БАЙ
БАҘЛАУ (базла-) ҡ. диал. ҡар. баҙлау.
БАЗЫҠА (Р.: небольшой хариус; И.: small grayling; T.: küçük gölge balığı) и. зоол.
Ҙур булмаған бәрҙе. □ Небольшой хариус (лат. Thymallus). Базыҡа тотоу.
БАИҠ (баиғы) [ғәр. (Р: продавец; И.: seller; T.: satıcı) и. иҫк. кит.
Һатыусы. □ Продавец, торговец. Баиҡ-тан әйбер һатып алыу.
БАИН [ғәр. Л] (Р: явный; И.: explicit; Т.: açık) с. иҫк. кит.
Күренеп торған, асыҡ. □ Явный. Баин дәлил.
БАЙ I [дөйөм төрки бай\ (Р: богатый; И.: rich; T.: zengin) с.
1. Мал-мөлкәте күп; мул, етеш; киреһе — ярлы. □ Богатый, состоятельный, зажиточный. Бай ғаилә. Бай дәүләт. Бай халыҡ.
■ Бай булһаң, менгән атыңды алтын менән дағала. М. Аҡмулла. • Иртә торған бай булған, һуцлап торған хур булған. Әйтем.
2. Юғары дәрәжәлә етерлек; мул. □ Достаточный в высокой степени; богатый.
■ Башҡортостан ере күлдәргә бай, һыуҙарға мул беҙҙең еребеҙ. Р. Ниғмәти. [Арыҫлан Байғужин:] Ә бит мин хәҙер инде үҙ телеңдә уҡый-яҙа белеүҙең ни хәтле ҙур бәхет икәнен дә, үҙ телемдең яҙғы, Оло Эйек туғайы шикелле сәскәгә, һутҡа, хуш еҫкә бай булыуын, шул туғайҙың һандуғасы шикелле йырсан, моңсан булыуын бөтә йәнем-йөрәгем менән тойоп белгән кеше бит әле. 3. Биишева. • Ере байҙың иле бай. Әйтем.
3. Иркен, ҡуйы булып үҫкән. □ Густо растущий. Бай ҡайын.
БАЙ II [дөйөм төрки бай ‘бай, малы күп’] (Р: богач; И.: rich man; T.: zengin) и.
1. Мал-мөлкәте күп булған, мул, етеш йәшәгән кеше. □ Богач. И Бай оҙаҡ йылдар буйы бер үгеҙ һимерткән, үгеҙ шул тиклем уҫалланып киткән, хатта егерме туғыҙ хеҙмәтсенең көсө етмәй икән. Әкиәттән. Байҙа эшләй инек үҙебеҙ. Т. Арслан. Малайҙар китеүгә күп тә уҙманы, бала-саға етәкләгән аҡһаҡалдар, ҡарт-ҡоролар Әмин бай тирмәһе эргәһендәге асыҡ урынға йы
йыла ла башланы. Ә. Хәкимов. • Байҙың эше фарман менән. Әйтем.
2. иҫк. Кешегә (күберәк юғары ҡатлам кешеһенә) хөрмәт менән өндәшеү һүҙе.
□ Почтительное обращение (в большинстве случаев к человеку высшего сословия). Әхмәт бай. Таһир бай. ■ [Алпамыша:] Берәй атыңды бир миңә, бай, — ти. Әкиәттән.
3. диал. Ҡатындың ире. □ Муж жены. Байым һуғышта үлеп ҡалды. Тәүге байым үлгәс, ҡәйнешем алды.
4. диал. Хужа. □ Хозяин. Байым эштән ебәрмәй.
♦ Ҡара бай һаран бай. □ Скупой богач. Серегән бай бик ныҡ байыған бай. □ Очень богатый человек.
БАЙ III (Р: эквивалент; И.: equivalent; Т.: eşit) и.
1. Ниндәйҙер эш-хеҙмәтте, хаҡты ҡайта-рырлыҡ нәмә; бәрәбәр. □ Вещь, которая может вернуть цену труда, плату; эквивалент. Ашау байына эшләү. Эшләгән байын ҡайтарыу.
2. Ниҙелер үлсәгәндә, һуңынан кәмеү иҫәбенә артығыраҡ итеп ҡалдырылған өлөш.
□ Часть, оставленная во время измерения с расчётом на уменьшение. Күлдәк тауарын тегеү байы ҡалдырып бесеү.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, яҙмыш, өлөш тәңреһе. □ Доля, плата, судьба, божество судьбы, доли.
♦ Алдың байыңа {йәки байыңды) ниҙең-дер аҙағы насар булып бөткәндә әйтелә. □ Говорится тогда, когда что-либо заканчивается плохо. Йыйылған бесәнде күбәләп бөтмәйенсә, ямғыр яуып ебәрһә, алдың байыңды. Байына алыу насар һөҙөмтә күреү; кәрәгенә алыу.
□ Быть наказанным, получить по заслугам. Был яман хужа байына алды. Байын биреү ниҙелер туйғансы эшләп күңел булыу. □ Довольствоваться, делая вдоволь что-то, делать что-л. как следует. Байын биреп ашау. Байын биреп эшләү. Байын биреп әрләу; 2) кинәнеп әрләү йәки туҡмау; эшен килтереү. □ Наказывать, ругать или избивать. Әсмә ҡыҙының байын бирҙе генә.
81