вольтлы
3. Акробатика һәм гимнастикала 180° боролош. □ Вольт.
ВОЛЬТЛЫ (Р.: вольтный; И.: ...volt; Т.: voltlu) с.
Көсөргәнеше купмелер вольтҡа тиң булған. □ Вольтный. Алтмыш вольтлы лампочка. Тубән вольтлы электр аппараттары. Юғары вольтлы электр селтәре. ■ Мейес 12 вольтлы автомобиль аккумуляторынан кос алыуға иҫәпләнгән. .. Бындай ҡоролмала йәнең ни теләй, шуны яһап була. «Табын», № 10, 2012. Ауылға эшкә электромонтёрҙар килгән, юғары вольтлы электр линиялары һуҙалар, — тигән хәбәр килеп еткәйне уларҙың [һауынсыларҙың] ҡолағына. «Йәшлек», 11 сентябрь 2008.
ВОЛЬТМЕТР [рус. < ит. Volta + гр. metreö ‘үлсәйем’] (Р: вольтметр; И.: voltmeter; Т.: voltmetre) и. электр.
Даими һәм алмаш ток сынйырҙарында электр тогы көсөргәнешен үлсәй торған прибор. □ Вольтметр. Вольтметр менән улсәу.
ВОЛЬФРАМ [рус. < лат. wolframium} (Р: вольфрам; И.: tungsten; T: volfram) и. хим.
Химик элемент, иреүгә иң сыҙамлы аҡ металл. □ Вольфрам. / Вольфрамовый. Вольфрам рудаһы. Вольфрамға оҡшаш металдар.
ВОЛЬФРАМИТ (Р: вольфрамит; И.: wolframite; T: volframit) и.
Составында вольфрамлы ҡоростоң ҡаты төрҙәрен ҡойғанда ҡатнаштырыла торған руда. □ Вольфрамит. / Вольфрамитовый. Ҡара вольфрамит. Вольфрамит табыу.
ВОЛЬФРАМЛЫ (Р: вольфрамовый; И.: tungsten; tungstic; T.: tungstenli) с.
Вольфрамдан йәки уның ҡушылмаһынан яһалған. □ Вольфрамовый. Вольфрамлы ҡорос. Вольфрамлы лампочка.
ВОЛЮНТАРИЗМ [рус. < лат. voluntas ‘ихтыяр’] и. ҡар. волюнтарсылыҡ. Волюнтаризм теорияһы. ■ Йәмғиәт уҫешенең һынылышлы мәлдәрендә .. зыялылар, заман һәм халыҡ алдында уҙ яуаплылыҡтарын тойоп, ижтимағи аңды, халыҡ фекерен тейешле тарафҡа йунәлтергә тейеш. Был волюнта-
ризм идеяһын яҡлау тугел, был — объектив ысынбарлыҡ. Картотека фондынан.
ВОЛЮНТАРИСТ [рус.] и. ҡар. волюн-тарсы. Волюнтаристар ойошмаһы.
ВОЛЮНТАРИСТИК (Р: волюнтаристический; И.: voluntaristic; T.: iradeci) с.
Волюнтарсылыҡҡа нигеҙләнгән. □ Волюнтаристический. Волюнтаристик теория. Волюнтаристик мөнәсәбәт. ■ Еребеҙ һуң нисәмә йылдар буйы волюнтаристик етәкселектең ҡорбаны булып килә. «Йәшлек», 27 август 2009.
ВОЛЮНТАРСЫ (Р: волюнтарист; И.: voluntarist; T.: iradeci) и.
Волюнтаристик ҡарашлы кеше. □ Волюнтарист. / Волюнтаристический.
ВОЛЮНТАРСЫЛЫҠ (волюнтарсы-лығы) (Р: волюнтаризм; И.: voluntarism; Т.: iradecilik) и.
1. фәлс. Тәбиғәт һәм йәмғиәт үҫешендәге хәл иткес көстө кешенең ихтыярына ҡайтарып ҡалдырған, объектив законлыҡты инҡар иткән фәлсәфәүи ҡараш. □ Волюнтаризм. / Волюнтаристический.
2. психол. Ихтыярҙы психик тормоштоң төп факторы тип ҡараған йүнәлеш. □ Волюнтаризм.
3. Объектив шарттарҙы инҡар иткән, субъективлыҡҡа нигеҙләнгән хәрәкәт. □ Волюнтаризм.
ВОЛЯПЮК [рус. < ингл. world ‘донъя’ + speak ‘һөйләшеү’] (Р: воляпюк; И.: Volapük; T.: Volapük) и.
XIX быуат аҙағында булдырылған халыҡ-ара яһалма тел. □ Воляпюк.
ВОССТАНИЕ [рус.] и. ҡар. ихтилал.
ВОТУМ [рус. < лат. votum\ (Р: вотум; И.: vote; Т.: оу) и.
Тауыш биреү юлы менән сығарылған ҡарар. □ Вотум. Ышаныслыҡ вотумы. Ышанмаусылыҡ вотумы.
ВОТЧИНА [рус.] (Р: вотчина; И.: ancestral lands; T.: baron payesi) и. тар.
XII—XVIII быуаттарҙа Рәсәйҙә нәҫелдән нәҫелгә күсеп мираҫҡа ҡалған ер. □ Вотчина. Вотчина биләусе. Вотчина ерҙәре.
110