ВУЛКАНЛАШТЫРЫУ
ВОТЧИННИК [рус.] и. ҡар. аҫаба.
■ Йәмғиәткә, уның тәртиптәренә вотчин-никтар ҡаршы сыҡмай, сөнки был урындағы власть башлыҡтарына ҡаршы килеу булыр ине. М. Өмөтбаев.
ВОТЯК [рус.] (Р.: удмурт; И.: Udmurt; Т.: Udmurt) и. этн. иҫк.
Удмурт милләте һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Удмурт. Вотяк ҡатын-ҡыҙы.
■ Урыҫтарҙың Башҡортостанға ынтылы-уы бик боронғо дәуерҙәрҙән килә. XII быуат башында уҡ Новгород урыҫтары Башҡортостанға курше ятҡан вотяктар ерен баҫып ала. Картотека фондынан.
ВОЯЖ [рус. < фр. voyage] (Р.: вояж; И.: journey; tour; T.: gezi) и.
Сәйәхәт итеү, ил гиҙеү. □ Вояж. Теплоходта вояж. Сит илгә вояж.
ВОЯЖЁР [рус. < фр. voyageur ‘сәйәхәтсе’] (Р: вояжёр; И.: traveller; T.: seya-hatsever) и. иҫк.
Сәйәхәтсе, турист, илгиҙәр. □ Вояжёр.
■ Аласағы булған байҙар, вояжёрҙар Хәбибулла ағайҙың куҙенә шайтан кеуек йәмһеҙ куренәләр. М. Ғафури.
ВОЖҮБ [ғәр. ч->»з] и. иҫк. кит. ҡар. ва-жиб. ■ Һеҙ биҡар бер муллаһыҙ ултырмағыҙ, өйрәнмәй фарыз, вөжуб, тик тормағыҙ. М. Аҡмулла.
ВӨЖҮД [ғәр. ^j] (Р: бытие; И.: objective reality, being; T.: vücut) и. иҫк.
1. Барлыҡ, булмыш. □ Бытие, существование.
2. Кәүҙә, тән. □ Тело, туловище.
ВӨЖҮДКӘ СЫҒАРЫУ (вөжүдкә сығар-) (Р: появляться; И.: appear; emerge; T: vücuda gelmek) ҡ.
Барлыҡҡа килеү, ғәмәлгә килеү. □ Появляться, присутствовать. // Наличие, присутствие. ■ Шул уйын вөжудкә сығарыу өсөн бөтәһен дә эшләй [Тәвкилев]. Ғ. Ибраһимов. Бер йыл буйы был ҡуҙғатылған мөһим мәсьәләне вөжудкә сығарыу тураһында Мәс-кәуҙең тупһаларын байтаҡ тапарға тура килде. Ш. Хоҙайбирҙин.
ВРАТАРЬ [рус.] и. ҡар. ҡапҡасы. Команда вратары.
ВРАЧ [рус.] (Р: врач; И.: physician; doktor; T.: doktor, tabip) и.
Ауырыуҙарҙы дауалаусы, юғары медицина белеменә эйә белгес; табип. □ Врач. Врач булып эшләу. ■ [Полктан саҡыртылған врач:] Үпкәһенә һалҡын тейгән, хәҙер ук госпиталгә оҙатырға, — тине. Я. Хамматов. Ҡара еңгәнең сираттағы килеп ҡайтыуынан һуң ҡыҙҙың ата-әсәһенә врачтарға мөрәжәғәт итергә тура килде. Ш. Хажиәхмәтов.
ВРАЧЛЫҠ (врачлығы) (Р: профессия, занятие врача; И.: physician’s occupution; T.: doktorluk) и.
Врач булыу, врач һәнәре, табиплыҡ.
□ Профессия, занятие врача. Врачлыҡ итеу. Врачлыҡҡа уҡыу.
ВРЕДИТЕЛЬ [рус.] и. ҡар. ҡоротҡос.
ВУАЛЬ [рус. <фр. voile] (Р: вуаль; И.: veil; gauze; T.: vualet) и.
1. Ҡатын-ҡыҙ эшләпәһенең йөҙҙө бер ни тиклем ҡаплай торған сетка йәки үтә күренмәле туҡыма детале. □ Вуаль. / Вуалевый. Вуаль ҡаплаған.
2. Оҙон ебәк шарф. □ Вуаль. Вуаль уралған.
3. Еңел үтә күренмәле туҡыма. □ Вуаль.
ВУЗ [рус. высшее учебное заведение] (Р: вуз; И.: institute of higher education; T: yüksek öğretim kurumu) и.
Юғары уҡыу йорто (русса ҡыҫҡартма).
□ Вуз (высшее учебное заведение). Вуз белеме. Вуз бөтөрөу. Вузда уҡыу. Вуз программаһы. Рәсәй вуздары.
ВУЛКАН [рус. < лат. vulcanus] и.
1. ҡар. янартау. Вулкандарҙы өйрәнеу. ■ Ҡайһы бер һунгән вулкандар, утлы магма урғытып, яңынан хәрәкәт итә башлай. Д. Бураҡаев.
2. (баш хәреф менән) миф. Рим мифологияһында: Ут тәңреһе. □ Вулкан.
ВУЛКАНЛАШТЫРЫУ (вулканлаш-тыр-) (Р: вулканизация; И.: vulcanization; Т.: vulkanizasyon) ҡ. тех.
Ill