Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 118


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВӘЗЕНЛЕ
вәзин ит, вәзенле булһа ла, ул һөңгөлө бит. М. Өмөтбаев.
ВӘЗЕНЛЕ (Р.: рифмованный; И.: rhymed; T: vezinli) с.
1. әҙ. Рифмалы. □ Рифмованный. ■ Бишектә улан сабый балалар тирбәтеүселәренең моңло тауыштарындан ләззәт алып ойорҙар; аттар ҡыңғырау тауышына йыуанып тотоштан йүгерерҙәр; ғәрәптәрҙең вәзенле (һүҙ формаһы) көйҙәрендән әҫәрләнеп дөйәләр ашығып-ашығып китерҙәр. Р. Фәхретдинов.
2. иҫк. Үлсәүле. □ Взвешенный.
ВӘЗЕНЛӘП (Р: подробно; И.: minutely; T.: ayrıntıyla) р.
Асыҡлап, аныҡ итеп. □ Подробно, досконально. Вәзенләп ацлатыу.
ВӘЗЕНЛӘҮ (вәзенлә-) (Р: рифмовать; И.: rhyme; T.: uyaklamak) ҡ. иҫк. кит.
Шиғыр юлдарында баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәрҙе сиратлаштырып рифмаға һалыу, көйләү. □ Рифмовать, чередуя ударные и безударные слоги внутри стихотворной строки. Вәзенләп яҙылған шиғыр.
ВӘЗИР [ғәр. jjj] (Р.: везирь; И.: minister; T.: vezir) и. иҫк.
Урта быуаттарҙа Көнсығыш илдәрендә хандың, батшаның ярҙамсыһы, хөкүмәт ағзаһы; министр. □ Везирь, министр. ■ Мы-сырҙа .. Хажи Байрам вәзир булған дәүерҙә тарих, география буйынса күп хеҙмәттәр, шулай уҡ байтаҡ романдар яҙылған. Шуларҙың «Сәйфелмөлөк» тигәне беҙҙә, Рәсәйҙә лә, киң билдәле. М. Өмөтбаев.
ВӘЗИРЛЕК (вәзирлеге) (Р: должность везиря; И.: vezir’s position; T.: vezirlik) и. тар.
Вәзир булыу, вәзир хеҙмәте, вазифаһы. □ Должность везиря. Вәзирлек вазифаһы.
ВӘЙ, вә-ә-әй (Р: увы!; И.: alas; T.: vay) ымл.
1. Үткәндәген иҫкә төшөрөп, үкенес, һағыш белдергәндә әйтелә. □ Выражает сожаление о прошедшем: увы. Вэй! Бар ине ауыр йылдар.
2. Көй күтәргәндә әйтелгән һүҙ; вай-вай. □ Возглас, который произносится для поддержки, подбадривания певцов в конце песенной строфы.
ВӘЙРАН [фарс, ûljo] с. ҡар. вайран.
ВӘЙРАНЛЫҠ (вәйранлығы) и. ҡар. вайранлыҡ.
ВӘ ЙӘНӘ (Р: также; И.: also, as well; T.: yine) терк. иҫк.
Шулай уҡ, һәм дә. □ И, также. ■ Хат-шәрифебеҙ иҫән-һау юлығып, именлегебеҙҙе белеп, үҙегеҙҙең унда булған хәбәрҙәрҙе мәғлүм итеп яҙығыҙ. Вә йәнә был мәғлүм булһын. Әхмәтйән миңә бер хат һалған ине, юлығып алдым. «Йәшлек», 24 июнь 2010.
ВӘКЕ и. диал. ҡар. мәке.
ВӘКИЛ [ғәр. (Р: представитель; И.: representative; T.: vekil) и.
1. Дәүләт, ойошма, төркөм исеменән эш алып барған кеше. □ Представитель, уполномоченный, доверенный, поверенный. Дипломатик вәкил. Башҡортостан вәкиле. Хөкүмәт вәкиле.
2. Теге йәки был төркөмгә ҡараған кешеләрҙән берәү. □ Представитель. Йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. ■ Сараны асыу тантанаһында республиканың Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре, хәрби-ватансылыҡ тәрбиәһе биреү клубтарында шөғөлләнеүселәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты. «Башҡортостан», 27 ғинуар 2012. Ҡоролтайҙа яңғыраған ҡарарҙар, теләктәр башҡортмон тигән һәр башҡортҡа, дуҫлыҡ һәм татыулыҡты хуп күргән башҡа милләт вәкилдәренә, ил башлыҡтарына барып етһә ине. М. Хужин.
ВӘКИЛЛЕК (вәкиллеге) (Р: представительство; И.: representative office, mission; T: vekillik) и.
Илдең йәки ниндәйҙер ойошманың мәнфәғәтен күҙәткән учреждение. □ Представительство. Башҡортостан вәкиллеге. Вәкиллек хоҡуҡтары.
ВӘКӘЛӘТ [ғәр. (Р: полномочия; И.: authority, power; T: vekâlet) и.
118