Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 132


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАЙКАҺЫҘ
ГАЙКАҺЫҘ (Р.: без гайки; И.: without a screw; T.: vidasız) c.
Гайкаһы булмаған. □ Без гайки. Гайкаһыҙ йәшник.
ГАЙМОРИТ [рус. < ингл. Highmore ‘инглиз анатомы Гаймор фамилияһынан’] (Р.: гайморит; И.: highmoritis, antritis; T.: üstçene sinüsü iltihabı) и. мед.
Танау төбөндә ике яҡлап урынлашҡан ҡыуышлыҡ тиресәһенең шешеүе. □ Гайморит. Гайморит менән яфаланыу. Киҫкен гайморит. Ҡыҙамыҡ гаймориты. Эренле гайморит. ■ Әйткәндәй, йыш баш ауыртыуы дистония, елкә остеохондрозы, гайморит, һыуыҡ алдырыу, грипп, бит һәм өс тармаҡлы нервының ялҡынһыныуы, йөрәктең насар эшләүе, глаукома, ныҡ өшөү, ағыуланыу, шулай уҡ ҡайһы бер инфекцион ауырыуҙарҙың билдәһе лә булыуы мөмкин. «Йәшлек», 12 ғинуар 2010.
ГАЙМОР ҠЫУЫШЛЫҒЫ (Р: гайморова пазуха; И.: maxillary sinus; T.: maksiller sinüs) и. анат.
Өҫкә теш ҡаҙналығының танау эргәһендәге һөйәк ҡыуышлығы. □ Гайморова пазуха. ■ Гаймор ҡыуышлығының формаһы өс ҡырлы пирамиданы хәтерләтә. Башҡортостан календарынан.
ГАК (гагы) [рус. < гол. haak] (Р: гак; И.: hook; T.: çengel) и. диңг.
Караптарҙа ҡулланылған тимер йәки ҡорос ырғаҡ. □ Гак. Буксир гагы.
ГАЛА [рус. < фр. gafa] (Р: гала; И.: gala; Т.: gala) и. тар.
XVII—XVIII быуаттарҙа Европа монарх һарайҙарында үткәрелгән байрам тантанаһы. □ Гала. Галаға саҡырылған ҡунаҡтар.
ГАЛА- [рус. < фр. gala] (Р: гала-; И.: gala; Т.: gala)
Тантаналы ҙур концерт йәки башҡа сараны белдереүсе ҡушма һүҙҙәрҙең тәүге өлөшө. □ Гала- (первая часть сложных слов со значением «торжественный»). Гала-концерт. Декабрь айында «Башҡорт йыры» фестиваленең гала-концерты үтте. Үҙешмәкәр бейеү түңәрәктәренең гала-концер-
тын ойоштороу. Ҡурайсылар бәйгеһенең гала-концерты. ■ 8, 10 декабрҙә Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында «Гәлсәр һандуғас» фестиваленең гала-концерты үтте. «Йәшлек», 13 декабрь 2008.
ГАЛАКТИК (Р: галактический; И.: galactic; galaxy; T.: galaksi) с.
1. Галактикаға бәйле, галактикаға ҡараған. □ Галактический. Галактик экватор.
2. Галактикаға хас. □ Галактический, fa -лактик музыка. Галактик цивилизация.
ГАЛАКТИКА [рус. < гр. galaktikos] (Р: галактика; И.: galaxy; T.: gökada, galaksi) и.
Миллиардлаған йондоҙҙарҙан торған, Ҡояшты ла үҙ эсенә алған йондоҙҙар системаһы. □ Галактика. / Галактический. Беҙҙең галактика. Галактика киңлектәре. Галактика үҙәге. ■ Ябай күҙгә күренгән йондоҙҙарҙың бөтәһе һәм Ҡош юлының бөтә йондоҙҙары ла галактика тип аталған ғәйәт ҙур берҙәм йондоҙҙар системаһын төҙөй. Башҡортостан календарынан. Галәм шул хәтле ҙур, хатта иң ябай иҫәп буйынса ла галактикала Ергә оҡшаш 1 000 000 планета бар. Башҡортостан календарынан. Ергә иң яҡын гамма-һирпелеш сығанаҡтарының береһе күрше галактикала, беҙҙән яҡынса 400 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлығында, шартлаһа, иң йырағы 13 миллиард яҡтылыҡ йылы алыҫлығында теркәлгән. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАЛАКТИК А-АРА (Р: межгалактический; И.: intergalactic; T.: gökadalar arası) с.
Галактикалар араһында булған. □ Межгалактический. Галактика-ара бәйләнеш. Галактика-ара газы.
ГАЛАН (Р: голландский; И.: Dutch; Т.: Hollandah) с. һөйл.
1. Голландияға йәки голландтарға бәйле, мөнәсәбәтле. □ Голландский. Галан кешеһе.
2. Голландия л а йәки голланд ар тарафынан сығарылған, етештерелгән. □ Голландский. Галан бәрәңгеһе.
ГАЛАНКА [рус. голландка] (Р: голландка; И.: Dutch oven; T.: çinili soba) и. һөйл.
132