Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 121


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ВӘХШИҘӘРСӘ
1. Күңел аҙҙырғыс нәмә. □ Искушение, соблазн; развращение. Вәсүәсә таратыу. Вәсүәсә һөйләү.
2. Күңелгә хәүеф һала торған нәмә; шик, шөбһә. □ Опасение, тревога, сомнение. Вәсүәсә һалыу. ■ Йән биргәнгә — көн биргән, тип яҙмышына шөкөр ҡылып йәшәп ятҡан байғошомдоң [Йәнбирҙенең] кемдеңдер күңеленә вәсүәсә һалаһы бармы һуң? В. Нафиҡов.
ВӘСҮӘСӘЛЕ (Р.: соблазнительный; И.: seductive; T.: vesveseli) с. һөйл.
1. Күңел аҙҙырғыс. □ Соблазнительный. Вәсүәсәле һүҙҙәр һөйләү. ■ Вәсүәсәле ҡараш ҡыш аҙашып иҫкән йылы ел менән бер. Ғ. Хөсәйенов.
2. Шикле, шөбһәле, хәүефле. □ Подозрительный, тревожный, сомнительный. Вәсүәсәле күренеш.
ВӘСҮӘСӘ ЛӘНЕҮ (вәсүәсәлән-) (Р: соблазняться; И.: be tempted (enticed); T.: vesveselenmek) ҡ.
1. Күңел аҙыу. □ Соблазняться. Аҡсаға вәсүәсәләнеү.
2. Шикләнеү; икеләнеү. □ Сомневаться; испытывать нерешительность. Кемдәндер вәсүәсәләнеү.
ВӘСҮӘСӘЛӘҮ (вәсүәсәлә-) (Р: соблазнять; И.: entice, allure, tempt; T.: vesveseye düşürmek) ҡ.
1. Кемдеңдер күңелен аҙҙырыу, ҡотортоу, ҡотҡо һалыу □ Искушать, соблазнять.
2. Кемдәлер икеләнеү тойғоһо уятыу. □ Подталкивать к подозрению, вызывать сомнение в ком.
ВӘСҮӘСӘСЕ (Р: соблазнитель; И.: tempter, seducer; T.: fettan) и. иҫк.
Күңел әүрәтеүсе, аҙҙырыусы. □ Соблазнитель, искуситель. Вәсүәсәсе күбәйҙе.
ВӘСҮӘСӘ ТӨШӨРӨҮ (вәсүәсә төшөр-) ҡ. ҡар. вәсүәсәләү. ■ Амантаев минең ҡылды сиртеп ҡарай, әлбиттә, вәсүәсәгә төшөрмәксе була. Ә. Бикчәнтәев.
ВӘСҮӘСӘ ҺАЛЫУ (вәсүәсә һал-) ҡ. ҡар. вәсүәсәләү. Вәсүәсә һалып китте. ■ [Насип:] Хужаһы һөйләгәндә, күңелгә
вәсүәсә һалмай, тик кенә тыңлап ҡына ултырһын. Бына шулай! М. Кәрим.
ВӘТ [рус.] (Р: вот!; И.: there it is! (there you are!); T.: işte) киҫ. һөйл.
1. Өндәү һөйләмен эмоциональ яҡтан көсәйтеү маҡсатында әйтелә. □ Употребляется для усиления эмоционального восклицательного предложения: вот. Вәт, шәп машина! ■ Вәт, бай! Һүҙе үтә. Я. Хамматов.
2. Нимәнеңдер һөҙөмтәһен белдереп, шуға баҫым яһап ҡуйыу өсөн әйтелә. □ Употребляется для усиления вывода, результата каких-то обстоятельств. Маҡсатыма ирештем, вәт! ■ Теләйем икән, бөгөндән барлыҡ мөлкәттәрен, үҙҙәрен һатып аламын. Вәт, мин ниндәй кеше! Я. Хамматов.
ВӘХЕШ [ғәр. и. ҡар. вәхши 1, 2.
ВӘХИ [ғәр. f^j] (Р: откровение; И.: revelation; T.: vahiy) и. дини.
Ниндәйҙер фекерҙең, уйҙың Алла тарафынан пәйғәмбәрҙәрҙең күңеленә һалыныуы; хәбәр. □ Откровение. Вәхи килеү. ■ Ислам хаҡында һөйләгәндәре — Аллаһы Тәғәләнән индерелгән вәхиҙәр. Бойороуҙар һәм тыйыуҙар. Башҡортса дини календарҙан.
ВӘХШИ [ғәр. (Р: дикий; И.: savage; T.: vahşi) с.
1. Ҡырҙа йәшәгән, ҡулға эйәләшмәгән (йәнлеккә ҡарата); ҡырағай. □ Дикий (о животном, звере). Көҙән — вәхши йәнлек.
2. Цивилизацияның, мәҙәниәт үҫешенең иң түбән кимәлендә торған (кешегә ҡарата); ҡырағай. □ Дикий, варварский. Вәхши халыҡ.
3. күсм. Йыртҡыс, ҡанһыҙ. □ Зверский, свирепый, варварский; жестокий, кровожадный. Вәхши кеше. ■ Кырағайлыҡ һаҙлығында әллә йөҙмәйме ни цивилизациялы вәхшиҙәр? Р Назаров.
ВӘХШИҘӘРСӘ (Р: зверски; И: in a savage way, brutally; T.: vahşice) p.
Йыртҡыстарса, рәхимһеҙ рәүештә, ҡанһыҙ. □ Зверски, беспощадно, по-варварски. Вәхшиҙәрсә һуғыш алып барыу. Ж Тәбиғәткә вәхшиҙәрсә, ҡомһоҙ ҡараш, геноцид, артыҡ нәфсе— шулай уҡ кешелек
121