ГАЗЛАУ
үлсәгес. □ Газовый счётчик. Газ иҫәпләү приборы ҡуйҙырыу.
ГАЗИФИКАТОР [рус.] (Р.: газификатор; И.: gasificator; gasifier; T.: gazlaştırıcı) и.
Газификация буйынса белгес, газ үткәреүсе. □ Газификатор. Газификатор булып эшләү.
ГАЗИФИКАЦИЯ [рус. < фр. gaze + лат. facio ‘эшләйем’] (Р.: газификация; И.: gasification; T.: gazifikasyon) и.
1. Ҡаты яғыулыҡтың (утын, күмер һ. б.) яна торған газға әйләндерелеүе. □ Газификация. Ер аҫтында күмерҙең газификацияһы.
2. Сәнәғәт һәм торлаҡ йорттарын торбалар аша газ яғыулығы менән тәьмин итеү, газ үткәреү. □ Газификация. Ауылдарҙа газификация әүҙем бара.
ГАЗИФИКАЦИЯ Л АУ (газификацияла-) ҡ. ҡар. газ үткәреү. Ауыл хужалығын газификациялау.
ГАЗ КАМЕРАҺЫ (Р: газовая камера; И.: gas chamber; T.: gaz odası) и.
1. Ҡорсаңғы ауырыуы менән ауырыған хайуандарҙы газ менән дауалай торған бина. □ Газовая камера. ■ Ябығып, йөндәре ҡойолоп бөткән ҡорсаңғы аттарҙы газ камераһына ҡыуалап индереп йөрөгән кешеләрҙе күреп туҡтаныҡ. Картотека фондынан.
2. Газ менән язалап үлтереү бүлмәһе. □ Газовая камера. ■ Был лагерҙа 1943 йылдың көҙөнә тиклем тоттолар. .. Бер көндө беҙҙең блоктан 40 кешене мунсаға тип алып киттеләр. Сисендерҙеләр, икенсе бүлмәгә индерҙеләр. Унан был бүлмәнең дауамы булған киң ишекле бүлмәгә индереп тултырҙылар. Ул бункер булып сыҡты. Иҙән, түшәм, стеналар тимерҙән, түшәмдән торба сығып тора. (Һуңынан белеүебеҙсә, ул газ камераһы булған). «Торатау», 25 июнь 2011.
ГАЗ КОЛОНКАҺЫ (Р: газовая колонка; И.: water heater; T.: şofben) и.
Тәбиғи газ менән эшләп, эҫе һыу менән тәьмин иткән ҡоролма. □ Газовая колонка. Газ колонкаһын һайлау. Газ колонкаһы эшләмәй. ■ Ванна бүлмәһендәге
газ колонкаһы эшләгәндә, ишек аҫтындағы ярыҡтарҙы көпләмәгеҙ. Интернет селтәренән.
ГАЗ КОНДЕНСАТЫ (Р: газовый кон денсат; И.: gas condensate; T: gaz kondensatı) и.
1. Тәбиғи газдарҙан сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатнашмаһы. □ Газовый конденсат. ■ Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр колчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер рудаһы, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған. Интернет селтәренән. Ҡорамалдар Ярактинский нефть-газ конденсаты ятҡылығындағы нефтте әҙерләү ҡулайламаһынан алып «Көнсығыш Себер — Тымыҡ океан» торба үткәргесенең 7-се нефть һурҙырыу станцияһына тиклем нефтте транспорт-лаусы системаға тәғәйенләнгән. «Башин-форм» мәғлүмәт агентлығы сайтынан, 31 март 2010.
2. Химия сәнәғәтендә газ матдәләрен тығыҙлап, уның сығыуын кәметеү өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡоролма. □ Газовый конденсат (уплотнитель газа). Газ конденсаты газ матдәһен тығыҙлай.
ГАЗЛАНДЫРЫУ (газландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. газланыу, понуд. от газландырыу. ■ Полимерлау цехында эшләүселәр бағланманы үтәү һәм арттырып үтәүҙән тыш, ме-тилстриолды һаҡлыҡ менән тоташтырып һәм эш урынын газландырыуҙы кәметкән осөн дә дәртләндереү фондынан тариф ставкаһының 5 процентына тиклем бүләк алалар. «Урал», 15 ғинуар 2011.
ГАЗЛАНЫУ (газлан-) ҡ. тош. ҡар. газлау. страд, от газлау. Газланған һауа. ■ Салауат нефть химияһы комбинатының аммиак цехында газланыу нормаға ҡарағанда байтаҡ артыҡ. Картотека фондынан.
ГАЗЛАУ (газла-) (Р: газировать; И.: fill with gas, gas; T: gaz doldurmak) ҡ.
1. Шыйыҡлыҡты газ менән туйындырыу. □ Газировать. // Газировка, газирование. Һыуҙы газлау. Һыуҙы оҙаҡ газларға ярамай.
127