Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 142


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАРМУН КҮРЕГЕ
ГАРМУН КҮРЕГЕ (Р.: меха гармони; И.: accordion buttons; T.: akordeon örüğü) и.
Гармундың һуҙылмалы ҡырлы өлөшө. □ Меха гармони. ■ Байназар гармун күреген кирә тартып уйнап ебәрҙе. Б. Бикбай. Гармун күреге һуҙыла, һуҙылмай ғүмер генә. Ә. Атнабаев.
ГАРМУН ҠЫҢҒЫРАУЫ (Р.: колокольчик гармони; И.: accordion bell; T.: armonika çıngırağı) и.
Бәләкәй (саратов, тальян) гармундарҙа була торған ҡыңғырау. □ Колокольчик гармони. ■ Гармунсы гармун ҡыңғырауын зыңғырлатып алды ла уға тон бирҙе. М. Тажи.
ГАРМУНЛАНДЫРЫУ (гармунлан-дыр-) (Р.: плиссировать; И.: pleat; T: plise yapmak) ҡ.
Гармун күрегенә оҡшатыу. □ Плиссировать. Күлдәк итәген гармунландырып тегеү.
ГАРМУНЛЫ (Р: с гармошкой; И.: with а Russian accordion; T.: armonikah) с.
1. Гармуны булған. □ С гармонью, гармошкой. ■ Аулаҡ өйлө һәм гармунлы йәшлегемде һағынам. Р. Сурағол. Йәшлектәр уҙып китһә лә, үкенестәр ҡалманы, беҙҙең гармунлы йәшлектәр йырһыҙ-моңһоҙ булманы. М. Ҡылысов.
2. Гармунда уйнаған. □ Играющий на гармони. Гармунлы егет.
3. Гармун күрегенә оҡшаған. □ В гармошку, гармошкой. Гармунлы итек.
ГАРМУНСЫ (Р: гармонист; И.: accordionist, accordion player; T: armonikacı) и.
Гармун уйнаусы. □ Гармонист. ■ Гармунсы егет оҙон көйҙән ҡыҫҡа ғына көйгә күсте. М. Тажи. Иван Иванович үҙе менән алып килгән гармунсы Сашанан гармун тарттырып та, ҡурайсы Суранан ҡурай уйнатып та, йәштәрҙе алып кереп бейетеп тә зыҡ ҡубалар. Д. Юлтый. Гармун менән гармунсы башынан бик күп хәлдәр үтте. Муллалар, ҡарттар үҙҙәре аулаҡта моңланып ҡына тыңлаһалар ҙа, халыҡ алдында гармунсыны таяҡ менән һуҡтырҙылар, күп аталар, әсәләр уны дөрләп янған утҡа ташланылар. Б. Ишемғол. Ҡарт имәнгә арҡаһы менән
һөйәлгән гармунсы үҙенең гармун тауышы менән ауылды яңғырата. Ғ. Хәйри. Ни өсөн шулай маҡтай тиһәк, был егет үҙе лә бик шәп гармунсы була. Әкиәттән.
ГАРНИЗОН [рус. < фр. gamison < gamir ‘ҡоралландырыу’] (Р: гарнизон; И.: garrison; T: garnizon) и.
Даими йәки ваҡытлы бер ерҙә урынлашҡан ғәскәр. □ Гарнизон. / Гарнизонный. ■ Разведкаға киткән яугирҙар яңы хәбәр килтерҙеләр: тимер юлдың аръяғындағы ҡасабала немецтарҙың гарнизоны тора, батальон штабы бар. Ж. Кейекбаев. Ватан һуғышы ветерандары Өфө гарнизонының йәш яугирҙары менән осрашасаҡ. Картотека фондынан. Ҡәлғә гарнизонына ярҙамға ебәрелгән хөкүмәт отряды ҡыйратыла. Картотека фондынан. [Япон артиллерияһының] ошо яуы урыҫ гарнизонының яҙмышын хәл итә лә инде. Картотека фондынан.
ГАРНИР [рус. < фр. gamir ‘кәрәк-яраҡ’] (Р: гарнир; И.: garnish; Т: garni) и.
Ит, балыҡ кеүек ашамлыҡтың эргәһенә ҡушып бирелә торған картуф, бутҡа, йәшелсә кеүек аҙыҡ. □ Гарнир. Гарнирға иҙелгән картуф. Аштан аҙаҡ гарнирҙы йәнә түбәнерәк колориялы — кәбеҫтә, помидор, ҡыяр, шалҡан, кишер, ҡабаҡ кеүек йәшелсәләрҙән әҙерләү яҡшы. ■ Ҡурылған балыҡ ултыртылған, гарнирына әлеге ҡыяр, помидор теленгән. Ф. Иҫәнғолов. Тик үкенескә ҡаршы, бында [ашханала] йәшелсәнең бер генә төрө лә юҡ ине. Гарнирға макарон да һалма, һалма ла бутҡа тәҡдим иттеләр. Н. Иҙелбай.
ГАРНИРЛАП (Р: с гарниром; И.: with a garnish; T: garnili) р.
Гарнир менән, гарнирға ҡушып. □ С гарниром. Ҡотлетты гарнирлап биреү.
ГАРНИРЛАУ (гарнирла-) (Р: гарнировать; И.: garnish; T: garnitürlemek) ҡ.
1. Ит йәки балыҡ аштары эргәһенә гарнир һалыу. □ Гарнировать.// Гарнировка. Балыҡты гарнирлау.
2. Ашамлыҡты гарнир менән биҙәү. □ Гарнировать.// Гарнировка. Гарнирлау эшендә оҫта ашнаҡсы.
142