ВЫЖЛАУ
2. кусм. Эш боҙған өсөн әрләү; һүгеү, быжғыртыу. □ Отругать, выругать кого-л. ■ [Аҡназар бабай:] Быйыл яҙ көнө ике аҙғын малайҙы ла выжлатып ҡыуып ҡайтарҙым. Ҡ. Даян.
ВЫЖЛАУ (выжла-) (Р.: жужжать; И.: hum; buzz; T.: vızlamak) ҡ.
1. Һыҙғырған һымаҡ тауыш сығарыу, выжт итеү. □ Жужжать; шуметь; гудеть. // Жужжание, шум; гудение. Я Емерелгән завод эргәһенә килеп туҡтаныҡ, һирәк-мирәк аҙашҡан пулялар беҙҙең баш остарынан выжлап утәләр, һәр бер выжлаған пуляға беҙҙең бер нисәбеҙ ергә ятабыҙ. Д. Юлтый. Тәуге таш выжлап осоп китте, ләкин ҡайҙа барып тейгәнен берәу ҙә курмәне. М. Кәрим.
2. Тиҙ, етеҙ хәрәкәт итеү. □ Двигаться очень быстро. Я Иген, руда тейәлгән автомашиналар оло юлдан бер өҙлөкһөҙ выжлап уҙып тора. 3. Биишева.
ВЫЖТ I (Р.: мгновенно; И.: whizz; T.: vız) оҡш.
Етеҙ хәрәкәтте белдергән һүҙ. □ Выражает мгновенное, неожиданное действие: выжт. Выжт итеп барып еттек.
ВЫЖТ II (Р: дуй, сгинь!; И.: out with you!; T.: defol!) ымл.
Кешене ҡаты асыу менән эргәнән ҡыуғанда әйтелә. □ Выражает гневный приказ уйти, сгинуть: выжт! Н Яуапһыҙ ҡараһаң, һине лә выжт! Н. Нәжми. Еңгәм көтмәгәндә мейес артынан тимер тәртешкә һурып сығарҙы: — Выжт бынан! Й. Солтанов.
ВЫЖТ ИТЕҮ (выжт ит-) (Р: издавать звук «выжт»; И.: buzz; T: vızıldamak) ҡ.
1. «Выжт» тигән тауыш сығарыу. □ Издавать звук «выжт». Иңкештәр выжт итеп һауаға кутәрелде.
2. Етеҙ, тиҙ хәрәкәтләнеү. □ Быстро, мгновенно двигаться. Выжт итеп килеп тә етте. Я Икенсе көндө таң менән выжт итеп утеп киткән Сәмиҙең «Волга »һы ла инәйҙең ышанысын юҡҡа сығара алманы. Ф. Рәхимғолова.
ВЫЖЫЛДАТЫУ (выжылдат-) ҡ. йөкм. от выжылдау, понуд. от выжылдау. Выжылдатып бурәнә бысалар.
ВЫЖЫЛДАУ (выжылда-) (Р: жужжать; И.: buzz; T.: vızıldamak) ҡ.
1. Выж-выж тигән тауыш сығарыу, выж-выж итеү. □ Издавать звук при быстром движении; жужжать. Выжылдап электромотор эшләп китте.
2. Ел геүләү. □ Выть, гудеть (о ветре). Буран выжылдай. Ел выжылдай. Я Таҙ батырҙың битенә әсе ел бәрелеп, ҡолаҡ төбөндә выжылдаған. Әкиәттән.
ВЫЖЫЛДАУЫҠ с. диал. ҡар. мыжыҡ. Выжылдауыҡ кеше.
ВЫЖЫЛДАШЫУ (выжылдаш-) ҡ. урт. ҡар. выжылдау, взаимн. от выжылдау. Ҡуңыҙҙар выжылдаша.
ВЫКЛЮЧАТЕЛЬ [рус.] и. һөйл. ҡар. һүндергес. Электр выключателе.
ВЫМПЕЛ [рус. < гол. wimpel] (Р: вымпел; И.: pendant; pennon; T.: flama) и.
1. Дәүләт билдәһе итеп хәрби карапҡа ҡуйыла торған, осо асалы оҙон тар байраҡ. □ Вымпел. Вымпел кутәреу.
2. Бәләкәй өскөл байраҡ (ғәҙәттә, кемдер ярышта еңгәндә, берәй уңышҡа өлгәшкәндә һ.б. осраҡта тапшырыла). □ Вымпел. Еңеуселәргә вымпел тапшырыу. Кусмә вымпел.
3. Самолёттан ергә ташлау өсөн эсенә гәзит, китап һ. б. һалынған, сағыу таҫма бәйләнгән ҡумта йәки ҙур төргәк. □ Вымпел.
4. Айырым һүрәте йәки яҙыуы булған һәм ҡайҙалыр билдә итеп ебәрелә торған металл киҫәге. □ Вымпел. Герб төшөрөлгән вымпел.
ВЫШКА [рус.] (Р: вышка; И.: tower; derrick; T.: cihannüma, kule) и.
Билдәле маҡсат өсөн төҙөлгән тар бейек ҡоролма. □ Вышка. Нефтъ вышкаһы. Төрмә вышкаһы. Вышканан атыу. Н Ҡырҙарыңда бойҙай тулҡынлана әкрен иҫкән таңғы ел менән, ҡара алтын һибә вышкаларың,
114