Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 138


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАММА
ҡатмарлы хис-тойғолар гаммаһы менән билдәләнә. Ҡ. Аралбай.
ГАММА II [рус. < гр. gamma] (Р.: гамма; И.: gamma; T.: gama)
Грек алфавитындағы өсөнсө хәреф атамаһы, математикала, физикала, астрономияла шартлы тамға булараҡ ҡулланыла. □ Гамма (название третьей буквы греческого алфавита). Гамма мөйөшө. Йондоҙлоҡтоң гамма йондоҙо. Гамма диапазоны.
ГАММА- [рус. < гр. gamma] (Р.: гамма-; И.: gamma-; T.: gamma-)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «электромагнит тулҡындарының таралыуына бәйле» мәғәнәһен биреүсе тәүге өлөшө. □ Гамма- (первая часть сложных слов, вносящая значение «связанный с электромагнитным излучением»). Гамма-нурланыш. Гамма-анализ. Гамма-нур-ҙар. Гамма-радиоактивлыҡ. Гамма-терапия. ■ Беҙҙең планета ниндәйҙер сфера эсендә урынлашҡан һәм гамма-өлөшсәләр уның эсендә тигеҙ һибелгән, тип фаразларға була. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАММА-ҠОРОЛМА (Р: гамма-установка; И.: gamma ray source; T.: gama ışını kaynağı) и. физ.
Гамма-нурланыш шәлкемен билдәле бер йүнәлештә ҡуллана белеүҙе тәьмин иткән аппарат. □ Гамма-установка. Гамма-ҡоролма һатып алыу. Күсеп йөрөшлө гамма-ҡоролма.
ГАММА-НУРҘАР и. физ. ҡар. гамма-нурланыш. ■ Гипер-яңы йондоҙ шартлағанда гамма-нурҙар менән бергә йыһанға йондоҙҙоң ҡабығы ла һибелә, улар секундына 10 меңдән 30 меңгәсә километр тиҙлек менән күк киңлегенә тарала. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАММА-НУРЛАНЫШ (Р: гамма-излу чение; И.: gamma radiation; T.: gama ışını) и. физ.
Радиоактив матдәләрҙән сыҡҡан электромагнит ҡыҫҡа тулҡын. □ Гамма-излучение. Гамма-нурланышты күҙәтеү. Радийҙың гамма-нурланышы. ■ Юғары энергиялы гамма-нурланыш һауалағы азотты атом
дарға тарҡатасаҡ. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАММА-ҺИРПЕЛЕҮ и. физ. ҡар. гам-ма-һирпелеш. ■ Астрономдар оҙаҡ йылдар һорауҙарға яуап эҙләй: бер нисә секундтан бер нисә минутҡаса һуҙылған гамма-һирпелеүҙәрҙең сығанағы һаман сер булып ҡала. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАММА-ҺИРПЕЛЕШ (Р: гамма всплеск; И.: gamma-ray burst; T.: gama ışını patlaması) и. физ.
Йыһандағы гамма-нурланыштың ҡыҫҡа ваҡытҡа көсәйеүе. □ Гамма-всплеск. ■ 1973 йылда Америка ғалимы Рэй Клебесадел гамма -һирпелештәр хаҡында тәүге тапҡыр сығыш яһай, уларҙың барлығын иҫбатлай, әммә ҡайҙан килеп сығыуын һәм нимә аңлатыуын билдәләй алмай. «Башҡортостан», 29 октябрь 2011.
ГАНГРЕНА [рус. < гр. gangraina ‘ашау, кимереү’] (Р: гангрена; И.: gangrene; Т.: kangren) и. мед.
Тәндең ниндәйҙер өлөшөндә ҡан менән тәьмин итеү боҙолоу һөҙөмтәһендә туҡыманың үлеүе. □ Гангрена. / Гангренный. Еүеш гангрена. Газлы гангрена. Диабет гангренаһы. Инфекцион гангрена. Тиренең аллергия гангренаһы. Тиренең токсик гангренаһы. Ҡартлыҡ гангренаһы. Ҡоро гангрена. Ярала һөйәк гангренаһы башлана.
ГАНГСТЕР [рус. < ингл. gangster < gang ‘банда’] (Р: гангстер; И.: gangster; Т.: gangster) и. кит.
20—30-сы йылдарҙа АҠШ һ. б. ҡайһы бер башҡа илдәрҙәге бандиттар төркөмө ағзаһы; енәйәтсе, башкиҫәр. □ Гангстер./ Гангстерский. Гангстер хөкөмө. Гангстерҙар тураһында фильм.
ГАНГСТЕРҘАРСА (Р: по-гангстерски; И.: like a gangster; Т: gangster gibi) р.
Гангстер кеүек, гангстер һымаҡ. □ По-гангстерски. Гангстерҙарса язалау.
ГАНГСТЕРЛЫҠ (гангстерлығы) (Р: гангстеризм; И.: gangsterism; T: gangsterlik) и.
138