ГАРАНТИЯЛАНЫУ
ГАРАНТИЯЛАНЫУ (гарантиялан-) ҡ. ҡайт. ҡар. гарантиялау, возвр. от гарантиялау. Гарантияланған пенсия. Граждандарҙыц ялға хоҡуғы ла Конституция тарафынан гарантиялана. Билдәле булыуынса, беҙҙә граждандарҙыц хеҙмәткә булған хоҡуғы гарантиялана. ■ Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара таныла һәм гарантиялана. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан.
ГАРАНТИЯЛАУ (гарантияла-) (Р: гарантировать; И.: guarantee; T.: garanti etmek) ҡ.
1. Нимәнецдер ысынбарлыҡҡа ашыуы өсөн тейешле саралар күреү. □ Гарантировать. / Гарантирование. Сифатлы белем алыу мөмкинлеген гарантиялау. Тауарҙың сифатын гарантиялау. Хоҡуҡтарҙы гарантиялау. ■ Совет власы башҡорттарҙың милли азатлығын тулыһынса гарантиялай. Картотека фондынан.
2. Һаҡлау, яҡлау, тәьмин итеү. □ Гарантировать. / Гарантирование.
ГАРАНТИЯЛЫ (Р: гарантийный; И.: guarantee; warranty; T.: garanti) с.
Гарантия менән нығытылған, гарантия бирелгән; ышаныслы. □ Гарантийный. Гарантиялы килешеү. Гарантиялы ремонт. Гарантиялы тауар. Гарантиялы хат. Хужалыҡтар өсөн шуныһы һәйбәт — бөтә эш гарантиялы. М Йүнәтелгән машиналарҙың гарантиялы эш ваҡыты 900 сәғәттән 1500— 2000 сәғәткә етәсәк. Картотека фондынан.
ГАРАНТИЯ ПАСПОРТЫ (Р: гарантийный паспорт; И.: warranty certificate; T.: garanti belgesi) и.
Нимәгәлер гарантия биргән документ.
□ Гарантийный паспорт. Гарантия паспортына ҡул ҡуйыу.
ГАРАНТИЯ СРОГЫ (Р: гарантийный срок; И.: warranty period; T.: garanti süresi) и.
Нимәгәлер бирелгән гарантия ваҡыты.
□ Гарантийный срок. Гарантия срогы үткән. ■ Тауарҙың сифатһыҙ икәнлеге асыҡланһа, уны гарантия срогы үтмәҫ борон шул уҡ йәки икенсе маркалыға алыштырырға, гарантия
лы ремонт яһатырға, йә булмаһа аҡсаһын ҡайтартып алырға була. «Яйыҡ», 16 ноябрь 2010.
ГАРАНТИЯҺЫҘ (Р: без гарантии;'И.: without warranty; T.: garantisi olmayan) c.
Гарантия менән нығытылмаған, гарантия бирелмәгән. □ Безгарантийный. Гарантияһыҙ тауар. Гарантияһыҙ йыһаз.
ГАРДЕМАРИН [рус. < фр. garde + marine ‘диңгеҙ гвардияһы’] (Р: гардемарин; И.: midshipman; T.: deniz harp okulu öğrencisi) и. хәрби. тар.
Рәсәйҙә 1917 йылға тиклем: диңгеҙ корпусының өлкән класын тамамлаусыларға бирелгән дәрәжә. □ Гардемарин. / Гардемаринский. Гардемарин мәктәбе.
ГАРДЕРОБ [рус. < фр. garder ‘һаҡлау’ + robe ‘күлдәк’] (Р: гардероб; И.: wardrobe; Т.: gardrop) и.
1. Кейем шкафы. □ Гардероб (шкаф для одежды). / Гардеробный. Гардероб ишеге. Гардероб һатып алыу.
2. Йәмәғәт йорттарындағы кейем элә торған махсус урын; кейем эл еү урыны.
□ Гардероб (помещение в общественном здании, предназначенное для хранения одежды посетителей). Кейемде гардеробҡа тапшырыу. ■ Шәмсиә Гәлиевна, яй ғына атлап барып, гардеробтан пальтоһын алды, кейенде лә һауаға сыҡты. Н. Мусин.
3. Бер кешенең барлыҡ кейем-һалымы.
□ Гардероб (совокупность одежды како-го-л. лица). Гардероб яцыртыу. ■ Дизайнер сумкаһы — гардеробтың иц мөһим берәмектәренең береһе. «Шоңҡар», № 7, 2010.
ГАРДЕРОБСЫ (Р: гардеробщик; И.: cloakroom attendant; T.: vestiyerci) и.
Гардеробта (2) эшләгән кеше. □ Гардеробщик. Өҫ кейемен гардеробсыға тапшырыу.
ГАРДИН [рус. гардина < нем. Gardine] (Р: гардина; И.: curtain; T.: pencere perdesi) u.
1. Тәҙрәне тотош ҡаплай торған еңел йәки беше туҡыманан тегелгән ҡорған. □ Гардина. / Гардинный. ■ Бына пәрҙәләрҙә — тюль, ә гардиндар юҡ. Ғ. Ғүмәр.
140