ГАЗ ПЕДАЛЕ
Тәбиғи нефть газынан йәки нефттән ҡыуыу юлы менән алынған шыйыҡ яғыулыҡ. □ Газолин. / Газолиновый. Газолин — быуға еңел генә әйләнеүсән, үҙенсәлекле еҫле шыйыҡ яғыулыҡ төрө. Газолин менән эшләй торған двигатель.
ГАЗОМЕР [рус.| и. ҡар. газ үлсәгес. Газомер ҡуйыу.
ГАЗОМЕТР [рус. < фр. gaze + гр. metron ‘үлсәм’] (Р.: газометр; И.: gasometer; Т: gazometre) и.
Лабораторияла төрлө газды йыйыу, һаҡлау һәм күләмен үлсәү өсөн ҡулланылған һауыт. □ Газометр. Газометр менән үлсәү. ■ Кислородты һәм башҡа ҡайһы бер газдарҙы йыйыу өсөн зертханаларҙа (лабораторияларҙа) махсус ҡорамалдар — газометрҙар файҙаланалар. Башҡортостан календарынан. Шуға күрә уны һыу өҫтөнән йыйырға һәм газометрҙа һаҡларға мөмкин. Башҡортостан календарынан.
ГАЗОН [рус. < фр. gazone] (Р.: газон; И.: lawn; T: çimen) и.
Баҡса, парк, урамда, йорт буйында сәсеп үҫтерелгән үләнле, сәскәле ер. □ Газон. / Га-зохшъш.Газонүләне. Өйалдындағыгазондар — өй хужаларының көҙгөһө. ■ Япраҡтары өсөн үҫтерелә торған үҫемлектәрҙең һабаҡтары оҙон, япраҡтары орнаментлы. Төрлө-төрлө төҫтә була. Уларҙы газонға төркөмләп, берәмекләп ултырталар. «Башҡортостан уҡытыусыһы», №6, 2010. Мәктәп йәшеллеккә күмелгән, билдәле ҡалып менән эшләнгән газондар баҡсаға матурлыҡ биреп тора. Интернет селтәренән. Яҙғы көн тиерһең: ярайһы уҡ йылы, ваҡыты менән ҡояш йылмая, газондарҙа йәшел үлән морон төртә. «Табын», 25 август 2011. Таң шикелле яна сәскәләре газондарҙа үҫкән гөлдәрҙең. Т. Арслан.
ГАЗОНЛЫ (Р: с газоном; И.: with a lawn; grassy; T: çimenli) с.
Газоны булған. □ С газоном, имеющий газон. Матур сәскәләр үҫкән газонлы урам.
ГАЗОН САПҠЫС (Р: газонокосилка; И.: lawn-mower, grass cutter; T: çimen orağı) u.
Газондарҙа үлән саба торған машина. □ Газонокосилка. Электр газон сапҡысы.
ГАЗОНҺЫҘ (Р: без газона; И.: without a lawn; T: çimensiz) c.
Газоны булмаған. □ Без газона, не имеющий газона. Газонһыҙ парк. Газонһыҙ ҡала буламы?
ГАЗОПРОВОД [рус. газовый провод] и. ҡар. газ үткәргес. Газопровод торбалары. Аскар ауылы газопроводында торбалар һалыу ҡайтанан башланды. Ауыл-ара газопроводтарын ваҡытынан алда һуҙып бөткәндәре өсөн ошо трестарҙың тәүгеһе бүләкләнде. ■ Былтыр 40 километрҙан ашыу газопроводҡа деконструкция яһалды. Р. Иҫәнбирҙин. [Айрат] эште газопроводтың мең алты йөҙ утыҙ дүртенсе километрынан башлап ебәрҙе. Картотека фондынан. Күп һандағы газопровод газ сығарыу райондарын сәнәғәттең эре үҙәктәре, химия заводтары менән тоташтыра. Д. Бураҡаев.
ГАЗОПРОВОДСЫ и. ҡар. газсы. Газо-проводсыларҙың береһе оло ғына бер кеше ине.
ГАЗОСВАРКА [рус. газовая сварка] и. тех.
1. ҡар. иретеп йәбештереү. Газосварка ҡоролмалары. Газосварка агрегаты. Газосварка эштәре.
2. Металды газ ялҡыны ярҙамында иретеп йәбештереү өсөн ҡулланыла торған аппарат. □ Газосварка (устройство). /\ ı Газосварочный. Газосварка табып килтереү.
ГАЗОСВАРЩИК (газосварщигы) [рус. газовый сварщик] и. ҡар. газ менән иретеп йәбештереүсе. Газосварщик һәнәре. ■ Гәзиз Бәлхиев ул ваҡытта Күмертау разрезының механика цехында газосварщик булып эшләй ине. Картотека фондынан.
ГАЗ ПЕДАЛЕ (Р: педаль газа; И.: gas pedal; T: gaz pedalı) и.
Моторлы транспортта тиҙлекте тәьмин итеүсе, көйләүсе ҡулайлама. □ Педаль газа. Уң аяҡ менән газ педаленә баҫабыҙ. ■ Автомобилегеҙ оҙаҡ ваҡыт тоҡанмай интектерә икән, ҡабыҙғыстағы асҡысты
5-1.0116.12
129