ГАЙКАЛЫ
ГАЗ ҮТКӘРМӘҮСӘНЛЕК (үткәрмәү-сәнлеге) (Р.: газонепроницаемость; И.: gas impermeability; T.: gaz geçirmezliği) и. тех.
Нимәнеңдер үҙе аша газ үткәрә алмауы.
□ Газонепроницаемость. Фарфорҙың газ уткәрмәусәнлеге юғары.
ГАЗ ҺАҠЛАҒЫСЫ (Р.: газовое хранилище; И.: gas depot; reservoir; T: gaz deposu) и.
Газ һаҡлана торған урын, резервуар.
□ Газовое хранилище, газохранилище. Европаның иң ҙур газ һаҡлағысы.
ГАЗ ҺӨЖҮМЕ (Р: газовая атака; И.: gas attack; T.: gaz saldırısı) и. хәрби.
Һуғыш яланында ағыулай торған матдәләр (химик ҡорал) ҡулланыу. □ Газовая атака. Газ һөжуме ҡулланыу.
ГАЗҺЫҘЛАНДЫРЫЛЫУ (газһыҙландырыл-) ҡ. төш. ҡар. газһыҙландырыу. страд, от газһыҙландырыу. Газһыҙландырылған һыу.
ГАЗҺЫҘЛАНДЫРЫУ (газһыҙландыр-) (Р: дегазировать; И.: degas; T.: gazdan temizlemek) ҡ.
Зарарлы газ менән ағыуланған ерҙе зарарһыҙландырыу сараһы. □ Дегазировать. // Дегазация. Тирә-яҡты газһыҙландырғанда махсус кейемдәр кейеу мотлаҡ.
ГАЙДАМАК (гайдамагы) [рус. < төрк. haydamak] (Р: гайдамак; И.: Haidamak; Т.: Haydamak) и. тар.
1. XVII—XVIII быуаттарҙа поляк алпауыттарына ҡаршы баш күтәргән украин каза-гы. □ Гайдамак. ■ Украина ерендә поляктар хакимлығының тулы рәуештә нығыныуына элеккесә халыҡ ихтилалдары ҡамасаулаған. Был ихтилалдарҙа ҡатнашҡан крәҫтиәндәр һәм казактар гайдамактар тигән исем алғандар. Интернет селтәренән. Гайдамактарҙың беренсе ҙур ихтилалы 1734 йылда, Көнбайыш (Польшалағы) Украинаға рус ғәскәрҙәре килгәс булған. Башҡортостан календарынан.
2. 1918—1920 йылдарҙа Граждандар һуғышы ваҡытында украин милли ғәскәрендә йөрөгән кеше. □ Гайдамак.
3. Талаусы, һуғышсы. □ Грабитель. ■ Иртән ат кешнәгәнен ишетеп сыҡһам, майҙанда гайдамактар сафҡа теҙелеп тә баҫҡандар. Интернет селтәренән.
ГАЙДУК (гайдугы) [рус. < вен. hajduk] (Р: гайдук; И.: hayduck; Т: Hajduk) и. тар.
1. XV—XIX быуаттарҙа көньяҡ славяндарҙа, мадьярҙарҙа, молдавандарҙа төрөк хакимлығына ҡаршы көрәштә ҡатнашыусы.
□ Гайдук. Ҡурҡыу белмәҫ гайдук.
2. XVIII—XIX быуаттарҙа алпауыттар менән бергә йөрөй торған хеҙмәтсе. □ Гайдук. Һыбайлы гайдук.
ГАЙКА [рус.] (Р: гайка; И.: nut; T.: vida) и.
Винт, болт кеүек һырлы нәмәләргә бороп индерелә торған төрлө формалағы деталь; шөрөптөң алынмалы башы. □ Гайка. / Гаечный. Гайканы нығытыу. Гайкаһын алыштырыу. Гайка һыры. ■ Зариф, өндәшмәй, сым осон гайка менән урынына бороп ҡуйҙы. Й. Солтанов.
♦ Гайкаһы бушаған аҡылы камил түгел (кеше). □ соотв. Крыша поехала. Гайкаһы йомшаҡ йомшаҡ характерлы (кеше). □ Слабохарактерный (о человеке). Гайкаһын бороу 1) кемгәлер аҡыл биреү, әрләү. □ соотв. Подкрутить гайки; 2) талапты көсәйтеү.
□ соотв. Закрутить гайки. Гайкаһын бороп алырға кәрәк бының.
ГАЙКА АСҠЫСЫ (Р: гаечный ключ; И.: spanner; T.: vida anahtarı) и.
Болт, винт, гайка кеүек деталдәрҙе бороу өсөн тәғәйенләнгән инструмент. □ Гаечный ключ. Гайкалы асҡыс менән бороп ҡуйҙым.
ГАЙКАЛАУ (гайкала-) (Р: привинтить гайку; И.: screw; T.: vidalamak) р.
Гайка менән нығытыу. □ Привинтить гайку. Гайкалап тормайбыҙ, ҡаҙаҡ менән ҡаҙаҡлайбыҙ ҙа ҡуябыҙ.
ГАЙКАЛЫ (Р: с гайкой; И.: having а screw; T.: vidalı) с.
1. Гайкаһы булған. □ С гайкой. Дурт гайкалы тәгәрмәс.
2. Гайка менән нығытылған. □ Привинченный гайкой. Гайкалы һурәт.
5*
131