ГАЗЛЫ
2. Газ менән ағыулау. □ Отравлять газом (например, воздух). // Отравление газом. Һауаны газлау.
ГАЗЛЫ (Р.: с газом; И.: gaseous, containing gas; T.: gazlı) c.
1. Газы булған. □ С газом, наполненный газом; газоносный. Газлы ҡатлам. Газлы шар. ■ Трансформатор менән газлы баллондарҙан ҡырҡҡысҡа шлангылар һуҙыла. «Таң», 15 июнь 2010. Индрил газлы яҡты шәм янған тәҙрәгә ҡара[ны]. Д. Юлтый.
2. Газ менән тәьмин ителгән, газ индерелгән (йорт һ. б.). □ С газом, газифицированный. Газлы, һыулы өйҙә йәшәү.
3. Газ ҡатнаштырылған. □ Газированный. Газлы эсемлек. ■ Яҡшы тигән газлы ҡымыҙ бер генә сортлы итеп яһала. Картотека фондынан.
4. Газ менән ағыуланған. □ Заражённый, отравленный газом. Газлы haya.
ГАЗЛЫ ҺЫУ (Р.: газированная вода; И.: sparkling water; T.: gazoz) и.
Емеш һуты нигеҙендә шәкәр һәм газ ҡатнаштырылып эшләнгән татлы эсемлек. □ Газированная вода. «Кока-кола» газлы һыуы. Газлы һыу һатыусы ҡоролма. М Газлы һыу эсмә! Барлыҡ газлы, тәмләткестәр өҫтәлгән һыуҙарҙа фосфор кислотаһы бар. «Йәшлек», 8 апрель 2010.
ГАЗ МЕНӘН ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮСЕ (Р: газосварщик; И.: gas welder; T: gaz kaynakçısı) и.
Газ (I, 1, 2) уты менән металды иретеп йәбештерә торған кеше һәм шул кешенең һәнәре. □ Газосварщик. ■ Республикала йәшелсә үҫтереүсе, ташсы, штукатур, монтажсы, түбә ябыусы, газ менән иретеп йәбештереүсе, кәпләүсе һәнәрҙәре буйынса эшселәр етмәй. «Йәшлек», 11 июль 2011. Бигерәк тә токарь, фрезеровщик, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һәнәрҙәрен һайлаусылар аҙ. «Юшатыр», 29 октябрь 2010.
ГАЗОБЕТОН [рус.] (Р: газобетон; И.: cellular concrete; T.: gaz beton) и. төҙ.
Еңел төҙөлөш материалы, бетондың бер төрө. □ Газобетон. / Газобетонный. Газобетон блок. Газобетон төҙөлөштә киң ҡулланыла. Газобетон — яһалма таш.
ГАЗОВИК (газовигы) [рус.] и. һөйл. ҡар. газсы. ■ Газ юғалтыуҙы кәметеүҙә нефть йыйыусы, төркөмләштерелгән автоматик ҡоролмалар бик әһәмиәтле. Шуға күрә газовиктар уларҙы ҡуйыуҙа нефть сығарыусыларға ҙур ярҙам күрһәттеләр. Р. Йәнбирҙин.
ГАЗОВЩИК (газовщигы) [рус.] и. ҡар. газсы. ■ Горновойҙар, газовщиктар домналарҙа суйын иретә. Ваҡыты еткәс, металл шишмәһе, цехты осҡондарға күмеп, сүместәргә ағып төшә. Картотека фондынан.
ГАЗОГЕНЕРАТОР [рус. < фр. gaze + лат. generator ‘етештереүсе’] (Р: газогенератор; И.: gas generator; T.: gazojen) и.
Ҡаты йәки шыйыҡ яғыулыҡты газға әйләндерә торған аппарат. □ Газогенератор. / Газогенераторный. Газогенератор ҡоролмаһы. ■ Хәҙерге заман газогенераторҙары — өҙлөкһөҙ эшләй торған ҡеүәтле аппараттар. Башҡортостан календарынан. Сәнәғәт шарттарында ҡаты яғыулыҡты газификациялау махсус мейестәрҙә — газогенераторҙарҙа башҡарыла. Башҡортостан календарынан.
ГАЗОГЕНЕРАТОРЛЫ (Р: газогенераторный; И.: gas-producing, gasogenic; T.: gazojen) с.
Газогенераторы булған. □ Газогенераторный. Газогенераторлы автомобиль. Газогенераторлы двигатель.
ГАЗОЙЛЬ [рус. < фр. gaze + ингл. oil ‘май’] (Р: газойль; И.: gasoil; Т.: gasoil) и. махс.
Дизель яғыулығы итеп ҡулланыла торған нефть майы. □ Газойль. / Газойлерный. Атмосфера газойле. Вакуум газойле. Газойлдә йөрөгән автомобиль.
ГАЗОЛИН [рус. < фр. gaze + лат. oleum ‘май’] (Р: газолин; И.: gasoline; T.: gazolin) и.
128