ГАСТРИТ
ГАРНИРЛЫ (Р.: с гарниром; И.: garnished; T.: garnili) с.
Гарнир менән, гарнир ҡушылған. □ С гарниром; гарнированный. Гарнирлы котлет.
ГАРНИС [рус. < нем. Kamies} (Р.: карниз; И.: ledge; cornice; (furniture) set; T.: saçak) и. диал.
Өй түбәһенең аҫтын буйлап-киртләсләп, һырлап, биҙәкләп ҡағылған таҡта (өй ҡабырғаларын ел-ямғырҙарҙан һаҡлап тора). □ Карниз. Гарнисты кук төҫкә буяу.
ГАРНИТУР [рус. < фр. garniture} (Р.: гарнитур; И.: (furniture) set; T.: takım) и.
Нимәгәлер тәғәйенләнгән әйберҙәрҙең тулы комплекты, бер маҡсатҡа хеҙмәт итә торған нәмәләр йыйымы. □ Гарнитур. / Гарнитурный. Кухня гарнитуры эшләу. Мебель гарнитуры. Пляж кейеме гарнитуры. Эске кейем гарнитуры. Гарнитур ултырғысы. ■ Һуң, — мин әйтәм, — Сәлимәкәй йәнем, ул гарнитурҙы беҙ файҙаланыу өсөн алдыҡ та баһа! Ғ. Ғүмәр. Йоҡо булмәһенә уҙенә башҡа, эш булмәләренә уҙенә айырым, залға тағы уҙенә хас, уҙенә бер төрлө гарнитур. 3. Биишева.
ГАРНИТУРА [рус. < фр. garniture} (Р: гарнитура; И.: font, headset; T.: garnitür) и.
1. полигр. Һүрәттәре бер төрлө, размерҙары һәм һүрәтләнеше менән бер-береһенән айырылған шрифтар комплекты. □ Гарнитура. Мәктәп гарнитураһы. Helver Bashkir гарнитураһы. Шрифт гарнитураһы.
2. тех. Ниндәйҙер механизмдың эшен тәьмин итеүсе приборҙар, деталдәр, ҡоролмалар йыйымы. □ Гарнитура. Баш гарни-тураһына ҡолаҡсындар менән микрофон инә. Радиостанция гарнитураһы.
ГАРПУН [рус. < гол. һагроеп} (Р.: гарпун; И.: harpoon; T.: zıpkın) и.
Эре диңгеҙ балыҡтарын йәки йәнлектәрен алыҫтан бәреп сәнсеп ала торған баулы, оҙон беше арҡанлы һөңгө. □ Гарпун. / Гарпунный. Гарпун ташлау. ■ Киттарҙы яҡшы сортлы сустән ишкән арҡанға тағылған гарпун менән ултерәләр. Ә. Харисов.
ГАРПУНЛАУ (гарпунла-) (Р.: гарпунить; И.: harpoon; T.: zıpkınlamak) ҡ.
Гарпун менән эре диңгеҙ балыҡтарын йәки йәнлектәрен алыҫтан бәреп сәнсеп алыу. □ Гарпунить. Балыҡ гарпунлау.
ГАРПУНСЫ (Р: гарпунщик; И.: һагро-oner; T.: zıpkıncı) и.
Гарпун ташлаусы, гарпун атыусы. □ Гарпунщик, гарпунер. ■ Кит ҡапыл судноның моронона ғына килеп сыҡты. Гарпунсы, тупты төҙәп, курокты баҫты. Туп атты, һәм гарпун .. киттың арҡаһына барып ҡаҙалды. Ә. Харисов.
ГАРПУН ТУБЫ (Р: гарпунная пушка; И.: harpoon gun; T.: zıpkın tüfeği) и.
Гарпун ырғыта торған механизм. □ Гарпунная пушка. Гарпун тубы менән эре балыҡтарҙы алалар.
ГАРУС [рус. гарус < пол. harus} и. ҡар. гәрез.
ГАСТАРБАЙТЕР [рус. < нем. Gastar-beiter< Gast ‘ҡунаҡ’ + Arbeiter ‘эшсе’] (P: гастарбайтер; И.: guest worker; T.: yabancı işçi) и.
Аҡса эшләү маҡсаты менән сит илдән килеп ялланған эшсе. □ Гастарбайтер, рабочий эмигрант. Гастарбайтерҙарҙы тер-кәу. Гастарбайтерҙар һаны артты. ■ Баҙар иҡтисадына кусеу, бер яҡтан, совет системаһы тәрбиәләгән белгестәрҙең уҫеш-кән илдәргә кусеп китеуенә, ә икенсе яҡтан, уларға алмаш булып тубәнерәк квалификациялы гастарбайтерҙар килеуенә булышлыҡ итте. «Шоңҡар» № 6, 2011 йыл.
ГАСТРИТ [рус. < vp.gaster‘ашҡаҙан’] (Р: гастрит; И.: gastritis; T.: gastrit) и. мед.
Ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе шешеү ауырыуы. □ Гастрит. Гастрит менән ауырыу. ■ Тәмәке тартыуҙың ашҡаҙан-эсәктәргә зыяны ҙур. Ашты уҙләштереу боҙола, гастрит һәм сей яра ауырыуҙарының барлыҡҡа килеуе мөмкин. В. Гүмәров. Йуруҙәндең һул яғында Корғаҙаҡ тигән шифалы шишмә бар. Бының һыуы ашҡаҙан сей яраһына, гастритҡа һәм башҡа эсәк ауырыуҙарына килешә. Башҡортостан календарынан. [Сырайһыҙ кеше:] Минең ашҡаҙанымда
143