Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 135


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАЛСТУК
лендарынан. [Фәузи:] Самат, ҡара әле, кем был?.. Шул тиклем эсеугә, бәлки, миндә галлюцинациялыр. Ф. Богданов.
ГАЛЛЮЦИНОГЕН [рус. < лат. halluci-natio ‘һаташыу’ + гр. genes ‘тыуған’] (Р.: галлюциноген; И.: hallucinogen; T.: halisünasyon yapan ilaç) u.
Психикаға тәьҫир иткән, уға кире йоғонто яһаған матдә. □ Галлюциноген. ■ Галлюциноген төймәһен ҡабул иткән кеше ун өсәр, ун бишәр сәғәт шаңҡып, ҡаңғырып йөрөй. Башҡортостан календарынан.
ГАЛЛЮЦИНОЗ [рус. < лат. hallucinos} (Р.: галлюциноз; И.: hallucinosis; T.: hallü-sinoz) и. мед.
1. Алкоголиктарҙа барлыҡҡа килгән, төрлө тауыштар ишетеү, күҙгә күренеү, һаташыуҙа сағылған психик сир. □ Галлюциноз. Алкоголь галлюцинозы.
2. Ҡаты шартлау тауышынан барлыҡҡа килгән ҡолаҡ тоноу, күҙ күрмәү, баш әйләнеү хәле, күңел болғаныу хәле. □ Галлюциноз. ■ Богданов ҡайһы аралалыр дошман баҫымының ҡапыл йомшарыуын, атыштарҙың тымыу ын һиҙеп ала. .. Галлюциноз башланамы икән тип ҡурҡып та ҡуйҙы. Д. Исламов.
ГАЛО... [рус. < гр. hals (halos) ‘тоҙ’] (Р: гало...; И.: halo...; Т: halo...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «тоҙ, тоҙҙарға бәйле» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Гало... (первая часть сложных слов, вносящая значение «соляные вещества»). Галофиттар.
ГАЛОГЕН [рус. < гр. hals (halos) ‘тоҙ’ + genesis ‘барлыҡҡа килеү’] (Р: галоген; И.: halogen; T.: halojen) и. хим.
Металдар менән химик реакцияла тоҙ барлыҡҡа килтерә торған фтор, хлор, бром, йод кеүек химик элементтарҙың дөйөм атамаһы. □ Галоген. / Галогенный. Галоген ҡушылмалар. Галоген лампа. Бөтә галогендар көслө әсеткес матдә булып торалар.
ГАЛОП (галобы) (Р: галоп; И.: gallop; Т.: galop dansı) и. муз.
1. XIX быуатта киң таралыш алған шәп темптағы бал бейеүе. □ Галоп. / Галопный. Галоп темпы.
2. Шул бейеүҙең музыкаһы. □ Галоп./ Галопный. Галоп ритмы. Галоп уйнау.
3. Һикертеп сабыу. □ Галоп.
4. кусм. Тиҙ, шәп. □ Галоп.
ГАЛОШ [рус. галоша < фр. galoches} (Р: галоши; И.: galoshes; T: lastikler) и.
Ҡунысһыҙ резина ҡата. □ Галоши. ■ Район уҙәгенә һуғылып, әсәйемә сағыу биҙәкленән кулдәклек тауар, шәльяулыҡ, галош алдым. Н. Мусин. Тауышҡа йорттан аяғына галош кейгән оло йәштәрҙәге ҡатын килеп сыҡты. М. Тажи. Ситектәренә мәсех тартты, галоштарын ҡағып кейҙе. Һ. Дәүләтшина. Иҙәнен дә һеперә, приказчиктарҙың галоштарын да йыуа, башҡа ваҡ-төйәк йомоштарына йугерә инек. С. Агиш.
ГАЛОШЛЫ (Р: в галошах; И.: in galoshes; T: galoşlu) с.
Галошы булған, галош кейгән. □ В галошах, с галошами, имеющий галоши. ■ Икеһе лә һыуыҡҡа бирешмәҫ өсөн ҡалын кейенгәндәр. Өҫтән тығыҙлап кейелгән аҡ халат икеһен дә көмрәйткән, икеһенең дә аяғында галошлы быйма. Ш. Янбаев.
ГАЛСТУК [рус. < нем. Halstuch] (Р: галстук; И.: tie; T: kravat) и.
Тамаҡ аҫтына төйөн йәки бант яһап муйынға кейеү өсөн ике ҡатлап тегелгән таҫма һымаҡ бау йәки яулыҡ; муйын бауы йәки яулығы. □ Галстук. Балалар галс-тугы. Галстук бәйләу. Галстук тағырға яратмаған ир. ■ Үҙе [Камил] арыу ғына костюм кейеп, галстук бәйләп йөрөһә лә, ни өсөндөр, шәкерткә оҡшай. 3. Биишева. Хәҙер Фәнил белә: галстукты форма өсөн генә тугел, яратҡан өсөн тағалар. Өс быуын бәйләнешенең символын ул ысын куңелдән яратырға өйрәнде. Картотека фондынан. [Уҡытыусы:] Балалар, ниндәй ҙә булһа сәбәп табып, көн дә бер-икегеҙ галстукһыҙ килә. Рахмай, ниңә таҡманың? К. Кинйәбулатова. Ул бер нисә тапҡыр көҙгө алдына килеп сәсен тараны, галстугын рәтләне. Б. Бикбай. Тик
135