Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 123


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАГА
Г [гэ] (Р.: четвёртая буква башкирского алфавита; И.: the fourth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin dördüncü harfi)
Башҡорт алфавитының дүртенсе хәрефе. Шартлаулы, урта аңҡау, яңғырау [г] тартынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Г, бәләкәй — г формаһында яҙыла. Нумерацияла ҡулланыла. □ Четвёртая буква башкирского алфавита. Г өлөшө, г) пункты. Г-ны дөрөҫ итеп яҙыу. ■ Төрки телдәренең динамикаһында [ҡ], [ғ], [к], [г] өндәренең даими рәүештә сиратлашып йөрөүе уның бик боронғо фонетик күренеш булыуы тураһында һөйләй. Ж. Кейекбаев.
ГАБАРДИН [рус. < фр. gabardine] (Р.: габардин; И.: gabardine; T.: gabardin) и.
Еңел йомшаҡ йөндән, ебәктән йәки кизе мамыҡтан ике ҡат буйлыҡлап, ҡыя һырлап һуғылған пальто һәм костюм өсөн ҡулланылған йоҡа туҡыма төрө. □ Габардин. / Габардиновый. Габардин костюм. Габардин салбар. Туйға тип, кара габардин костюм да алып ҡуйғайны. ■ Әйтегеҙ әле, габардин пальтоны һеҙҙә яҡшы таҙарталармы? — тип мөрәжәғәт итте бер ҡатын. «Көнгәк», 23 декабрь 2010.
ГАБАРИТ [рус. < фр. gabarit] (Р.: габарит; И.: overall dimensions; T.: gabari) и.
1. Ниндәйҙер нәмәнең йәки ҡоролманың тышҡы ҙурлығы, күләме, дәүмәле. □ Габарит (величина предметов, сооружений и устройств). / Габаритный. Бинаның габариттары. Габариты ҙур. Машина габариты.
2. Машинаның алдына һәм артына ҡуйылған фонарь. □ Габаритные фонари. Машинаны туҡтатҡас та габарит фонарҙарын һүндермәһәң, аккумулятор ултыра.
ГАБАРИТ ҠАПҠАҺЫ (Р: габаритные ворота; И.: gate; clearance gauge; T: boşluk mastarı) и. т. юл.
Тимер юл станцияларында тауар тейәлгән вагондарҙың дәүмәлен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма, рама. □ Габаритные
ворота. Автомобиль юлдарында ҡуйылған габарит ҡапҡаларҙың бейеклеге 4,5 метрға тиклем була.
ГАБАРИТЛЫ (Р.: габаритный; И.: overhead; overall; T.: ölçülü) с.
Күләмдәге, ҙурлыҡтағы. □ Габаритный. Бәләкәй габаритлы. Ҙур габаритлы. Эре габаритлы. Бәләкәй габаритлы тракторҙар эшләүсе завод. Йыһанда оҙаҡ осоу шарттарында эшләй ала торған бәләкәй габаритлы яңы фототелевизион система ҡуйылды. ■ Фермала киң габаритлы «ОШП-6» маркалы механизация йыһаздары ҡуйылған. Экспедиция материалдарынан. Самолёт тимер юлда йөрөтә алмаҫлыҡ эре габаритлы йөктәрҙе лә ташый ала. Башҡортостан календарынан.
ГАВАЙ ГИТАРАҺЫ (Р.: гавайская гитара; И.: ukulele; T.: Havai kitarası) и.
Махсус пластинка менән сиртеп уйнала торған алты ҡыллы гитара. □ Гавайская гитара (шестиструнная гитара). Алты ҡыллы гавай гитараһының дәртле көйө яңғыраны.
ГАВАНА СИГАРАҺЫ (Р.: гаванская сигара; И.: Havana cigar; T.: Havana purosu) и.
Тәмәке төрө. □ Гаванская сигара. Гавана сигараһы ғына тарта торғайны еҙнәм.
ГАВАНЬ [рус. < гол. haven] (Р: гавань; И.: harbour; T: doğal liman) и.
Океан, диңгеҙ йәки йылға буйында карап туҡтар өсөн хеҙмәт иткән ышыҡ урын, ҡултыҡ. □ Гавань. Туңмай торған гавань. Тәбиғи гавань. Шау-шыулы гавань. Диңгеҙҙәге ышыҡ һәм суднолар тороу өсөн уңайлы бухталарҙа диңгеҙ порттары һәм гавандәр төҙөлгән. ■ Килеүсе пароходтар туҡтау өсөн яһалма гавань кәрәк ине. Картотека фондынан.
ГАГА [рус.] (Р: гага; И.: eider duck; T: pufla) и. зоол.
Төньяҡ диңгеҙҙәрҙә йәшәгән ҡиммәтле йомшаҡ мамыҡлы өйрәк. □ Гага. / Гагачий (лат. Somateria). Инә гага. ■ Гага мамығын альпинистарҙың кейемен теккәндә киң фай
123