Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 130


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАЗ ПЛИТАҺЫ
борғанда газ педаленә баҫығыҙ. «Торатау», 9 ноябрь 2010.
ГАЗ ПЛИТАҺЫ (Р.: газовая плита; И.: gas-stove; T.: gaz ocağı) и.
Яғыулыҡ өсөн газ ҡулланылған аҙыҡ әҙерләү ҡоролмаһы. □ Газовая плита. Газ плитаһы алыу. Газ плитаһында бешереу. ■ Ана бит, кухняһындағы хәл дә әллә ни маҡтанырлыҡ тугел. Газ плитаһының өҫ-төнә сәй, ул һурпа тугелеп, әҙәм кургеһеҙ рәуешкә ингән. «Йәшлек», 1 май 2008.
ГАЗ ПЛИТӘҺЕ и. һөйл. ҡар. газ плитаһы. Газ плитәһендә бешерелгән аш бик тәмле булды. ■ Ауыл өйө. Ике тәҙрәһе урамға ҡараған ҙур булмә... Бәләкәйерәк курше булмәлә ағартылған мейес куренә, уның янында — газ плитәһе, мөйөштә — һыуытҡыс. Т. Ғиниәтуллин.
ГАЗСЫ (Р: газовик; И.: gas fitter; T.: havagazı memuru) и.
1. Газ сәнәғәте эшсеһе. □ Газовик. Газсы . булып эшләу.
2. Газификацияла (2) эшләүсе эшсе; газ ҡорамалдарын ҡарап, йүнәтеп йөрөгән эшсе. □ Газовщик. Газсы, өйҙән өйгә йөрөп, газ ҡулланыусыларға кәңәштәр биреп, курһәтмәләр тапшырып сыҡты. Башҡортостан календарынан.
ГАЗ ТОРБАҺЫ и. ҡар. газ үткәргес. Магистраль газ торбаһы.
ГАЗ ТУРБИНАҺЫ (Р: газотурбина; И.: gas turbine; T.: gaz türbini) и.
Газ ярҙамында эшләй торған двигатель. □ Газотурбина. ■ Малайзияны Өфө предприятиеларының газ турбинаһы энергетикаһы ҡыҙыҡһындыра. Интернет селтәренән.
ГАЗ ҮЛСӘГЕС (Р: газомер; И.: gas meter; T.: gazölçer) и.
Торбанан үткән газды (I, 3) үлсәү ҡорамалы; газомер. □ Газомер, газовый счётчик. / Газомерный. ■ Газ улсәгес ҡуйыу сығымдарҙы кәметергә мөмкинлек бирә. Башҡортостан календарынан.
ГАЗ ҮТКӘРГЕС (Р: газопровод; И.: gas pipeline; T.: gaz boru hattı) u.
Алыҫҡа газ ебәреү өсөн үткәрелгән торбалар; газ торбаһы. □ Газопровод. / Газопроводный. ■ Бөгөнгө көндә Бохара — Урал газ уткәргесенең беренсе нәубәте төҙөлөп бөттө. Бохара газы Урал заводтарына килде. Картотека фондынан. Шулай уҡ Тирләндә лә 1,7саҡрымлыҡ газ уткәргес һуҙып, 74 йортто зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итергә ниәтләнәбеҙ. «Урал», 2 сентябрь 2011.
ГАЗ ҮТКӘРЕҮ (газ үткәр-) (Р: газифицировать; И.: install gas (in), supply with gas; T.: tabii gaz sağlamak) ҡ.
Сәнәғәт һәм торлаҡ йорттарын торбалар аша газ яғыулығы менән тәьмин итеү. □ Газифицировать. // Газификация. Ауылға газ уткәрелде. ■ Профсоюз йыйылышында ҡаланың ҡайһы бер кварталдарына газ уткәреу өсөн өмә ойоштороу мәсьәләһен ҡаранылар. Картотека фондынан.
ГАЗ ҮТКӘРЕҮСЕ I и. ҡар. газсы.
ГАЗ ҮТКӘРЕҮСЕ II (Р: проводящий газ; И.: gasman; T.: gazı iletken) с.
Сәнәғәт һәм торлаҡ йорттарын торбалар аша газ яғыулығы менән тәьмин итеүсе (кеше). □ Проводящий газ (о человеке). Газ уткәреусе эшселәр эште башларға әҙер. ■ Һуңғы йылдарҙа ике ҡатлы йорттарға капиталь ремонт уткәрелгән, ауылдағы ҡоймалар тимер рәшәткә менән уратылған, өйҙәренә газ уткәреусе ғаиләләргә ҙур ярҙам курһәтелә. «Башҡортостан», 3 февраль 2010.
ГАЗ ҮТКӘРЕҮСӘН (Р: газопроницаемый; И.: gas permeable; T.: gaz geçiren) c.
Үҙенең аша газ үткәрә торған. □ Газопроницаемый. Газ уткәреусән тышлыҡ.
ГАЗ ҮТКӘРЕҮСӘНЛЕК (үткәреүсәнлеге) (Р: газопроницаемость; И.: gas permeability; T.: gaz geçirgenliği) и. тех.
Нимәнеңдер үҙе аша газ үткәрә алыу һәләте. □ Газопроницаемость. Шыйыҡ мат -дәләрҙең газ уткәреусәнлеге.
ГАЗ ҮТКӘРМӘҮСӘН (Р: газонепроницаемый; И.: gasproof; T.: gaz geçirmez) с.
Үҙенең аша газ үткәрмәй торған. □ Газонепроницаемый. Газ уткәрмәусән керамик материал.
130