ГАЛЁРКА
йыл эсендә Рәшитова [Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисткаһы] әсә образдарының тотош бер галереяһын тыуҙырҙы. Картотека фондынан.
ГАЛЁРКА [рус.] (Р.: галёрка; И.: the gallery; T.: galeri) и. һөйл.
Театрҙың һәм цирктың тамаша залын-дағы иң юғары ҡат. □ Галёрка (самый верхний ярус зрительного зала театра и цирка). ■ Беҙ үҙебеҙҙең билетта күрһәтелгән галёркалағы урыныбыҙҙы эҙләп таптыҡ. Спектакль башланды. С. Агиш. Ҡағыҙҙы галёрканан төшөрөп ебәрҙе, тик улар янына түгел, бөтөнләй башҡа кешеләр эргәһенә барып төштө. Ғ. Әмири. Унан Миңлебай Нәжипичты тынысландырыу өсөн үҙемдең киноны гел ошо алғы рәттән, ә театрҙы галёрканан йәки бельэтаждан ғына ҡарарға ярашыуым тураһында әллә ниндәй туҙға яҙмаған уйҙырмалар уйлап сығарам. 3. Биишева. Ҡара ҡайыш быуҙыҡ билде өҙөп, ГСО-ны түшкә ҡаҙаныҡ. Ҡисен театрҙа, галёркаға менеп, «Зимагор »ҙы ҡараныҡ. Ф. Рәхимғолова.
ГАЛЕТ [рус. галета < фр. gallette] (Р: галета; И.: dry biscuit; T: galeta) и.
Йоҡа ғына итеп ҡатырып бешерелгән, оҙаҡ һаҡлана торған бәләкәй генә сөсө икмәк. □ Галета. Галет бешерер өсөн ондоң икенсе сорты ла ярай.
ГАЛИФЕ [рус. < фр. Halliffet ‘генерал Галифе фамилияһынан’] (Р: галифе; И.: riding breeches; T: külot) и.
Янбашы киң, балтыры тар итеп тегелгән хәрби салбар. □ Галифе. ■ Унан, өҫтөнө йәшел буҫтау френч, галифе салбар, аяғына көҙгө кеүек ялтырап торған оҙон ҡуныслы хром итек кейгән, оҙонсараҡ битле бер егеткә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына мөрәжәғәт итте: — Иптәш, биноклегеҙҙе бер генә минутҡа рөхсәт итмәҫһегеҙме? М. Тажи. Хәмитов класҡа инде. Ҡурсанттар уның эш араһында ҡамҡа тун, буҫтау гимнастёрка, галифе салбар кейеп, киң йылтыр ҡайыш быуып йөрөгәнен күрәләр ине. Ф. Иҫәнғолов. Аҡназар аптырап ҡалды. Уның күҙ алды
на уҡа тәреләре күренеп торған галифе кейгән Ғәләү килеп баҫты. Б. Хәсән. Пәрҙә асылғанда Яҡуп, бәләкәй генә бейек өҫтәлгә ярым ятып, ниҙер яҙа. Өҫтөндә гимнастёрка, портупеялы ҡайыш, зәңгәр галифе, ялт итеп торған хром итек. И. Абдуллин. Командир уйға ҡала. Ул, галифе кеҫәһенән папирос алып, осҡондар сығара-сығара тарта. Башҡортостан календарынан.
ГАЛЛ [рус. < лат. Galli Таллия ла
йәшәүселәр’] (Р: галлы; И. Gauls; Т: Gal) и.
Франция территорияһында йәшәгән боронғо кельт ҡәбиләләре. □ Галлы. / Галльский. Голдар бик яҡшы һунарсы булғандар. Галл теле.
ГАЛЛИЙ [рус. < лат. Gallia ‘Франция’] (Р: галлий; И.: gallium; T: galyum) и. хим.
Химик элемент, күкһел аҡ төҫтәге һирәк осрай торған йомшаҡ металл. □ Галлий. / Галлиевой. ■ Йылы һыуға һалһаң, галлий балғалаҡ күҙ алдында иреп бөтә. Башҡортостан календарынан.
ГАЛЛИЦИЗМ [рус. < фр. gallicisme] (Р: галлицизм; И.: Gallicism; T: galisizm) и. лингв.
Француз теленән үҙләштерелгән йәки француз теленең ҡалыбы буйынса төҙөлгән һүҙ йәки һүҙбәйләнеш. □ Галлицизм. ■ Музыкаль терминология галлицизмдарға бай. Башҡортостан календарынан.
ГАЛЛОН [рус. < ингл.gallon] (Р: галлон; И.: gallon; T: galon) и.
Великобритания, Америка Ҡушма Штаттары һәм ҡайһы бер башҡа илдәрҙә бөртөклө һәм шыйыҡ нәмәләр үлсәү берәмеге. □ Галлон. ■ Америка илдәрендә бер галлон өс мең ете йөҙ һикһән биш литр шыйыҡсаға тура килә. Башҡортостан календарынан.
ГАЛЛЮЦИНАЦИЯ [рус. < лат. halluci-natio ‘һаташыу’] (Р: галлюцинация; И.: hallucination; T.: hallüsinasyon) и.
Мейе эшмәкәрлеге зарарланыу сәбәпле һиҙеү органдарының (ишетеү, күреү, тәм тойоу һ. б.) яңылышыу ы. □ Галлюцинация. ■ Галлюцинация менән яфаланған кеше ниндәйҙер тауыштар ишетә, булмағанды күрә, ғөмүмән, яңылыша. Башҡортостан ка
134