Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 115


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВӘҒӘҘӘ ИТЕҮ
Башҡортостан — минең илгенәм. Картотека фондынан.
ВЬЕТНАМ (Р.: вьетнамец; И.: Vietnamese; T.: Vietnamlı) и. этн.
Вьетнамдың төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Вьетнамец, вьетнамка. / Вьетнамский. Вьетнам халҡы. Вьетнам ҡатыны. Вьетнам теле.
ВЬЕТНАМДАРСАр. ҡар. вьетнамса.
ВЬЕТНАМСА (Р.: по-вьетнамски; И.: in Vietnamese; T.: Vietnamlı) р.
Вьетнамға хас, вьетнамдар кеүек. □ По-вьетнамски. Вьетнамса һөйләшеү. Вьетнамса кейенеү.
ВӘ [ғәр. j] (Р: и; И.: and; T.: ve) терк. иҫк.
Теҙеү теркәүесе, тиң киҫәктәрҙе һәм теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең өлөштәрен үҙ-ара бәйләү өсөн хеҙмәт итә. □ И (соединительный союз). ■ Бөйөк шағирҙарҙың вә бөйөк әҙиптәрҙең кешелек донъяһына хеҙмәт итеүҙәре уларҙың әҫәрҙәре һәр төрлө телдәргә тәржемә ителгәнлектәренән килә. М. Өмөтбаев. һәр хәлдә әҙәм өсөн ҡайғыларҙы вә шатлыҡтарҙы уртаҡлашырлыҡ рәүештә дуҫтарға ихтыяж бар. Бындай дуҫтар бер-лә бергәләп заман мәшәҡәттәренә, донъя ауырлыҡтарына түҙеү бер аҙ еңел булыуы мәғлүм. Р. Фәхретдинов.
ВӘ БАШҠАЛАР терк. иҫк. ҡар. һәм башҡалар.
ВӘБАЛ [ғәр. Jbj] (Р; тяжёлое последствие чего-л:, И.: hard consequence; T: vebal) и. иҫк. кит.
1. Ниндәйҙер эш арҡаһында булған ауыр нәтижә, гөнаһ, яҙыҡ. □ Тяжёлое последствие чего-л.; ответственность (за что-л.); вина; грех, проступок. Был эштең вэбалы барҙыр.
2. Ауырлыҡ. □ Тяжесть. Эшләнмәгән эштең вэбалы һиңә төшә.
ВӘҒИЗ [ғәр. -^'jj (Р: проповедник; И.: preacher; missionary; T: vaiz) и.
1. Вәғәз һөйләүсе. □ Проповедник.
2. Әхлаҡ өйрәтеүсе, өгөтләүсе, димләүсе. □ Наставник; увещеватель.
ВӘҒӘҘӘ [ғәр. bûcj] (Р; обещание; И.: promise, pledge; T: vaat) и.
Нимәнелер эшләргә, үтәргә ышандырып әйтелгән йәки эшләмәүҙе, үтәмәүҙе белдергән йөкләмә рәүешендәге һүҙ. □ Обещание. Буш вәғәҙә. Вәғәҙә боҙоу. Вәғәҙәне онотоу. ■ Айҙар һецлеһе Гөлнурға биргән вәғәҙәһен үтәне. М. Кәрим. Батша үҙ вәғәҙәһе буйынса Буҙансы батырға ҡыҙын да, ярты батшалығын да биргән. Әкиәттән. Вәғәҙәм буйынса, уртансы ҡыҙымды һиңә бирәм. Әкиәттән. • Вәғәҙә — иман. Әйтем.
ВӘҒӘҘӘ АЛЫУ (вәғәҙә ал-) (Р: брать обещание; И.: give one’s word; T: vaat almak) ҡ.
1. Нимәнелер үтәү тураһында вәғәҙә һүҙен алыу. □ Брать обещание, слово. ■ Иван Васильевич Грозный заманында, башҡорттар ихтыяр баш һалған өсөн, ерҙәрен грамоталар бирелеп [уларҙан] Себер татарҙарынан һәм ҡырғыҙҙарҙан (ҡаҙаҡтарҙан) рус һәм үҙ ерҙәрен һаҡларға вәғәҙә алынған. М. Өмөтбаев.
2. этн. Ҡыҙын кейәүгә биреү тураһында атаһынан ризалыҡ алыу. □ Заручиться согласием отца невесты.
ВӘҒӘҘӘ БИРЕҮ (вәғәҙә бир-) (Р.: давать обещание; И.: give a promise; T: vaat etmek) ҡ.
Нимәнелер эшләргә йәки эшләмәҫкә һүҙ биреү. □ Давать обещание. ■ Мин дә илемә вәғәҙәләр бирҙем, ямғыр булып, күкрәп яуырға. М. Кәрим. Вәғәҙә бирҙеңме — үтә. Егетлек бына шунда. Ә. Бикчәнтәев.
ВӘҒӘҘӘ БҮЛӘГЕ (Р: подарок невесты; И.: bride’s gift; T.: gelinin hediyesi) и. этн.
Өйләнешергә килешкәндән һуң ҡыҙҙың егет яғына биргән бүләге. □ Подарок невесты родственникам жениха после сговора. Вәғәҙә бүләге алыу.
ВӘҒӘҘӘ ИТЕҮ (вәғәҙә ит-) (Р: давать обещание; И.: promise; T.: vadetmek) ҡ.
1. Нимәнелер эшләргә йәки эшләмәҫкә һүҙ биреү; вәғәҙә биреү. □ Давать обещание. ■ Мортаза ағайым миңә лә күк алашаны би -
115