Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 126


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАЗДАН ҺАҠЛАНЫУ УРЫНЫ
ГАЗДАН ҺАҠЛАНЫУ УРЫНЫ (Р.: га зоубежище; И.: gas-proof shelter; T.: gaz geçmez sığınak) u.
Ағыулаусы матдәләрҙән, тонсоҡторғос газдарҙан һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән махсус йыһазландырылған ҡоролма. □ Газоубежище. Кешеләр, muş генә йыйынып, газдан һаҡланыу урынына йүгерҙеләр.
ГАЗЕЛЬ I [рус. < фр. gazelle < ғәр. J'jc. ‘ҡыр кәзәһе’] и. зоол. ҡар. йәйрән. ■ Антилопаларҙың иң ҙурҙары — ҡаналар, иң һомғолдары, һылыуҙары — газелдәр. Башҡортостан календарынан. Англия һалдаттары бер көндө сүллектә газелдәр көтөүе һәм улар араһында бер ир баланы күрҙеләр. «Юшатыр», 3 июль 2010.
ГАЗЕЛЬ II [рус.] ( Р.: газель; И.: Gazel(le) microbus; T.: Gazel) и.
1. «ГАЗель» автомобиль маркаһы. □ «ГАЗель» (марка автомобиля). ■ «ГАЗель» машиналары Түбәнге Новгород ҡалаһында Горький автозаводында сығарыла. Башҡортостан календарынан. Шулай уҡ йөк ташыу өсөн «ГАЗель», еңел юлға йөрөү өсөн «Нива» автомашиналары булыуы ла ғаиләнең етеш йәшәүенең бер билдәһе булып тора. «Йәшлек», 10 май 2011.
2. һөйл. «ГАЗель» маркалы йөк машинаһы. □ Грузовая машина марки «ГАЗель». Мебелде газелгә тейәү.
3. һөйл. «ГАЗель» маркалы бәләкәй автобус. □ Микроавтобус марки «ГАЗель». Газелдә ҡайтыу. ■ 10 бала тәрбиәләгән Йәндәүләтовтар ғаиләһенә Хөкүмәтебеҙ былтыр «Газель» машинаһы тапшырҙы. «Һаҡмар», 3 декабрь 2011. Быға тиклем «Газель» автобусы ярҙамында пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнеүселәр үҙенең эшенән баш тартырға йыйынмай. «Йәшлек», 9 август 2011. Юлда проблемаларҙы күберәк шәхси эшҡыуарҙарҙың автобустары тыуҙыра. Бигерәк тә «Газел»дәр дөйөм ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. «Йәшлек», 5 июнь 2008.
ГАЗЕТА [рус. < ит. gazzetta] и.
1. ҡар. гәзит 1. Газета мәҡәләһе. Газета таратыу. Газета алдырыу. Газетаға яҙылыу. Университеттың газетаһы. ■ Газета — көндәлек матбуғат ул, ҡустым, беҙ көндәлек эште яҡтыртып торорға тейешбеҙ. Картотека фондынан. [Вьюгин:] Элекке йыл беҙҙең колхозда семинар уҙғарҙылар. Бер нисә союздаш республиканан колхоз-совхоз етәкселәре, ғалимдар килде. (Түш кеҫәһенән газета сығарып). Нимә тип яҙып сыҡты улар беҙҙең күп тиражлы газетала? (Газета битен аса). А. Абдуллин.
2. ҡар. гәзит 2. ■ Зиләне мәктәп комсомол ойошмаһының сатира газетаһына дегәнәк итеп төшөрөп ҡуйғайнылар. 3. Биишева.
ГАЗЕТАСА/z һөйл. ҡар. гәзитсә. Газета-са яҙылған мәҡәлә.
ГАЗЕТАСЫ и. ҡар. гәзитсе. Газетасылар бер бәләкәй генә бүлмәгә йыйылған.
ГАЗИК [рус.] (Р: газик; И.: kind of jeep; T.: araba türü) и. һөйл.
«ГАЗ» маркалы автомобиль. □ Газик. ■ Иртән егеттәрҙе оҙатырға кәрәк булғас, Гәбделхәкимов «Волга» алғандан бирле гаражда онотолоп ултырған газикты иҫенә төшөрҙө. Яр. Вәлиев. Ул арала, әллә осраҡлы рәүештә, газик менән председатель килеп етте. Картотека фондынан. Иң тәүҙә, гази-гына ултырып, директор үҙе килеп төштө. Р. Ғабдрахманов.
ГАЗ ИНДЕРЕҮ (газ индер-) ҡ. ҡар. газ үткәреү. Газ индереү өсөн проект эштәре башланған. Газ индереү, юл төҙөлөшө, һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәрен төҙөкләндереү эштәре әүҙем барҙы. ■ Районыбыҙ ауылдарының күпселегенә газ индерелгән. Ниһайәт, «зәңгәр яғыулыҡ» быйыл Яманһарыға ла килеп етмәксе. «Юшатыр», 10 февраль 2011.
ГАЗИРОВКА [рус. газированная вода] и. һөйл. ҡар. газлы һыу. Һыуыҡ газировка тамағыма тейҙе.
ГАЗ ИҪӘПЛӘҮ ПРИБОРЫ (Р.: газовый счётчик; И.: gasmeter; T.: gazölçer) и.
Билдәле баҫымда килгән тәбиғи газдың күләмен үлсәргә тәғәйенләнгән прибор; газ
126