Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 137


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАММА
Гальванотехниканың ике тармағы бар. Гальванотехника ысулы менән эшләнгән форма.
ГАЛЬЮН [рус.< нидер. galjoen] (Р.: галь-он; И.: latrine; T.: gemituvakti) и.
Караптағы туалет. □ Гальюн.
ГАЛЬЯН [рус. гольян] (Р.: гольян; И. minnow; T.: mini inci balığı) и. зоол. диал.
һаҙан балыҡтар ғаиләһенә ҡараған ваҡ балыҡ; серәй. □ Гольян (лат. Phoxinus). Башҡа һаҙан балыҡтарынан гальян ваҡ ҡына тәңкәләре менән айырылып тора.
ГАМАДРИЛ [рус. < лат. hamadryas] (Р: гамадрил; И.: hamadryas baboon; T.: Arap babunu) и. зоол.
Павиандар ғаиләһенә ҡараған иң ҙур маймыл. □ Гамадрил, плащеносный павиан (лат. Papio hamadryas). Гамадрил ялы. Гамадрил балалары. ■ Инә гамадрилдар ата гамадрилдарҙан ике тапҡыр бәләкәйерәк. Башҡортостан календарынан. Гамадрилдар кипкән улән төҫөндә була. Башҡортостан календарынан. Гамадрилдар тауҙарҙа ҙур төркөм булып йәшәй. Башҡортостан календарынан.
ГАМАК (гамагы) [рус. < фр. һатас] (Р: гамак; И.: hammock; T.: hamak) и.
Саф һауала ял итеү өсөн бауҙан үреп яһалған йәки материалдан тегелгән бәүел-мәк. □ Гамак. / Гамачный. Гамакта бәуелеу. Гамак бағаналары. ■ Еңел парашют ебенән тегелгән гамак һәм һике шул хаҡта [баш командующийҙың резеденцияһында йәшәуе хаҡында] һөйләй. Л. Йәнбирҙин.
ГАМАШ [рус. < фр. gamaches] (Р: гамаши; И.: leggings; T.: tozluk) и.
Бәйләнгән йәки ҡалын туҡыманан тегелгән, ойоҡбашы булмаған ыштан. □ Гамаши. Гамаш кейеу. Йөн гамаш. Төрлө-төрлө төҫтәге балалар гамашы.
ГАМБИТ [рус. < ит. dare il gambetto ‘аяҡ салыу’] (Р: гамбит; И.: gambit; T.: hesaplı hareket) и. шахм.
Шахмат йәки шашка уйыны башында, ниндәйҙер фигураны оттороп, актив позицияға күсеү. П Гамбит. / Гамбитный. Гам-битты ҡабул итеу. Гамбитты кире ҡағыу.
Ферзь гамбиты. Гамбит уйыны. ■ Гамбит ысулын беренселәрҙән итальян шахматсыһы Р. Лопес ҡулланған. Интернет селтәренән.
ГАМБУРГЕР [рус. < ингл. hamburger < hamburger steak ‘Гамбург бифштексы’] (Р: гамбургер; И.: hamburger, burger; T.: hamburger) и.
Уртаға киҫелгән түңәрәк күмәстең эсенә ҡатлап ит, соус, йәшелсә һ. б. тәмләткестәр һалып эшләгән бутерброд төрө. □ Гамбургер. Йәшелсәле гамбургер. Тәмле гамбургер. Эҫе гамбургер. ■ Гамбургерҙар, хот-дог, майҙа ҡыҙҙырып бешерелгән бәлештәр, чебу-ректар составында ҙур куләмдә аҡһымдар, холестерин, тоҙ бар. «Юшатыр», 9 ноябрь 2010.
ГАММА I [рус. < гр. gamma] (Р: гамма; И.: scale; gamut; T.: gam) и.
1. муз. Бер йәки бер нисә октава эсендә юғарыға йә түбәнгә табан билдәле тәртип менән бер-бер артлы килгән өндәр теҙмәһе.
□ Гамма. До-мажор гаммаһы. До-минор гаммаһы. Тоника — гамманың беренсе нотаһы. Роялдә гаммалар уйнау.
2. Шундай өндәр теҙмәһенең нотала һүрәтләнеше. □ Гамма. Фа-минор гаммаһын яҙыу.
3. Асылы бер булып та, бер-береһенән нимә менәндер айырылып торған күренештәр, предметтар, билдәләр һ. б. теҙмәһе.
□ Гамма. Аҫыл таштар гаммаһы. Сәскәләр гаммаһы. Өндәр гаммаһы. ■ Бындағы экспозицияла төҫтәр гаммаһы байлығы буйынса донъяла тиңе булмаған Көньяҡ Урал йәшмәләре коллекцияһы ҙур урын биләй. Интернет селтәренән. Төҫтәр гаммаһын дөрөҫ һайларға өйрәнергә кәрәк, костюмдар сыбар булмаһын, бейеу элементтарын уҙгәртеугә юл ҡуйылмаһын. «Йәшлек», 18 сентябрь 2010. «АвтоВАЗ»дың Лада моделдәре гаммаһында «универсал» иң йыһазландырылғаны булмаҡсы. «Йәшлек», 30 июль 2009. Факиһаның артабанғы ижады етди эҙләнеуҙәр, һуҙ көсөнә инаныу һәм ышаныу, йәшлеккә хас ярһыу лыҡ һәм икеләнеуҙәр,
137