ГАРМУН
2. һөйл. Пәрҙә, селтәр элеү өсөн тәҙрә, ишек баштарына махсус эшләнеп ҡуйылған ҡулайлама (таяҡ). □ Гардина. / Гардинный. Гардиндың дүңгәләктәре.
ГАРДИНА [рус. < нем. Gardine] и. ҡар. гардин 1. Гардина туҡымаһы. ■ Нурияның фатиры... Ишектәр гардина менән ҡоролған. Картотека фондынан.
ГАРЕМ [рус. < ғәр. ‘тыйылған’] и. ҡар. һәрәм.
ГАРМОНИК (Р.: гармоничный; И.: harmonious; T.: uyumlu) с.
Гармонияға нигеҙләнгән, килешле, ярашлы. □ Гармоничный. ■ Сәләмәт тормошта йәшәү — йәштәрҙе гармоник үҫешкән, әҙәпле итеп тәрбиәләүҙең мөһим тәүшарты. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ГАРМОНИЯ [рус. < гр. harmonia] (Р.: гармония; И.: harmony; T.: uyum) и.
1. Үҙ-ара ярашлы, килешеп торған матурлыҡ; аһәң. □ Гармония, гармоничность. Характерҙар гармонияһы. Тәбиғәт гармонияһы. ■ Иҫкә алынған образдарҙы башҡарғанда, минеңсә, Таңсулпан Бабичева менән Фидан Гафаров ошо юғары талаптарҙың ябай формаһын, эске һәм тышҡы гармонияһын тапҡан. Картотека фондынан. Кешеләр яҙмыш хаҡынан тормош гармонияһына ынтылғанда ниндәй генә уттарҙа янманы ла, ниндәй генә һыуға батманы. Р. Назаров. Бына дүртенсе курс студенттары күберәк пропорцияға, айырым деталдәргә иғтибар итәләр, гармония һаҡларға ынтылалар. Р. Мөхәмәтйәров. Сәнғәттә гармония тигән ғәжәп тәрән һәм күп мәғәнәле төшөнсә бар. Буяуҙар, төҫтәр, һыҙыҡтар гармонияһы була. Бейеү сәнғә-тендә — хәрәкәттәр гармонияһы. Р. Шәкүр.
2. Төрлө тауыштың матур, аһәңле яңғырашы. □ Гармоничность, созвучность. Музыкала гармония хөкөм һөрә.
3. му з. Музыка теорияһының аккорд төҙөлөшөн өйрәнгән бүлеге. □ Гармония. Гармония дәрестәре.
4. лингв. Өндәрҙең бер-береһенә ярашыуы. □ Гармония. Аңҡау гармонияһы. Һуҙын
ҡылар менән тартынҡылар гармонияһы. Ирен гармонияһы.
ГАРМОНИЯЛАШТЫРЫУ (гармония-лаштыр-) (Р: гармонизировать; И.: harmonize; T: akort etmek) ҡ.
1. Өн-ауаздың ярашҡан, яғымлы, төҙөк булыуы. □ Гармонизировать. // Гармонизация. Халыҡ йырҙарын гармониялаштырыу.
2. Килештереү, яраштырыу. □ Гармонизировать. Милләт-ара мөнәсәбәттәрен гармониялаштырыу.
ГАРМОНИЯЛАШЫУ (гармониялаш-) (Р: гармонировать с чем; И.: harmonize; Т: uymak) ҡ.
Килешеп, ярашып тороу. □ Гармонировать с чем. // Гармонирование. ■ Яҙғы матурлыҡ менән гармониялашҡы килә. Башҡортостан календарынан.
ГАРМОНИЯЛЫ (Р: гармоничный; И.: harmonious; T: ahenkli) с.
Гармонияға буйһонған; аһәңле. □ Гармоничный. Гармониялы хәрәкәттәр. Гармониялы үҫеш.
ГАРМОНИЯЛЫЛЫҠ (гармониялы-лығы) и. ҡар. гармония 1.
ГАРМУН [рус. гармонь] (Р: гармонь; И.: Russian accordion; T: akordeon) и.
Ике яҡлап теҙелеп торған баҫмаҡтары (телдәре), уртанан күреге булған музыка ҡоралы. □ Гармонь, гармошка. / Гармонный. Тальян гармун. Гармун баҫмаҡтары. Гармун моңо. Гармун тартыу. ■ Гармун телгә килде, йыр яңғырай, тау артынан тулған ай сыға. С. Ғәбиҙуллин. Ауылдар ҙа үҙгәрҙеләр, гармундар ҙа уйналмай. Егеттәр ҙә, гармун һуҙып, урамдарҙы буйламай. М. Ҡылысов. Гармун йырлай йәшлегемдең бар шатлығын, бар моңон. Шаулы клубтарҙан, баҫыуҙарҙан гармун моңо ҡайта өйҙәргә. С. Кулибай. Уйна гармун, тарт ҡурайың, бейеп алайыҡ әле! Халыҡ йырынан. Батшаның бер гармуны була, бик зәһәр, утыҙ-ҡырҡ саҡрымға ишетелеп тора. Әкиәттән. Алтын минең тыуған илем, көмөш телле гармуным, гармун теле ун ике, уйлаһаң, уйламаһаң да, был ғүмер килмәй ике. Халыҡ йырынан.
141