ГАРАНТИЯ ЙӨКЛӘМӘҺЕ
Башкиҫәрҙәр шөғөлө. □ Гангстеризм; гангстерство, бандитизм. Гангстерлыҡ итеү. Сәйәси гангстерлыҡ.
ГАНДБОЛ [рус. < ингл. handball < hand ‘ҡул’+ ball ‘туп’] (Р.: гандбол; И.: handball; Т.: hentbol) и. спорт.
Тупты ҡул менән бәреп уйнай торған спорт уйыны. □ Гандбол. / Гандбольный. Гандбол уйнарға өйрәнеү. ■ Биш ҡатлы комплекс [«Өфө-Арена» универсаль спорт һарайы] боҙ майҙанын, хоккей ярыштары үткәреү осон аренаны, волейбол, гандбол, баскетбол ярыштары ойоштороу өсөн универсаль уйын залын, медицина-һауыҡтырыу бүлмәләрен .. үҙ эсенә ала. «Йәшлек», 22 ноябрь 2011.
ГАНДБОЛСЫ (Р: гандболист; И.: handball player; T.: hentbol oyuncusu) и. спорт.
Гандбол уйнаған кеше. □ Гандболист. / Гандболистский. Гандболсы кейеме. ■ Гандболсы һылыуҙарыбыҙ, һуңғы төркөм уйынында Германия командаһын 30: 29 иҫәбенә отоп, сирек финалда Франция спортсылары менән осраша. «Йәшлек», 19 август 2008.
ГАНКА [рус.] (Р: Ганка; И.: name of a mythic bird; T.: mitolojik bir kuş) и. миф.
(баш хәреф менән) Мифик ҡош исеме. □ Ганка (название мифической птицы). ■ Китеп бөттө бик гүзәл ерҙәребеҙ, бөттө хәҙер йәм-йәшел ҡырҙарыбыҙ, бөтөп бара һәм әҙәби йырҙарыбыҙ, Ганка кеүек исемебеҙ ҡала инде. С. Яҡшығолов.
ГАНТЕЛЬ [рус. < нем. Hantel] (Р: гантели; И.: dumbbells; T: jimnastik güllesi) и.
Ҡулдың мускулдарын үҫтереү һәм сыныҡтырыу өсөн тәғәйенләнгән, ике башы тумалаҡ, уртанан тотмалы гимнастик ҡорамал. □ Гантели. Гантель менән күнегеүҙәр яһау. Мәктәптең 80 спортсыһы гантелдәр менән матур күнекмәләр башҡара.
ГАОЛЯН [рус. < ҡыт. каолианг ‘бейек үлән’] и. бот. ҡар. ҡытай тарыһы.
ГАРАЖ [рус. < фр. garage ‘япма’] (Р: гараж; И.: garage; T: garaj) и.
Төрлө машиналарҙы төҙәтеү, яғыулыҡ ҡойоу һәм һаҡлау өсөн эшләнгән махсус
бина. □ Гараж. / Гаражный. ■ Етәкселәр шунда уҡ, ҡулына тейешле ҡағыҙҙы тоттороп, иртәнге сәғәт алтыға иген лапаҫы янында булырға ҡушып, уны [Гатаны] гаражға оҙаттылар. Ә. Хәкимов. [Иркәбай — Мөж-дәбәгә:] Бөгөн үк машинаңды ҡышҡылыҡҡа гаражға биклә. Картотека фондынан.
ГАРАНТ [рус. < фр. garant} (Р: гарант; И.: guarantor; surety; T: garant, kefil) и.
Гарантия биреүсе дәүләт, учреждение йәки шәхес. □ Гарант. Гарант ҡағиҙәләре. ■ БР Президенты Башҡортостандың иң юғары вазифалы кешеһе һәм башҡарма власть башлығы булып тора, шәхес хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын һәм закондарын күҙәтеү гаранты булып сығыш яһай. Интернет селтәренән. Башҡорттар этнос, милләт, халыҡ булараҡ тарихи зарурилыҡ булып, билдәле һанлы халыҡ төркөмөнөң билдәле территорияла артабан да уңышлы йәшәүе, сәскә атыуы, йәғни үҙ ғаиләләренең именлеге гаранты, үҙ ерен һаҡлауға күтәрелгән ялҡынлы патриоттары булараҡ барлыҡҡа килгән. «Йәшлек», 16 февраль 2010.
ГАРАНТИЯ [рус. < garantie ‘яуаплылыҡ йөкләмәһе’] (Р: гарантия; И.: guarantee; warranty; T: garanti) и.
1. Әйткән һүҙ, эшләнгән эш өсөн алған яуаплылыҡ йөкләмәһе. □ Гарантия. / Гарантийный. Гарантия хаты. Магазин бөтә тауарҙарҙы гарантия менән һатырға бурыслы.
2. Ниҙеңдер уңышына ышаныс биргән шарт. □ Гарантия. ■ Һуғышта ҡоралдың күп булыуы — еңеүгә гарантия ул. Ә. Ихсан.
ГАРАНТИЯ БИРЕҮ (гарантия бир-) ҡ. ҡар. гарантиялау. Быны эшләй аласағыма һиңә гарантия бирәм. ■ [Торбалар] тимер бит инде, бер ҙә ярылмай, ватылмай, тип кем гарантия бирә алһын. Р. Солтангәрәев.
ГАРАНТИЯ ЙӨКЛӘМӘҺЕ (Р: га рантийное обязательство; И.: guarantee obligation; T: teminat yükümlülüğü) и.
Ниндәйҙер бурыстарҙы үтәүҙе гарантиялаған яҙма таныҡлыҡ. □ Гарантийное обязательство. Гарантия йөкләмәһен үтәмәү.
139