабаланмай. Н. Мусин. Тауҙың ауыл яҡ ситенә ергә ҡаҙып ҙур цистерналар ултыртҡандар — быныһы инде яғыулыҡ базаһы була. Р. Солтангәрәев.
5. ҡар. мәғлүмәт базаһы.
6. күсм. Нимәгәлер шарт, мөмкинлек биргән таяныс; нигеҙ. □ База (основание, основа, исходный пункт). Фәнни базаға нигеҙләнеү. ■ Бында урман-һыу етерлек, эште башлап алып китергә база ла бар. Н. Мусин.
БАЗАЛЬТ [рус. < лат. basaltes] (Р: базальт; И.: basalt; T.: bazalt) и. геол.
Көрән төҫтәге вулканик тау тоҡомо.
□ Базальт. / Базальтовый. Базальт ултырмалары.
БАЗЕД АУЫРЫУЫ [рус. <нем.К. Basedow ‘табип фамилияһы’] и. ҡар. ҡуштамаҡ.
БАЗИЛИК [рус. < фр. basilic] (Р: базилик; И.: basil; T.: fesleğen ) и.
1. бот. Ирен сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ярымҡыуаҡ үҫемлек. □ Базилик (растение) (лат. Ocimum).
2. Шул үҫемлектән эшләнгән аш тәмләткес. □ Базилик (пряность).
БАЗИЛИКА [рус. < гр. basilike ‘батша өйө’] (Р: базилика; И.: basilica; T.: bazilika) и. архит.
Эстән бағана рәттәре менән буйға бүленгән оҙонса тура дүртмөйөш бина. □ Базилика. Базиликаға инеү. Базилика эсендә йөрөү.
БАЗИС [рус. < гр. basis ‘нигеҙ’] (Р: базис; И.: basis; T.: altyapı) и.
1. Йәмғиәттең иҡтисади ҡоролошо, билдәле бер сәйәси, хоҡуҡи, әхлаҡи һ. б. ҡанундары булған етештереү мөнәсәбәттәре.
□ Базис (формация). Базис күренештәре. Базис булып тороу.
2. Нигеҙ, ерлек. □ Базис (основа). Иҡтисади базис. Һалым билдәләү базисы.
3. иҡт. Ҡулдағы һәм килтереләсәк тауар хаҡының айырмаһы. □ Базис (разница между ценой реального товара и товара с поставкой). Тауарҙың базисы.
80