ГАЗҒА БАҪЫУ
эҙләу ысулы. Ҡ. Тимерғазин. 557метр быраулап төшкәс, газ бәреп сыҡты, оҙаҡламай нефте лә сығырға тейеш... Газы булғас, нефте лә була инде уның. А. Карнай.
3. Органик матдәләрҙең анаэроб тарҡалыуы һөҙөмтәһендә ер аҫтында барлыҡҡа килгән газдар ҡушылмаһы; тәбиғи газ.
□ Природный газ. Газ баҫымы. Газ булеу станцияһы. Газ менән ҡырҡыу. Газ өсөн туләу. Газ ҡорамалдары етештереу. Газ ҡулланыусылар. Газ менән йылытыу. Газ яғыу. Газ сығыу. Өйҙә газ ҡулланыу. ■ Утынлыҡтан утын киҫеп кертеп, мейескә яҡмайһың, аш бешермәйһең — өйҙө газ йылыта, ашты газ бешерә. Ғ. Ғүмәр.
4. һөйл. ҡар. газ плитаһы. Газда бешерелгән ризыҡ. Газды һундереу. Кәструлде газға ҡуйып торҙом. ■ Газ тоҡандырып ебәреп, сәй ҡуйҙым да табаға сыжлатып йомортҡа һыта башланым. Ф. Иҫәнғолов. Унда [яңы фатирҙа]йылы индерелгән, ләкин газ урынына электр плитаһы ҡулланабыҙ, эҫе һыу ҙа, һыуығы ла юҡ. С. Рәхмәтуллин.
5. һөйл. ҡар. газ педале. Аяҡты газға ҡуйҙым. Тау уренә табан газға нығыраҡ баҫалар. ■ Рафаэлдең ҡат-ҡат өйрәтеу-ҙәренән һуң зиһенемә бер аҙ асыҡлыҡ инә башланы: ҡуҙғалғанда сцеплениены әкрен генә ебәрергә, боролоштарҙа газға ныҡ баҫмаҫҡа, йәйәулеләрҙе алдан уткәрергә. Б. Ҡаһарманова.
6. Ашамлыҡ тарҡалыуҙан ашҡаҙан һәм эсәктәрҙә барлыҡҡа килә торған газ һымаҡ бүлендек. □ Газы (кишечные). Эсәктә газ кубәйеу. Эсәктәрҙе газдан бушатыу.
ГАЗ II [рус. < фр. gaze] (Р: газ; И.: gauze, gossamer; T.: kanaviçe) и.
Үтә күренмәле йоҡа синтетик туҡыма.
□ Газ (тонкая синтетическая ткань). / Газовый. Газ шарф. Газ яулыҡ.
ГАЗ АЛМАШЫНЫУ (Р: газообмен; И.: gas exchange; T.: gaz mübadelesi) и. биохим.
Организм менән тирә-яҡ араһында тын алыу, фотосинтез һ. б. процестар һөҙөмтәһендә газдарҙың алмашыныуы процесы.
□ Газообмен. Газ алмашыныу интенсивлығы.
ГАЗ БИРЕҮ (газ бир-) (Р: газовать; И.: step on the accelerator / gas; T.: gaz vermek) ҡ.
1. Хәрәкәткә килтереү йәки тиҙлеген арттырыу өсөн моторлы транспорт төрҙәрендә (автомобиль, танк, самолёт һ. б.) газ педаленә баҫыу. □ Газовать. Машинаға газ биреу. ■ Ул [Аҙнабай] тракторын тырылдатып газ бирҙе лә минең арттан эйәрҙе һәм, ерҙең башынан төшөп, ҡорос атын эшкә ҡыуып та ебәрҙе. Ф. Әсәнов.
2. ҡар. газ үткәреү. Ауылға куптән инде газ бирелде. ■ Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 800 километрҙан ашыу газ селтәре сафҡа инде, 10 меңгә яҡын йортҡа газ бирелде. Интернет селтәренән.
ГАЗ БОМБАҺЫ (Р: газовая бомба; И.: gas bomb; T.: gaz bombası) и. хәрб.
Эсендә тере йәндәр өсөн зарарлы газдар булған бомба. □ Газовая бомба. Газ бомбаһын шартлатыу.
ГАЗВОДА [рус. газированная вода] и. һөйл. ҡар. газлы һыу. Балалар газвода ярата. Эҫелә газвода эсеу зарарлы булырға ла мөмкин.
ГАЗ ГАНГРЕНАҺЫ (Р: газовая гангрена; И.: gas gangrene; T.: gazlı kangren) и. мед.
Анаэроб бактерия менән ағыуланған йәрәхәттә барлыҡҡа килгән ҡаты ауырыу.
□ Газовая гангрена. Газ гангренаһы менән ауырыу.
ГАЗГОЛЬДЕР [рус. < ингл. gas holder] (Р: газгольдер; И.: gas storage, gas holder; T.: gaz deposu) и.
Газды йыя, һаҡлай һәм газ үткәргес селтәренә тарата торған ҡорос ҡоролма.
□ Газгольдер. ■ Саф ацетиленды газгольдерҙарға йыялар. Башҡортостан календарынан.
ГАЗҒА БАҪЫУ (газға баҫ-) ҡ. ҡар. газ биреү 1. ■ Үҙемде бик аңлы кешемен тип уйлай инем, руль артына ултырыу менән яңылышҡанымды аңланым. Инструктор Рафаэль Зарипов, уңға борол, тиһә, һулға бороламмы шунда, газға баҫ, тиһә, тормозға аяҡ уҙенән-уҙе тартыламы... Б. Ҡаһарманова.
125