Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 124


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАГАРА
ҙаланалар. Башҡортостан календарынан. Гаганың еңел мамығы һалҡындан яҡшы һаҡлай. Башҡортостан календарынан.
ГАГАРА [рус.] (Р.: гагара; И.: loon, diver; T.: dalgıç kuşu) и. зоол.
Төньяҡ диңгеҙҙәрҙә, тундра, урман-тун-драла йәшәгән ҡуйы йөнлө эре һыу ҡошо. □ Гагара. / Гагарий (лат. Gacia). Донъяла гагараларҙың биш төрө билдәле. ■ Гагаралар ҙа ыңғырашалар, .. йәшен һуғыуы ҡурҡыта уларҙы. Н. Иҙелбай.
ГАГАРКА [рус. I (Р.: гагарка; И.: razorbilled auk, razorbill; T: usturagaga) и. зоол.
Ваҡ өйрәк ҙурлығындағы төньяҡ диңгеҙ ҡошо. □ Гагарка. / Гагарочий (лат. Alca torda). Март айҙары етеу менән, яр буйындағы гагаркалар сырҡылдаша башлайҙар. Башҡортостан календарынан. Гагаркалар алыҫтан пингвинға оҡшап тора. Башҡортостан календарынан.
ГАГАУЗ (Р: гагауз; И.: Gagauz; Т: Gagavuz) и. этн.
Украина, Молдавия, Болгария һәм Румынияла йәшәгән, мәҙәниәте яғынан боронғо болғарҙарға яҡын торған төрки телле христиан динендәге халыҡ һәм шул халыҡтың бер кешеһе. □ Гагауз. / Гагаузский. Гагауз ир-аты. Гагауз халҡы. Гагауз телендә һөйләшә. ■ Гагауздар кубеһенсә грек сығанаҡлы исемдәр ҡушалар. Башҡортостан календарынан.
ГАГАУЗДАРСА (Р: по-гагаузски; И.: in Gagauz; T: Gagavuzca) р.
Гагауз халҡына хас рәүештә. □ По-гагаузски. Гагауздарса ҡаршы алыу.
ГАГАУЗСА (Р: по-гагаузски; И.: in Gagauz; T: Gagavuzca) р.
1. Гагауз телендә. □ По-гагаузски. Гага-узса һөйләшеу.
2. Гагауз халҡына хас рәүештә. □ По-гагаузски. Гагаузса бейеу. Гагаузса туршу бешереу.
ГАДУ К (гадугы) [рус. годок] (Р: ровесник; И.: contemporary, peer, person of the same age; T: yaşıt) и. һөйл.
Ҡатнашып йәшәгән, йәш яғынан яҡын булған замандаш кеше; йәштәш, тиҫтер, ҡорҙаш. □ Ровесник, сверстник, современник. ■ Гадугым менән курше генә йәшәйбеҙ. Башҡортостан календарынан.
ГАЗ I [рус. < фр. gaze < гр. chaos ‘хаос’] (Р: газ; И.: gas; T.: gaz) и.
1. Матдәнең айырым өлөшсәләре үҙ-ара тартылыу көсө менән бәйләнмәү сәбәпле, тирә-яҡҡа, һауаға тиҙ һәм еңел таралып, осоп торған йәки пар хәлендәге матдәләрҙең дөйөм исеме. □ Газ. / Газообразный. Газдар ҡушылмаһы. Газ хәлендәге матдә. Г Азот диоксиды — һоро газ — Ерҙе уратып алыу сәбәпле, Ҡояш нурҙары ике тапҡырға кәмейәсәк һәм Ерҙә боҙ осоро башланасаҡ. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
2. Яғыу, яҡтыртыу һ. б. маҡсатта ҡулланыла торған, таралып, осоп торған матдә. □ Газ. / Газовый. Газ ҡурҡынысы булмаған зона. Газ сәнәғәтен уҫтереу. Газ ятҡылыҡтарын асыу. Торфтан газ сығарыу. ■ Химия заводтары һауаға зарарлы газдар бу леп сығара. Башҡортостан календарынан. Беҙҙең ил территорияһында 200-гә яҡын бай газ ятҡылығы асылған. Башҡортостан календарынан. Сифаты һәм уҙенсәлеге буйынса дурт төрлө газ бар: тәбиғи, эйәрсен, айырмалы һәм яһалма (махсус заводтарҙа эшләнгән һәм нефть эшкәрткәндә айырылып сыҡҡан) газдар. «Торатау», 25 июнь
2011. Төндәрен, болоттарҙа ҡыҙғылт нурҙар сағылдырып, куп ауылдар янында газ факелдары яна. Картотека фондынан. Урал алдында рудаһыҙ ҡаҙылмалар, атап әйткәндә, нефть, тәбиғи янар газдар, аш тоҙо, көрән кумер куберәк сығарыла. Башҡортостан календарынан. Нефть һәм газ сеймалында эшләусе бик куп заводтар һәм электр станциялары төҙөлдө. Д. Бураҡаев. Нефть газы составында тиҫтәләгән төрлө газ, метан (яныусан газ), этан, пропан, бутан һ. б. куп төрлө газдар бар. Башҡортостан календарынан. Газ съёмкаһы — өҫкө ҡатламдарға һәм ер өҫтөнә уткән углеводород газдарын тикшереу юлы менән нефть ятҡылыҡтарын
124