Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 133


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАЛЕРЕЯ
Ғәҙәттә, кафелдән, йәки кирбестән һалынып, тышы ҡалай менән кәпләнгән түңәрәк мейес. □ Голландка. Галанка мөрйәһе. Галанка һалыу. Галанканың мөрйәһе таҙартылмағас, өй төтөнгә тулды. ■ Контораның эсенә кергәс тә уң яҡта — галанка. Картотека фондынан.
ГАЛАНТ [рус. < фр. galant] (Р.: галантный; И.: gallant; T.: zarif) с.
Нәзәкәтле, түбәнселекле, ихтирамлы.
□ Галантный. Галант up.
ГАЛАНТЕРЕЯ [рус. < фр. galanterie ‘нәзәкәт’] (Р.: галантерея; И.: haberdashery; Т.: tuhafiye) и.
1. Көнкүрештә ҡулланылған ваҡ-төйәк нәмәләр: төймә, таҫма, селтәр, тараҡ, сумка, галстук һ. б. □ Галантерея, галантерейные товары. / Галантерейный. Галантерея әйберҙәре. ■ Был, — ти, — бары тик мануфактуранан ғына эшләнгән. Әгәр уға галантерея тауарҙарынан уйынсыҡтарҙы ла килтереп ҡушһаҡ, бик матур пейзаж бирергә мөмкин. С. Агиш. Билал дурт ҡыҙылгвардеец менән бер фатирҙа (улар галантерея менән һатыу итеусе Хәйриев өйөндәләр). А. Таһиров.
2. Ваҡ-төйәк нәмәләр һатылған магазин.
□ Галантерея, галантерейная лавка. Галстукты алдараҡ торған бер галантереянан алырбыҙ.
ГАЛАНТЕРЕЯСЫ (Р: галантерейщик; И.: haberdasher; T.: tuhafiyeci) и.
Галантерея менән һатыу итеүсе. □ Галантерейщик. Галантереясының өйө.
ГАЛАНТЛЫ (Р: галантный; И.: gallant; T.: zarif) с.
1. Нәзәкәтле, түбәнселекле, ихтирамлы.
□ Галантный. Галантлы кавалер. Галантлы кеше.
2. Бик нәзәкәтле кешегә хас. □ Галантный. Галантлы манералар.
ГАЛЕРА [рус. < wx.galero\ (Р: галера; И.: galley; T.: kadırga) и. тар.
1. XVIII быуатҡа тиклем ҡулланылған күп ишкәкле ҙур хәрби кәмә. □ Галера (вёсельное военное судно). / Галерный.
Галера флоты. ■ Азов янына, төрөктәрҙе ғәжәпкә ҡалдырып, 30 галеранан һәм куп һандағы транспорт судноларынан һәм кәмәләрҙән торған рус флоты килеп сыҡҡан. Башҡортостан календарынан.
2. Шундай кәмәләрҙә ишкәксе булып хеҙмәт итеү (каторга, яза төрө булараҡ ҡулланылған). □ Галеры, галер. Ун йылға галераға ебәреу.
ГАЛЕРЕЯ [рус. < ит. galleria] (Р.: галерея; И.: gallery; tunnel; T.: galeri) и.
1. Бинаның өлөштәрен тоташтырыусы тар, өҫтө ябыҡ коридор. □ Галерея (коридор). / Галерейный. ■ Ике ғәйәт ҙур корпустың икенсе ҡаттары оҙон галерея менән тоташа. Башҡортостан календарынан. Шифахананың корпустары уҙ-ара быяла галерея менән тоташа. Башҡортостан календарынан.
2. Бина буйлап эшләнгән өҫтө ябыҡ оҙон балкон. □ Галерея (длинное крытое помещение вдоль стены здания). / Галерейный. Быяла галерея. Галереяға сығыу.
3. Шахта, хәрби нығытма кеүек нәмәнең ике өлөшөн тоташтырған ер аҫты юлы. □ Галерея (длинный подземный ход в военных сооружениях, при горных работах). Галереянан утеу.
4. театр. Театрҙағы иң юғары ярус, галёрка. □ Галерея (верхний ярус театра). Галереяға билет алыу. Студенттар гел галереяла инде.
5. Сәнғәт әҫәрҙәрен, картиналарҙы күрһәтергә элеп ҡуйыу өсөн эшләнгән махсус бина, художестволы музей. □ Галерея. Дәуләт Третьяковка галереяһы. ■ Үткән аҙнала ҡаланың картиналар галереяһы уҙе-нең 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Башҡортостан календарынан. Галереяла ҡала һәм әлкәләрҙең, урындағы рәссамдарҙың эшенән торған кургәҙмә асылды. «Урал», 13 декабрь 2010.
6. кусм. Ниҙеңдер оҙон теҙмәһе, сылбыры. □ Галерея. Рәссам [А. А. Платов] колхоз кешеләренең һоҡланғыс портреттары галереяһын тыуҙырҙы. ■ Һуңғы ун-ун ике
133