вәли
1. Кемдеңдер исеменән эш алып барырға бирелгән хоҡуҡ. □ Полномочия. Депутатлыҡ вәкәләте. Вәкәләттәрҙе һалыу. ■ [Заһит:] Республиканан ярҙам булмаһа ла, ҡайтам. Тик тейешле вәкәләт бирегеҙ. Я. Хамматов. Хакимиәт башлығы хоҡуҡтарын белеу буйынса уны [Кукбуринде] башҡаларға өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Дөрөҫ, вәкәләт сиктәренән утеп киткән саҡтары ла булғылай. Ләкин был фани донъяла кемебеҙ фәрештә? М. Ямалетдинов.
2. ҡар. вәкиллек. Мәскәуҙәге вәкәләт. Вәкәләт органы.
3. Мәғлүмәт агентлығы. □ Информационное агентство. Вәкәләт хеҙмәткәрҙәре. Вәкәләт биргән мәғлумәттәр.
ВӘКӘЛӘТ ҠАҒЫҘЫ (Р.: верительная грамота; И.: credential paper; T.: vekâletname) и.
Кемдеңдер исеменән эш алып барыуға бирелгән ышаныс ҡағыҙы. □ Верительная грамота. Вәкәләт ҡағыҙы алыу. Вәкәләт ҡағыҙын курһәтеу.
ВӘКӘЛӘТЛЕ (Р.: представительный; И.: representative; T.: tam yetkili) с.
Кемдеңдер исеменән рәсми эш алып барырға хоҡуҡлы. □ Представительный; полномочный. Вәкәләтле илсе. Вәкәләтле ойошма.
ВӘКӘЛӘТЛЕК (вәкәләтлеге) (Р: представительство; И.: agency; T.: temsilcilik) и.
Вәкәләтле булыу. □ Представительство. Вәкәләтлек тапшырылған. ■ Иптәш командующий, ғәҙәттән тыш вәкәләтлегемә таянып, революция исеменән бойорам: тотҡондарҙы хәҙер ук һаҡ аҫтынан азат итегеҙ! — тине Сәлимйән. Й. Солтанов.
ВӘКӘЛӘТНАМӘ [ғәр. + фарс.
(Р: мандат; И.: mandate, credentials; T.: vekâletname) и. иҫк. кит.
1. Кемдеңдер вәкил итеп ебәрелгәнен күрһәтә торған таныҡлыҡ, шәһадәтнамә. □ Акт уполномочия; мандат. Вәкәләтнамә курһәтеу. Вәкәләтнамәне тапшырыу.
2. Ышаныс ҡағыҙы. □ Доверенность. Вәкәләтнамә биреу.
ВӘҠАР [ғәр. j^j] и. ҡар. ваҡар. ■ Әгәр тәуфиҡ вәҡар булһа кешелә, булыр хикмәт уның һәр ҡылмышы ла. М. Өмөтбаев.
ВӘҠАРЛЕ с. ҡар. ваҡарлы.
ВӘҠАХӘТ [ғәр. (Р: наглость; И.: impudence; T.: küstahlık) и. иҫк.
Оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек. □ Наглость, нахальство, бесстыдство.
ВӘҠИФ [ғәр. ^j] с. иҫк. ҡар. ваҡиф.
ВӘҠИФ БУЛЫУ (вәҡиф бул-) (Р: знать; И.: be cognizant of; T.: vâkıf olmak) ҡ.
Хәбәрҙар булыу, белеү. □ Знать, быть в курсе дел. Вәҡиф булырға тейеш. Яңылыҡтарҙы вәҡиф булыу.
ВӘҠЫФ [ғәр.üj] и. ҡар. ваҡыф.
ВӘҠЫФ ИТЕҮ (вәҡыф ит-) ҡ. ҡар. ваҡыф итеү.
ВӘҠЫФНАМӘ [ғәр. + фарс. и. ҡар. ваҡыфнамә.
ВӘҠӘФАТ [ғәр. cjliâj] (Р: приостановка; И.: stop(ping), stop-over; T.: vakfe) и. иҫк. кит.
1. Туҡталыш, пауза, туҡтау. □ Приостановка; пауза, заминка.
2. Туҡтау урыны. □ Остановка (место).
ВӘЛ [рус. < фр. voile] (Р: шаль-паутинка; И.: light shawl; T.: dantelli ince şal) u.
1. һирәк итеп бәйләнгән үтә күренмәле селтәр шәл. □ Паутинка.
2. диал. Дебет шәл. □ Пуховый платок.
3. ҡар. вуаль.
ВӘЛИ [ғәр. ib] (Р.: правитель; И.: ruler; T.: vali) и. иҫк.
1. Етәксе, хужа, башлыҡ. □ Правитель, хозяин.
2. Кемдеңдер мәнфәғәтен һаҡлаған кеше, яҡлаусы. □ Покровитель, опекун. Вәли тәрбиәсе.
3. Хөкөм итеүсе, хөкөмдәр. □ Судья.
4. Яҡын туған. □ Близкий родственник. ■ Ту мэр Раҙиаллаһу ғәнһу уҙенең вәлиҙәре-нән беренә: «Ҡарындаштар вә яҡындар бербере менән йөрөшһөндәр, ҡатнашһындар, әммә курше булышмаһындар!» — тип фарман яҙған ине, тиҙәр. Р. Фәхретдинов.
119